Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә лә бирелә. Бында бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын үҫтереүгә иғтибар ҙур. Уларҙы һәр иртән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғарипов, Мөхәмәтша Буранғолов, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың һыны тәбрикләй, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт барельефтары ҡаршылай.
Заман менән бергә үҫәләр
Студенттарға белем алыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына ярашлы кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙәге ижади бәйгеләрҙә, белемдәрен камиллаштырыу курстарында сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә алдынғы урындар яулай. 30 йыл эшләү дәүерендә меңдәрсә егет һәм ҡыҙға белем өләшкән, уларҙы оло тормошҡа әҙерләгән изге урын да. Уҡыу йорто үҙенең абруйын, фәнни һәм ижади ҡеүәтен йылдар буйы һаҡлап ҡына ҡалмайынса, өҙлөкһөҙ үҫтерә, һәр яҡлап камиллаша, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Сибай институты заман талаптарына яуап биргән, заман менән йәнәш атлаған һәм һәр быуын өсөн яҡын уҡыу йорто булып ҡала. Урал аръяғы райондары өсөн милли кадрҙар әҙерләүҙә лә белем усағының роле баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн тап ошо уҡыу йортон тамамлаған 13 мең студент араһынан төрлө райондарҙа хакимиәт башлығы вазифаһы йөгөн тартҡандар ҙа, прокуратура, суд, полиция органдарында эшләгәндәр ҙә, мәктәп, балалар баҡсаһы, төрлө мәҙәни, мәғариф, сәнәғәт учреждениелары етәкселәре кеүек яуаплы урындарҙы биләгәндәр ҙә бихисап.
Сибай институтында белем алыуҙың өҫтөнлөктәре
3 Квалификациялы уҡытыусылар составы (10 фән докторы, 50-нән ашыу фән кандидаты эшләй)
3 Дәүләт дипломы
3 Уҡып йөрөгән йәки практика үткән ваҡытта уҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге
3 Белем алыуҙың төрлө алымдары
3 Бер юлы ике факультетта уҡыу мөмкинлеге
3 Шәхсән алым
3 Уңышлы карьера
3 Белем алыу төрҙәре. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дистанцион белем алыу технологияларын ҡулланыу
3 Фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр
3 Заманса матди-техник база (12 компьютер класы, өс мультимедиа залы, мәғлүмәти-технологиялар үҙәге)
3 Юғары тиҙлекле Интернет
3 Көнкүреш шарттары тыуҙырылған дүрт ятаҡ
3 Стадион, ашхана, китапхана
3 “Талҡаҫ” күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы
3 “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы
3 Сит ил граждандары ла белем алыу хоҡуғына эйә
3 Иң мөһиме – студенттарҙың үҫешенә бар шарттар тыуҙырылған!
3 Төрлө спорт секциялары, йыр-бейеү ансамблдәре эшләй
Өҫтөнлөклө йүнәлеш – ҡыҙҙар-егеттәргә сифатлы белем биреү
Белем усағында бөтәһе дүрт факультет иҫәпләнә:
Тәбиғи-математика факультеты. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә 11 йүнәлеш бар.
“Ғәмәли математика һәм информатика”, “География”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу”, “Биология”, “Биология һәм химия” (көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлеге), “Физик культура” (ситтән тороп), “Физик культура” (педагогик йүнәлештә) – көндөҙгө генә бүлек, педагогик йүнәлештә белем биреүҙең “Физика”, “Информатика”, “Химия”, “География” бүлектәрендә тик ситтән тороп уҡырға мөмкин.
Педагогика факультеты. Ете йүнәлеш буйынса белем алырға мөмкин:
“Психология”, “Сит телдәр”, “Башҡорт һәм рус филологияһы”, “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс белем биреү” буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алырға мөмкин.
Технология факультетында “Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау”, “Художество технологиялары материалдары” бүлектәрендә, шулай уҡ теләүселәргә “Технология” профиле (уҡытыусы) һөнәренә эйә булырға мөмкин.
“Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында хоҡуҡ һәм иҡтисад белгестәре әҙерләнә. “Финанс һәм кредит”, “Менеджмент: “Проекттар менән идара итеү”, “Хоҡуҡ”, “Тарих” профиле (уҡытыусы) бүлектәренә уҡырға инергә мөмкин.
Сибай институтына уҡырға инеү, ниндәй имтихандар кәрәклеге тураһындағы барлыҡ һорауҙар менән уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡабул итеү комиссияһының телефоны –
8 (34775) 5-15-38.