Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Август 2019, 13:45

“Тиҙерәк I класҡа барғым килә!”

Әле мәктәп йәшендә ҡыҙҙары һәм улдары булған ата-әсәләр өсөн иң яуаплы осор. Белем усаҡтарында тәүге ҡыңғырауҙар яңғырарға ла күп ҡалманы. Мәктәп кейеме, портфель, кәнсә тауарҙары... һәм, әлбиттә, оҙайлы каникулдан һуң баланы уҡыу процесына дөрөҫ көйләү.

Психологтар фекеренсә, тәүге тапҡыр партаға ултырасаҡ кескәйҙәр яңы үҙгәрештәргә атлығып тора, тимәк, уҡырға барырға ла. Аңлатма бер – улар балалар баҡсаһына йөрөүҙән ялҡҡан. Ә инде юғарыла телгә алынған кәрәк-яраҡ йыйыуҙы һәр береһе байрам тип ҡабул итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фәрхәнә Кәшфуллинаның биш балаһының өсәүһе мәктәп йәшендә, быйыл төпсөктәре балалар баҡсаһы менән “хушлашҡан”. Илгизәне отҡор бала тип әйтеү дөрөҫ. Ул ағай-апайҙа­рынан уҡырға, яҙырға һәм һанарға өйрәнгән. Уны алты йәштән үк I класҡа бирергә булыр ине, тик бала сағын урлағылары килмәгән, уйнап туйһын тип мәктәпкә ебәреүҙән тыйылғандар.

– Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты ти­гәндәй, бала бер арауыҡта балалар баҡсаһына йөрөргә тейеш, мәктәпкә биреүҙең дә үҙ мәле, – ти әңгәмәсем. – Ысынлап та, I класҡа кәрәк-яраҡ алған күңелле һәм мәшәҡәтле көндәрҙе ул байрам тип ҡабул итте.
Читайте нас: