Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Март 2021, 13:03

Киләсәкте күҙ уңында тотоп йәшәйҙәр

Башҡорт теленә бәйле проект Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында еңеүсе булған.

Уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөткәндәрҙең, ветеран-педагогтарҙың барыһы ла бер тапҡыр булһа ла, ә ҡайһы берәүҙәр бер нисә мәртәбә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштырған.


1933 йылда республикабыҙҙа тарихи ваҡиға теркәлгән – Башҡортостан Халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты, үҙе бер ойошма булараҡ, айырылып сыҡҡан. Белем усағына даими рәүештә уҡытыусыларҙың профессиональ белемен камиллаштырыу һәм педагогик мәҙәниәт кимәлен күтәреү бурысы ҡуйылған. Маҡсат – башланғыс һәм урта мәктәп программаларының Халыҡ мәғарифы системаһы мәсьәләләрен эшләү, педагогия кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү, Башҡортостан мәктәптәренең бөтә уҡытыу-тәрбиәүи эштәре буйынса тәжрибәһен дөйөмләштереү.
Белем биреү учреждениеһы Халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын камиллаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнгән, ә Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педагогия институтына ғилми-ғәмәли конференцияларҙы ойоштороу кеүек яуаплы эштәр йөкмәтелгән. 1938 йылда улар берләштерелгән һәм Башҡортостан Республикаһының Уҡытыусыларҙы камиллаштырыу институты барлыҡҡа килгән.
Бөгөн республикабыҙҙың бүтән юғары уҡыу йорттарының тын алышы яҡшы булған кеүек, был белем усағында ла эштәр яҡшы көйләнгән. Институтта башҡорт, татар һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр, гуманитар белем биреү, мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү, тәбиғи-ғилми белем биреү, педагогика, психология һәм һаулыҡты һаҡлау, махсус һәм инклюзив белем биреү, идара итеү һәм профессиональ белем биреү кафедралары бар.
Бынан тыш, мәғлүмәт-китапхана, редакция-нәшриәт, мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк, милли белем биреү буйынса ресурс, дөйөм һәм профессиональ белем биреү системаһында финанс грамоталылығы буйынса Өфө төбәк методик, педагогия хеҙмәткәрҙәрен аттестациялау, һанлы трансформациялы белем биреү, белем сифаты буйынса мәғлүмәт-аналитика төбәге, балаларға һәм өлкәндәргә туҡтауһыҙ белем биреү үҙәктәре эшләй.
Белем биреү учреждениеһында бөтәһе 152 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 44 профессор-уҡытыусы бар, 20 педагог ситтән йәлеп ителгән. Бынан тыш, алты фән докторы, 26 фән кандидаты, 16 доцент һәм дүрт профессор хеҙмәт итә.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров билдәләүенсә, бай тарихлы уҡыу йорто электән тапшырылып килгән күркәм традицияларҙы һаҡлай, мөғәллимдәрҙең белем кимәлен күтәреү йәһәтенән бихисап уй-маҡсат тормошҡа ашырыла.
Белем усағы киләсәкте күҙ уңында тотоп йәшәй, алдағы көндәргә ҙур бурыстар билдәләнгән. Мәҫәлән, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы юғары һәм шуға ярашлы өҫтәмә профессиональ белем биреү өлкәһендә инновациялы инфраструктураны төҙөү һәм уның эшмәкәрлеген йәнләндереү мәсьәләләре буйынса Координацион орган ултырышы протоколы нигеҙендә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты “Буласаҡ мәғариф кадрҙары” мәғариф ойошмаларында йәш белгестәрҙе профессиональ-шәхес итеп күтәреүҙе оҙатыу” проекты 2025 йылға тиклем федераль инновациялы майҙансыҡ статусын алды. Бынан ары ошо федераль инновациялы майҙансыҡ педагогик эшмәкәрлеккә тотонған белгестәрҙең профессиональ потенциалын үҫтереү, уларға эштәрендә һәр йәһәттән дә шарттар булдырыу ише бурыстарҙы башҡара.

– Республика инженер лицей-интернаты менән Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының “Интерактив башҡорт теле-2” башҡорт телен өйрәнеү өсөн веб-ресурс” тип аталған уртаҡ проекты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында еңеүсе булды, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Азат Вәзир улы. – Ул Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса субсидия алыуҙы аңлата. Ошо проект – “Интерактив башҡорт теле”нең дауамы. Уның өҫтөндә эшләү башҡорт телен үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән.
Йыл да Мәскәү дәүләт педагогия универ­ситетының Перспективалы тикшеренеүҙәр институты ғилми-тикшеренеүҙәр эштәрен үткәреү буйынса фәнни гранттар яулау өсөн халыҡ-ара конкурс уҙғара. Еңеүселәр араһында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты Инклюзив һәм махсус белем биреү кафедраһы профессоры, психология фәндәре докторы Ирина Сибәғәтуллинаның (Австрия) исемен күреү айырыуса шатлыҡлы.
– Беҙҙә “Образование: традиции и инновации” тип аталған журнал сығарыла башланы, – тип дауам итә һүҙен Азат Йәнгиров. – Баҫманың бурыстары яңыртылды, рубрикалар өҫтәлде һәм редакция советы булдырылды. Редакция коллегияһы составына Израиль, Ташкент, Новосибирск, Владимир, Мәскәү, Төмән, Ырымбур, Санкт-Петербург һәм Өфө ҡалаларынан арҙаҡлы ғалимдар индерелде. “Башҡортостан Республикаһы­ның Мәғарифты үҫтереү институты йыл ғалимы” һәм “Ғилми һәм инновациялы эштәр буйынса иң яҡшы структур подразделение” тигән конкурстар йыл һайын ойошторола. Был фән менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам итеү ниәтенән сығып эшләнелә.
Белеүебеҙсә, институтта йыл һайын “Мәғарифты үҫтереүҙә стратегик өҫтөнлөктәрҙе билдәләү – ул өсөнсө меңйыллыҡтың саҡырыуына яуап” тигән темаға Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Был сара мәғариф проблемаларын хәл итеүҙә ғилми хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мәртәбәле конференцияны уҙғарыуға Башҡортостан Фәндәр академияһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, А. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты, Мәскәү дәүләт университеты, Интеллектуаль инте­грация институты (Австрия), Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, республикабыҙҙың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы, Баш­ҡортостан милли ата-әсәләр ассоциация­һының төбәк бүлексәһе күп көс һалды.
Ректор Азат Йәнгиров белдереүенсә, былтыр педагогтарҙың август кәңәшмәһендә “Һанлы трансформация буйынса белем биреү – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” тигән күргәҙмә ойошторолған. Унда ошо юғары уҡыу йорто дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн төбәк мәғариф платформаһын күрһәткән. Әлеге проект өсөн Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты яуаплы. Тап ошо платформа нигеҙендә дәрес биргән уҡытыусының эше күпкә еңеләйә. Асылда педагогтар әҙер электрон контенттан ҡуллана ала. Ысынлап та, балаларҙы уҡытҡанда улар, “Дәрес конструкторы”н файҙаланып, эшен ҡыҙыҡлы итеп ойошторасаҡ. Был осраҡта уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа һәр йәһәттән ота. Улай ғына ла түгел, төбәк мәғариф платформаһы һәр кемгә лә асыҡ, һәр ваҡыт үҫеш юлында, уға яңы мәғлүмәттәр һәм белем биреү йәһәтенән ресурстар өҫтәлеп торасаҡ.
Ғалим Азат Йәнгиров Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында милли белем биреү буйынса Ресурс үҙәген асыуҙың бөтә яҡлап та отошло булыуын билдәләне. Ул, ысын мәғәнәһендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын берләштереүсе һәм туплаусы үҙәккә әйләнде.
Ресурс үҙәгенең бурысы – туған телдә уҡытҡан, туған телде, дәүләт башҡорт телен өйрәткән педагогия хеҙмәткәрҙәренә мәғлүмәти, ғилми-методик һәм консультация йәһәтенән ярҙам күрһәтеү, милли мәғарифҡа бәйле семинар, конференция һәм башҡа сараларҙы ойоштороу.

Ресурс үҙәге бик күп сараларҙы үткәреү өсөн яуаплы. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһында “Мәктәпкәсә белем биреүҙә этномәҙәни йөкмәткенең медиаконтенты” ярышында 800-гә яҡын конкурсанттың ҡатнашыуы шуға асыҡ миҫал.
2020 йылда Башҡортостан делегацияһы составында ошо үҙәктең белгесе Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә эшлекле сәфәрҙә булды. Ул был яҡтарҙағы белем усаҡтарының етәкселегенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыу ҡулланмаларын тапшырҙы, бынан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән аралашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Туған телдәр буйынса дәүләт про­грам­маһын тормошҡа ашырыу эҙмә-эҙлекле бара, – тине иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров. – Әйтәйек, 2020 йылда башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы республикабыҙ халҡы өсөн квалификацияны камиллаштырыу курсы ойошторҙо. Тимәк, 250 кеше белем алды, тигән һүҙ. Йәнә 100 кеше шундай уҡ курс үтте, улар – туған телдәр һәм милли йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары. Ә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” буйынса профессиональ белемен камиллаштырыу курсы 71 кеше өсөн уҙғарылды.
Фекеремде дауам итеп, былтыр Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында бул­ған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыларының төбәк-ара форумы тураһында кәлимә һүҙ әйтмәксемен. Башҡорт теле йылына арналған сараға Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән 250-гә яҡын кеше саҡырылды.
Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Унда бик йәнле аралашыу, төплө фекер алышыу ойошторолдо.
Әлбиттә, Ресурс үҙәге үткәргән бөтә сараларҙы ла һанау мөмкин түгел, шуларҙың бер нисәһен телгә алыу урынлы булыр. Мәҫәлән, күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды, Рәсәй мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусылар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре авторҙары ҡатнашлығында вебинар үтте, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы ойошторолдо, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн “Телмәр үҫтерәбеҙ” тип аталған майҙансыҡ эшләне, “Арғымаҡ” этнотөркөмө менән берлектә “Беҙ бергә!” исемле бәйге булды.
Азат Вәзир улы әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәтенең Полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү концепцияһын эшләүҙә Мәғарифты үҫтереү институтының да туранан-тура ҡатнашлығы бар. Хәҙер республикабыҙҙағы ошо белем усаҡтарының барыһында ла эштәр көйләнгән. Тағы ла “Юғарыға ос!” проектының мәғариф модуленә ҡағылған программаһы өсөн дә яуаплылыҡ уларға йөкмәтелде.
2020 йылда бик күп саралар ойошторолдо. Республика көнөнә һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә арналған милли йәкшәмбе мәктәптәренең II слеты, Башҡорт теле йылына арналған муниципаль-ара ғилми-ғәмәли конференция, “Туған телдәр вәкилдәре” акцияһына ярашлы интерактив дәрестәр, “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн республика кимәлендәге онлайн-семинар һәм башҡа саралар – шуға асыҡ миҫал.
– Хәҙерге ваҡытта маҡсаттарыбыҙ билдәле, уларҙы бөтә тулылығында тормошҡа ашырыу өсөн барыһы ла тырыша, ә алда беҙҙе етди бурыстар көтә, – тип йомғаҡланы һүҙен Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров.
Читайте нас: