Урман менән китап араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Нимә мөһим: тамырсамы, әллә биттәрме?
Республиканың полиграфия предприятиеһында Өфө урман хужалығы техникумы студенттары ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Өфө урман хужалығы техникумы студенттарын “Башҡортостан” республика нәшриәтенә экскурсияға саҡырҙы.
Беренсе курс студенттары – урман һәм урман эшкәртеү тармағының буласаҡ белгестәре - нәшриәттең етештереү цехтарында булды.
– Ҡағыҙҙы етештереү өсөн төп сеймал ылыҫлы һәм япраҡлы тоҡомло ағастар булғанын беләбеҙ. Шуға ла ҡағыҙҙың китаптарға, журналдарға, буклеттарға, гәзиттәргә, йәғни полиграфия тауарына әйләнеүен ҡарау ҡыҙыҡ, – тип уртаҡлашты студенттар.
“Башҡортостан” нәшриәтенең брошюралау-төпләү цехы начальнигы Наталья Коновалова студенттарҙы бик ихлас ҡаршы алды һәм цех менән таныштырҙы. Буласаҡ белгестәр баҫыу, брошюралау-төпләү һәм гәзит цехтарын ҡараны, баҫыу, брошюралау, төпләү, гәзит әҙерләү процестары менән танышты.
– Нәшриәт бер сменала 10 мең дана төрлө китап тауарын етештерә. Баҫма киң мәғлүмәт сараларын етештереү бер нисә этаптан тора: контент булдырыу, верстка һәм макет әҙерләү, ике аралағы форманы етештереү, төп етештереү һәм постоэшкәртеү. Халыҡ иртә таңдан ваҡытлы баҫманы уҡый алһын өсөн гәзиттәр төнгө сменала баҫыла, – тип аңлатты Наталья Георгиевна.
– Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә һәм “Башҡортостан” нәшриәтенә етештереү полиграфия базаһы менән танышыу мөмкинлеге биргәндәре һәм студенттарҙың белемдәрен арттырыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт, – тине студенттарҙың кураторы, техникумдың музыка етәксеһе Зилә Усманова.
Айрат Искәндәров фотоһы.