Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2022, 22:00

Белергә, яратырға, һаҡларға!

Туған телдең һәр милләт өсөн төп әһәмиәте ниҙә? Һүҙ - республикабыҙ уҡытыусыларына.

Белергә, яратырға, һаҡларға!
Белергә, яратырға, һаҡларға!

Бөгөн билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнө һәр милләт вәкиле өсөн оло мәғәнәгә эйә. Туған телдең айырым әһәмиәте, мөһимлеге  нимәлә? Республикабыҙҙың төрлө туған тел уҡытыусылары ошо хаҡта фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Р. Әйүпов, республиканың Башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе:

“Әлеге заманда бер нисә тел белеү, әлбиттә, бик тә яҡшы, маҡтаулы эш. Әйтәйек, туған телең, рус теле, сит тел. Телдәрҙе күберәк белгән һайын киңерәк юлдар асыла бара. Шулай ҙа иң беренсе белергә тейеш телең – ул туған тел, сөнки ул – һинең тамырҙарың, йолаларың, мәҙәниәтең”.

Наталья Кабанина, Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

“Туған тел уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһе үҫеүҙә, мәҙәниәтте аңлауҙарында мөһим роль уйнай. Телде өйрәнгәндә бала рухи яҡтан байый, дәрестәрҙә алған белемен көндәлек тормошта ҡулланырға өйрәнә, һөҙөмтәлә йәмғиәткә яраҡлаша. Туған тел уҡытыусыһының бурысы – уны өйрәтеүҙә үҙ алымдарын табыу. Уҡытыусы һәр саҡ үҙе өҫтөндә эшләргә, бының менән уҡыусыларына ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итергә тейеш. Туған тел уҡытыусыһы булыу миңә донъяның яңы яҡтарын асырға булыша. Уҡытыусы балаларҙы тәрбиәләй, тимәк, уларға ла ошо ҙур һәм ҡыҙыҡлы донъяны аса. Даими рәүештә яңы алымдар эҙләү, тәжрибә менән уртаҡлашыу – туған тел уҡытыусыһының эшен ошонан башҡа күҙ алдына килтереп булмайҙыр, тип иҫәпләйем”.

Венера Әйүпова, Ишембай ҡалаһы 14-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

“Хәҙерге көндә башҡорт телен методик яҡтан дөрөҫ һәм ҡыҙыҡлы итеп уҡытыу – заман талабы. Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров әйтмешләй, башҡорт телен еңел һәм аңлайышлы итеп уҡытырға кәрәк. Шул саҡта балаларҙа, уларҙың ата-әсәләрендә ыңғай ҡараш тәрбиәләй алабыҙ. Был уҡытыусынан күп көс, юғары профессионаллек талап итә. Шуға ла мин, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, үҙем дә төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашам, профессиональ кимәлемде күтәрәм. Яулаған һөҙөмтәләрем башҡорт телен уҡыуға, өйрәнеүгә ҙур этәргес яһай һәм уҡытыуыбыҙҙың дәрәжәһен күтәрә”.

Людмила Павлова, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы урта мәктәбенең сыуаш теле уҡытыусыһы:

“Һәр халыҡтың тиңһеҙ байлығы бар, ул – туған тел. Атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе шул телдә һөйләшергә, уйларға өйрәтте. Туған телеңдә дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу - уйлау, үҙ фекерҙәреңде белдерә алыу, тигән һүҙ.Шуға ла туған телде белергә, яратырға, һаҡларға кәрәк”.

Анжелика Йөҙөкбаева, Мишкә районының Сурай ауылындағы Я. Ялкайн исемендәге гимназияның мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

“Туған телгә һөйөү ғаиләлә һалына. Әммә ғаилә көнкүрештә аралашҡан, һөйләү теле нигеҙҙәрен бирә. Ә телдең матурлығын, байлығын, әҙәби ҡабул итеүҙе мәктәп һала.

Бөгөн балаларҙа туған мари телен өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. Улар милли мәҙәниәтте, тарихты, үҙҙәренең тамырҙарын белгеһе килә. Ә мари телен белмәйенсә, быға өлгәшеп булмай. Уҡытыусының бурысы – туған тел серҙәрен белергә ярҙам итеү, был процесты ҡыҙыҡлыға әйләндереү”.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: