Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 16:28

Бар яҡлап та улар беренсе!

Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ.

 

“Егеттәрҙең танауына сиртте Регина...”

 

Бөгөнгө йәштәрҙең сәләмәт тормошто үҙ итеүе, спорт менән етди шөғөлләнеүе, алама ғәҙәт­тәрҙән йыраҡ тороуы хуплауға лайыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы – студенттар араһында республика, Рәсәй һәм ил күләмендәге чемпиондар бар, спорт мастер­ҙары ла, спорт мастерҙарына кан­дидаттар ҙа байтаҡ. Күптән түгел I курс студенты Регина Тайыпова Саратов ҡалаһында Баш­ҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында кикбоксинг буйынса Волга буйы федераль округы беренселе­гендә ҡатнашып, алтын миҙал яулаған. Уның тураһында тренерҙар “Егеттәрҙең танауына сиртте Регина!” – тиҙәр.

Учалы районы ҡыҙы алтынсы кластан спорт менән шөғөлләнә, ҡыҙҙар өсөн бер аҙ ятыраҡ то­йол­ған кикбоксингты үҙ итә. Республика, Рәсәй ярыштарында ҡат­нашып, һәр саҡ призлы урындар яулай, беренсе разрядҡа эйә.

Кемгәлер йүгереү оҡшаһа, икенселәр милли көрәште үҙ итә, бәғзеләр футбол, хоккей уйнай. Әммә таһыллыҡты һәм сослоҡто талап иткән, ауыр спорт төрҙә­ренең береһе булған кикбоксингты көслөләр һәм ныҡыштар ғына һайлай. Тап Регина кеүектәр.

Сәм, таһыллыҡ, көс һәм сабырлыҡ талап иткән был спорт төрөн ни өсөн һайланың, тигән һорауға ул йылмайып: “Оҡшаны!” – тип кенә яуап бирҙе. Хәйер, шулайҙыр. Шулай булмаһа, тап ошо спорт төрө менән етди шө­ғөлләнеү өсөн Сибай ҡалаһының “Шоңҡар” спорт клубының тренеры Хәлит Хибәтуллинда шө­ғөл­ләнер өсөн мотлаҡ рәүештә Сибай ҡалаһына уҡырға килер инеме?!

Сәләмәт йәшәүгә ылыҡтырған, ихтыяр көсө тәрбиәләгән, үҙеңдә ышаныс уятҡан спорттың был төрө бөгөн йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай бара. Киләсәктә лә Регина Тайыповаға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

Йүгерек батыр

 

Ғәҙел Булатов – “Ғәмәли математика һәм информатика” бүлегенең II курс студенты. Уны иптәштәре шаяртып “йүгерек батыр” тип тә йөрөтә.

Баймаҡ районының Әбдел­кәрим ауылында тыуып үҫкән Ғәҙел, ағаһы Рәмзилгә эйәреп, бәләкәйҙән үҙаллы йүгереү менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул да ошо уҡыу йортон тамамлап, әле эшләп йөрөй.

Рәмзил Булатов еңел атлетика буйынса I разрядҡа эйә, Рәсәй чемпионы, һәр ярыштарҙа призлы урын ғына яулай. 1, 3, 6, 8, 10 километр араны йүгереү буйынса республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткән ярыштарҙа ҡатнашҡан.

– Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йәйен дә, ҡышын да көн һайын йүгерәм, төрлө күнекмәләр яһайым, – ти Ғәҙел. – Спортта ялҡауланырға йә иһә иренеп, иртәгәгә ҡалды­рам тигән нәмә юҡ. Һин үҙеңә маҡсат ҡуйғанһың икән, тимәк, уны тормошҡа ашырыу өсөн үҙеңде еңә белергә тейешһең. Спорт һаулыҡ өсөн генә файҙалы түгел, ә иң мөһиме – үҙеңдә ышаныс тойоу һәм рух ныҡлығы кеүек сифаттарҙы ла тәрбиәләй. Миңә ошо яғы нығыраҡ оҡшай.

Бынан бер нисә йыл элек ҡулына һыра шешәһе һәм ауы­ҙында тәмәке ҡабыҙған “текә” геройҙарҙы бөгөн сәләмәт йәшәүҙе үҙ иткән, физик һәм рухи яҡтан ныҡ, көслө ихтыярлы заман геройҙары алмаштырыуы ҡыуаныслы. Ә ундайҙар Сибай институтында бихисап.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: