ХIХ быуаттың 60-сы йылдарында Рәсәй Хөкүмәте мәғарифҡа ҡағылышлы реформалар үткәреү эшен башлай. 1870 йылда Рәсәйҙә рус булмаған халыҡтарға белем биреү ҡағиҙәләре ҡабул ителә. Ошоға бәйле 1872 йылдың 5 мартында Маҡар улысы үҙәге Маҡарҙа мәктәп асыла. Ул шул йылдарҙан алып “өлгөлө мәктәп” тигән баһа менән йәшәй. Маҡар мәктәбе – нәҫелемдең байтаҡ кешеһенә белем биргән, аяҡҡа баҫтырған, алдағы тормошҡа юл һалған белем усағы ул.
Нәҫелем аң-белемгә ынтылған
Бында артабан күренекле шәхестәр булып китәсәк бихисап туғандарым белем ала. Шуларҙың береһе – Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов. Ул һуғыштан тыуған иленә ҡайта алмай, 1943 йылдың 31 мартында Дон далаларындағы Красновка станцияһы янында ҡаһармандарса һәләк була.
Әсәйем менән атайымдың биш балаһы була. Уларға лайыҡлы белем биреү өсөн 1941 йылдың яҙында улар Маҡар ауылына күсә. Тик алда ауыр йылдар булған икән – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атайыбыҙ 1942 йылдың февралендә һуғышҡа китә. Әсирлеккә эләгеп, иҫ киткес ыҙа-михнәттәр аша үтә, Сталин үлгәндән һуң ғына был ғазаптарҙан ҡотола. Шундай ауыр осорҙа әсәйебеҙ үҙенә маҡсат ҡуя: балаларҙы нисек тә булһа иҫән-имен үҫтереү һәм белемле итеү. Кейем юҡ, аслыҡ. Иң ҡыйыны – мәктәптә 8–10-сы кластарҙа уҡыр өсөн аҡса түләргә кәрәк. Атайыбыҙ әсирлектә булғас, беҙҙең ғаиләгә бер тин дә пособие юҡ. Барыбыҙ ҙа тырышып артелгә эшләнек, аҡса йыйып, уҡыу өсөн түләй инек.
Мансур бабай Маҡар мәктәбендә рус һәм башҡорт телдәренән, математиканан уҡытты. Ул үҙе Маҡар мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү курсында, педагогия техникумында белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаны, мәктәп директоры булып эшләне. 104 йәшендә Үтәк ауылында вафат булды.
Үтәк ауылынан Зөфәр Зариф улы Сатлыҡов Маҡар мәктәбендә директор булып эшләй, золом ҡорбаны була, артабанғы яҙмышы билдәле түгел. Телгә алып үткән ошо шәхестәр – әсәйем яғынан туғандар. Атайымдың нәҫеле лә белем алыу өсөн бик ынтылышлы булған. Улар сығышы менән Белорет районының төпкөлдә, тауҙар араһындағы Һаралы, Баҡый яҡтарынан. Ундағы халыҡ Маҡар мәктәбенең бик көслө белем биреүе хаҡында хәбәрҙар була.
Һынауҙар һындырманы
Мин уҡыған йылдарҙа мәктәп гөрләп торҙо. Дәрестәр тамамланғас, ҡайтып йорттағы эштәрҙе башҡарышабыҙ, дәрес әҙерләйбеҙ һәм кискә тағы мәктәпкә йүгерәбеҙ. Унда үҙешмәкәр түңәрәктәр эшләй, төрлө спорт ярыштары уҙғарыла, рус, башҡорт әҙәбиәттәре, математика фәненән викториналар үткәрелә. Ауылда үткән бөтә байрамдарҙың уртаһында – мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар. Уҡытыусыларыбыҙҙың беҙҙең менән шулай шөғөлләнергә нисек ваҡыты, түҙемлеге еткәндер?! Йыш ҡына “Чапаев” колхозына аҙналап ярҙам күрһәтә инек.
9-сы класта уҡығанда алдынғы уҡыусыларға Өфөгә экскурсияға барыу мөмкинлеге бүләк иттеләр. Маҡар ауылынан “Аҡ-Күл” станцияһына тиклем, тәбиғәттең үҙенсәлеген өйрәнә-өйрәнә, йәйәү барҙыҡ. Артабан поезға ултырҙыҡ. Күбебеҙ тәүге тапҡыр поезды шунда күрҙе. Тәьҫораттар иҫ киткес булды!
Минең йөрәгемдә ҡалған уҡытыусыларым – Гөлсәсәк апай, Зөфәр ағай Ҡарамышев, Мөхәмәтов ағай, Фуат ағай Йомағужин, башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Әминә апай Ғәзизова, пионервожатыйҙарыбыҙ Роза һәм Наилә апайҙар. Улар беҙгә белем генә бирмәне, бейергә лә, йырларға ла, сәхнәлә сығыш яһарға ла өйрәтте. Уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ биргән белем һәм тәрбиә беҙгә көс-дәрт өҫтәне, тормошта ышаныс менән йәшәргә этәргес булды.
Шулай итеп, ғаиләбеҙҙәге биш бала ла, Маҡар урта мәктәбен тамамлап, тормош юлына ҙур әҙерлек менән аяҡ баҫтыҡ. Беҙҙән тыш, атайһыҙ үҫеп, мәктәптә түләп уҡып, бер ғаиләнән биш баланың урта белем алғанын хәтерләмәйем. Был – әсәйебеҙҙең белемгә ныҡ ихтирам менән ҡарауы, тырышлығы һөҙөмтәһе. Ошо биш бала араһынан Мәрйәм Вәлиева (Рахманова) 1947 йылда 10-сы класты тамамланы. Бик матур йырлай ине. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында уҡый башлаһа ла, әсәйебеҙҙе, бәләкәй туғандарын йәлләп, белем алыуын туҡтатты. Эш башланы, ғаилә ҡорҙо, ете бала тәрбиәләп үҫтерҙе.
Шамил ағайым 7-се класты тамамлағас, урман техникумына уҡырға китә. Эшләп тә, уҡып та йөрөй. Киске мәктәптә 10-сы класты тамамлап, аттестат ала. Ишембай сәнәғәт комбинатында эшләй. Артабан Йошкар-Ола ҡалаһында Максим Горький исемендәге политехник институттың урман хужалығы факультетының алты курсын дүрт йылда тамамлай. Сәнәғәт комбинатында – баш инженер, Ишембай урман хужалығында директор булып эшләне. Ауыл халҡы өсөн күп эш башҡарҙы, депутат булды, Маҡар дауаханаһын ремонтлауға, Маҡар урта мәктәбен яңынан төҙөүгә тос өлөш индерҙе. Биш ул үҫтерҙе. Уның изге эштәрен халыҡ әле булһа рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.
Камил ағайыма ла Маҡар мәктәбе биргән матур тәрбиә, ныҡлы белем ҙур үрҙәр яуларға мөмкинлектәр аса. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Дөйөм ятаҡта урын булмағас, фатирҙа йәшәне. Студент ваҡытында аҡса табыу өсөн ниндәй генә эш башҡарманы. Камил ағайым ғүмер буйы уҡып туйманы. СССР Фәндәр академияһының О.Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институты аспирантураһында белем алды. 1965 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. СССР Фәндәр академияһының Геология институтында, 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университетында хеҙмәт итте. 1984 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1987 йылда уға дөйөм физика кафедраһы профессоры дәрәжәһе бирелә. “БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем кафедра мөдире булды, ҙур көс һалып, БДУ-ла ер физикаһы буйынса аспирантура, ҡаты ер физикаһы буйынса докторантура асты. Әйтергә кәрәк, ер физикаһы йүнәлеше бөгөн Рәсәйҙә Башҡорт дәүләт университетында һәм Мәскәү дәүләт университетында ғына өйрәнелә. Уларҙың икеһендә лә Камил Абдрахман улының уҡыусылары эшләй.
Рәмил ағайым мәктәптә еңел уҡыны, спорт менән шөғөлләнде, саңғы ярыштарында гел еңеүсе булды. Ә бейеүе һуң, бейеүе! Байрамдарҙа сығыш яһап, ҡыҙҙарҙы таң ҡалдыра ине. 10-сы класты уңышлы тамамланы. Йәштән тимер эшенә ынтылды, слесарь-лекальщик һөнәренә эйә булды. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инде. Артабан Өфө резина-техник изделиелар заводына урынлашып, ғүмер буйы ошо предприятиела эшләне. Көндөҙ заводта, кисен уҡый, гел алдынғылар рәтендә. Заводта абруйлы вазифалар биләне, талантлы уйлап табыусы ине. 1985–1990 йылдарҙа цехтың партия секретары вазифаһын да башҡарҙы, заводтың күп тиражлы гәзитенең мөхәррире лә булды.
Минең юлым
Мин, Нурия Вәлиева, 1947 йылдың 1 сентябрендә 1-се класта уҡый башланым. Уҡытыусым Гөлсәсәк апай Таһирова булды. Ул беҙгә дүрт йыл эсендә ныҡлы белем бирҙе, тырыш, маҡсатлы булырға өйрәтте. Гөлсәсәк апай класта тәртипте ныҡ тота ине. Ул дәрес алып барғанда берәй баланың тәртип боҙоуын хәтерләмәйем. Минең өсөн уҡыуҙың бер ҡыйынлығы ла булманы, мәктәпкә барырға атлығып торҙом. Аслыҡ, кейем булмау ғына йонсота ине. Ҡыш үтеп, яҙ етеүен, урманда ашарға яраҡлы үләндәр сығыуын көтәбеҙ. 9-сы класта уҡығанда, 14 йыл әсирлектә булып, атайым ҡайтты. Был ғаиләбеҙ өсөн оло шатлыҡ ине!
Шулай итеп, 10-сы класты тамамланым. 1-се класта уҡый башлағанда 83 бала инек, ә 10-сыны тамамлағанда 1-се кластан бергә уҡығандар бары алты кеше ҡалдыҡ. Улар – Исфар Мөхәмәтов, Дамир Солтанов, Мөхәмәтйән Таһиров, Харис Ҡотлобаев, Рауза Ситдиҡова һәм мин. Ошо алты баланың дүртәүһе, юғары белем алып, абруйлы вазифаларҙа эшләне.
10-сы класты тамамлағас, дәртләнеп институтҡа инергә әҙерләнә башланым. Математиканы ныҡ ярата инем, шуға күрә Зөфәр ағай Ҡарамышев кеүек математика уҡытыусыһы булыу теләге ҙур ине. Беҙ бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡыныҡ, ә институтҡа инеү өсөн имтихандарҙы рус телендә тапшырырға кәрәк. Математиканан кәсерҙәрҙе лә русса әйтә белмәйем, шул сәбәпле хыялым тормошҡа ашманы. Салауат ҡалаһына барып, тимер юл эшсеһе булып хеҙмәт юлымды башланым. Әммә шул тиклем уҡығы килә! Күмертау ҡалаһындағы техник училищеға инеп, ун ай уҡып, транспортерҙар моторисы тигән һөнәр алдым. Шулай ҙа институтта уҡыу хыялынан кире ҡайтманым, әҙерлек курсына индем. Тырышып эшләп тә йөрөйөм, Салауат ҡала Советына депутат итеп һайлап ҡуйҙылар. Эштә “Беҙ һине үҙебеҙгә белгес итеп әҙерләргә теләйбеҙ, институтҡа юллама бирәбеҙ” тигәстәр, ризалаштым. Шулай итеп, Куйбышев политехник институтына имтихандар тапшырып, студент булып киттем. Уҡыу ауыр ғына булды, сөнки русса насар беләм. Шулай ҙа тәбиғәттән бирелгән аң һәм тырышлыҡ менән институтты уңышлы тамамланым. Диплом алып, Өфөгә килгәйнем, “Башкирэнерго”ның идарасыһы Салауат ТЭЦ-ына эшкә ебәрмәне. Энергетика техникумына минең һөнәр буйынса уҡытыусы кәрәк ине, ризалаштым. Техникумда бик уңышлы эшләп йөрөгәндә “Союзнефтеавтоматика” берекмәһенә эшкә саҡырҙылар. Бик яуаплы бурыс – нефтселәрҙең объекттарын йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса проекттар эшләү. Күстем һәм башкөллө эшкә сумдым. Был ойошмала 23 йыл, йәғни хаҡлы ялға киткәнсе эшләнем. Тәүҙә төп белгес, һуңынан бүлек мөдире, проекттар буйынса төп белгес, төп инженер, бик ҙур технологик бүлектең баш мөдире булдым. Коллегаларым менән әле булһа бәйләнештәмен. Мин етәкселек иткән проекттар буйынса тотош СССР-ҙа бик күп объекттар төҙөлдө.
Беҙ, 1957 йылғы сығарылыш уҡыусылары, ғүмер буйы мәктәбебеҙҙе онотманыҡ, уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтле булдыҡ. Хәҙер инде оло йәштәбеҙ, ә шулай ҙа бәхетле мәктәп йылдары күңелебеҙҙә йылы хәтирә булып һаҡлана. Әлеге көндә Маҡар мәктәбенә класташыбыҙҙың ҡыҙы Гөлнара Рим ҡыҙы уңышлы етәкселек итә. Туған мәктәбебеҙҙе юбилейы менән тәбрикләп, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Нурия КИЛМӨХӘМӘТОВА-ВӘЛИЕВА,
1957 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.