Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 12:29

Улар иңендә – илһөйәрҙәр тәрбиәләү бурысы

Йылдың иң яҡшы уҡытыусыларын билдәләгән конкурстарға йомғаҡ яһалды,

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.   “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” – Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмованы БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин тәбрикләй.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” – Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмованы БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин тәбрикләй.Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Уларҙың тәүгеһе быйыл – 32-се тапҡыр, икенсеһе 27-се тапҡыр үткәрелә. Бер нисә көн дауам иткән бәйгеләр барышында уҡытыусылар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары күрһәтте, ата-әсәләр менән диалог, республиканың мәғариф һәм фән министры А.В. Хажин ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһында ҡатнашты.

Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы. Быйыл был бәйгелә 75 уҡы­тыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында, Ханты-Манси автономлы округында башҡорт теле дәрестәрен алып барған уҡытыусылар ҙа бар ине.

Бер нисә көн дауам иткән көсөр­гәнешле конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Өфө ҡала­һындағы 107-се лицей уҡытыу­сыһы Мирас Рәшит улы Ишдәү­ләтов “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Көйөргәҙе егете Мирас Рәшит улы Өфө ҡалаһы буйынса үткә­релгән бәйгелә еңеү яулаған­дан һуң уның тураһында гәзитебеҙҙә һүрәтләмә баҫы­лып сыҡҡайны. Йәш, рухлы, маҡсатлы уҡытыусы был юлы ла һынатманы һәм лайыҡлы рәүештә еңеүсе исемен яуланы.

Сибай ҡалаһының Р. Өмөт­баев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауы­лындағы башҡорт гимназияһы­нан Зилә Роберт ҡыҙы Миң­дебаева, Өфө ҡалаһындағы 2-се СМАРТ республика полилингваль күп профилле гимна­зияһынан Ләйсән Рәйес ҡыҙы Сәфиуллина, Ҡырмыҫҡалы райо­нының Ефремкино урта мәктә­бенән Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева лауреаттар булып танылды.

“Башҡортостандың йыл уҡы­тыу­­сыһы” республика конкурсы быйыл биш йүнәлеш буйынса ойош­торолдо. Шулай итеп, Стәр­летамаҡ ҡалаһының 1-се гимна­зияһынан Юлия Александровна Смехова – “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыу­сыһы”; Дүрт­өйлө районының Исмаил ауылы мәктәбе мөғәллимәһе Ләйсән Имаметдин ҡыҙы Мырҙа­ева – “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы”; Туймазы ҡала­һындағы Республика дистанцияла белем биреү үҙәгенең информатика уҡытыу­сыһы Ольга Александровна Густова – “Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы”; Өфө ҡалаһының 112-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Вячеславовна Ногина – “Йылдың йәш уҡытыусыһы”; Ҡариҙел ауы­лындағы 1-се урта мәктәптең сит телдәр уҡы­тыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмова “Башҡортос­тандың йыл уҡытыу­сыһы” йүнә­леш­тәрендә еңеүселәр булып танылды. Ә инде “Баш­ҡорт­остандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан Юлия Александровна Смехова яуланы.

Тантана барышында конкурста ҡатнашҡан, үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан уҡы­тыусылар хөрмәтенә йыр-моңдар яңғыраны. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған бәйгеселәргә дипломдар, аҡсалата бүләктәр, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Мәғариф һәм фән министрлы­ғының, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролта­йының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре проф­союзының Башҡортостан республика комитетының, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының, Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһының уҡыу йортта­рының Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәре тапшырылды. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡорол­тайы бәйгелә ҡатнашҡан алдынғы, рухлы башҡорт теле уҡытыу­сы­ларына, шул иҫәптән сит төбәк­тәрҙә әсә теленә һөйөү тәрбиә­ләгән милләттәштәребеҙгә махсус бүләктәр әҙерләгән ине. Ә инде Бүздәк районы Бүздәк ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина ҡоролтайҙың ҙур наградаһына – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды. М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан булды­рылған Сухомлинский миҙалы – Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимна­зияһы уҡытыу­сыһы Динара Рәжәп ҡыҙы Латиповаға, Аҡмулла исе­мен­дәге премия М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лице­йынан Эльмира Ғабдрах­ман ҡыҙы Тазиеваға тапшырылды.

Был көндө йәш быуынды, улай ғына түгел, тотош кешелекте тәрбиәләгән һөнәр эйәләре адресына бик матур һүҙҙәр, ихлас теләктәр әйтелде. Еңеүселәрҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урын­баҫары Тамара Михайловна Танһыҡҡужина, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар, баһалама рәйестәре тәбрикләне.

– Уҡытыу – һеҙҙең төп хеҙ­мәтегеҙ. Бөгөн шуға өҫтәп, быға тиклем дә башҡарып килгән бу­рысығыҙ – йәш быуында илһө­йәрлек рухы тәрбиәләү йөкләмәһе һеҙҙең иңдәргә икеләтә яуаплылыҡ менән ятты. Һеҙҙең ҡулда – дәүлә­тебеҙҙең, кешелектең именлеге һәм киләсәге, –  тине үҙ сы­ғышында Айбулат Вәкил улы. Төбәгебеҙ уҡытыусыларының был миссияны лайыҡлы башҡара­сағында шикләнергә урын юҡ.

 

Гөлфирә АБДУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсының баһалама рәйесе:

– Мин башҡорт теле һәм әҙә­биә­те уҡытыусыларын, Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов­тың һүҙҙәре менән әйт­кәндә, “йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡойоусы” бал ҡорт­тарына тиңләр инем. Уларҙың фиҙакәрле­генә, егәрлелегенә ҡарап һоҡланмау, уларҙағы рухты, сәмде күреп ғорурланмау мөмкин түгел!

Бына инде бер нисә йыл рәттән ошо абруйлы бәйгенең жюри рә­йесе булып эшләргә тура килә. Быйыл конкурста дөйөм белем биреү учреждениеларынан тыш, урта һөнәри уҡыу йорттарының, йәғни  кол­ледждар­ҙың уҡытыу­сы­лары ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Шуға күрә йыл һайын яҡынса биш тиҫтә самаһы конкурсант ҡат­нашып килһә, быйыл уларҙың һаны 75-кә етте.

Йылдан-йыл ҡатнашыу­сы­лар­ҙың кимәленең артыуын билдәләр инем. Бында конкурстың киңерәк танылыу яулай барыуы роль уйнай. Икенсенән, һуңғы йылдарҙа бәйгенең этаптары – таныштырыу, дәрестәр, оҫталыҡ кластары, презентациялар “Ютуб” каналында тура эфирҙа күрһәтелеп бара, шуға күрә теләге булған һәр кем уны ҡарап өйрәнә, тәжрибә туплай ала. Артабан был яҙмалар “Туған тел” порталында урын ала. Был да уҡытыусыларға үҙеңде үҫтереү йәһәтенән ҙур майҙансыҡ булып хеҙмәт итә.

Конкурста йәштәрҙең ҡатна­шыуын ыңғай күренеш булараҡ билдәләп үтергә теләйем. Тимәк, быуындар бәйләнеше юғалмай, телебеҙ һағында торған педагогтар сафы йәш көстәр менән тулылана.

Был конкурста ҡатнашыу – үҙе үк ҙур мәртәбә. Тиңдәр араһында тиң булыу, фекерҙәштәр менән аралашыу мөмкинлеген бирә был бәйге.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас: