Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2022, 19:45

Туған телем – аманат

Туған телде һаҡлау, үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатында Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында маҡсатлы эш алып барыла.

Туған телем – аманат
Туған телем – аманат

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан 21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителде. Ер шарында йәшәгән халыҡтар алты меңгә яҡын телдә аралаша, үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юғалыу сигендә.

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Һәр береһе өсөн туған теле – иң яҡын, иң ғәзизе. Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам менән ҡараған, әсә теле байлығына һоҡланған. Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр.

Тәбиғәт кешегә күп төрлө телдәр өйрәнергә һәм һөйләшергә һәләт биргән. Быны “Нисә тел өйрәнһәң да өйрәнә, тик туған телең иҫәбенә булмаһын” тип аңларға кәрәк. Туған тел – ҡөҙрәтле шишмә. Уның саф һыуын “эсһәң”, йән ҡыуанысы кисерерһең, йәшәүгә көс-ҡеүәт алырһың. Ата-бабаларыбыҙҙың һүнмәҫ рух ҡиммәттәрен тик ошо шишмә һыуын эсеп кенә татып булалыр. Үҙ туған телендә белем алыу – кешегә бирелгән иң ҙур бәхеттер. Телгә ҡағылышлы ниндәй генә эш башҡарылмаһын, ниндәй генә сара үткәрелмәһен, улар барыһы ла уңышҡа табан алып бара.

Туған телде һаҡлап үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатында Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатлы эш алып барыла. Төрлө саралар, ижади конкурстар башлыса башҡорт телендә үтә. Йәш быуынға телдәр өйрәнеүҙең мөһимлеген, кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр төшөндөрөү маҡсатында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Дан йырлайым һиңә, туған телем!“ исемле девиз аҫтында аҙналыҡ үтте. Тел һәм рух һағында булған абруйлы замандаштар саҡырылды. Өлкән класс уҡыусылары менән “Телдәр белгән – илдәр гиҙгән” исемле "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Уҡыусылар башҡорт теленән алған белемдәрен нығытып ҡына ҡалманы, бик күп яңы һәм әле асыҡлыҡ индерерлек мәғлүмәттәр ҙә алды.

Уҡыусыларҙы өйрәнергә иң ауыр һәм иң еңел бирелгән телдәр, ҡатнаш ғаиләләрҙә балаға ниндәй телде туған тел итеп өйрәтеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы, һәр кем үҙ фекере менән уртаҡлашты. Урта класс уҡыусылары тел белгестәре, Ҡоролтай ағзалары менән осрашыуҙар үткәрҙе. Туған телде өйрәнеү-өйрәтеү, уны һаҡлап ҡалыу төп мәсьәлә булып ҡала. Түбән кластарҙа “Йәшәһен туған телебеҙ” темаһына класс сәғәттәре, викторина, ижади кисәләр ойошторолдо. Был саралар ысын мәғәнәһендә моң һәм ижад байрамына әүерелде. Уҡыусыларҙың башҡорт халыҡ йырҙарын, туған телгә арналған шиғырҙарҙы шундай аһәңле итеп башҡарыуы сараға тағы ла йәм өҫтәне. Һәр ҡайһыбыҙ туған телебеҙ – башҡорт телен ҡәҙерләргә, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүенә хеҙмәт итергә бурыслы икәнебеҙҙе иҫбатланыҡ. Туған телдең кеше күңеленә, сәләмәтлегенә тәьҫире – ғәжәп тәрән, киң һәм ҡоласлы бер ғилем икәненә тағы бер инандыҡ.

Рәсимә Ҡәйепова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Фотолар – авторҙан.

Туған телем – аманат
Туған телем – аманат
Туған телем – аманат
Туған телем – аманат
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: