Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Март 2022, 14:00

Мәғариф тармағына үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров бөгөнгө сығышында республиканың мәғариф тармағының торошона, үҫеш йүнәлештәренә лә ентекле туҡталды.

Мәғариф тармағына үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Мәғариф тармағына үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы барышында ҙур доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул республиканың мәғариф тармағының бөгөнгө торошона, үҫеш йүнәлештәренә лә ентекле туҡталды.

Белеүебеҙсә, Башҡортостандың мәғариф системаһы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Уға 1027 мәктәпкәсә ойошма, 2000-дән ашыу мәктәп, 96 колледж (шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы 71 белем биреү ойошмаһы) һәм туғыҙ юғары уҡыу йорто (БДУ, БДПУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДАУ, БДМУ, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, шулай уҡ Рәсәй дәүләт вуздарының алты филиалы, ике дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорто филиалы) инә. 2021 йылда ул тағы ла дүрт мәктәп һәм алты балалар баҡсаһы менән тулыланды, өҫтәмә рәүештә 1309 уҡыу урыны булдырылды.

– Быйыл Бишбүләк, Салауат һәм Өфө райондарында, шулай уҡ Өфөлә белем биреү учреждениелары үҙ ишектәрен аса. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла 375 урынлыҡ мәктәп төҙөлөп бөтөр тип көтәбеҙ, – тип билдәләне Андрей Назаров үҙ сығышында. – Республика дәүләт-шәхси партнерлыҡ аша өҫтәмә уҡыу урындары булдырыу буйынса пилот проектына инде, һәм беҙ 1225 урынлыҡ “Затон-Көнсығыш” торлаҡ районында мәктәп төҙөү буйынса тәүге концессия килешеүен төҙөнөк.

Дәүләт корпорацияһы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү 2024 йыл аҙағына 10 меңгә яҡын өҫтәмә уҡыу урыны булдырырға һәм мәктәптәр етмәү проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Проект өсөн федераль аҡсаның суммаһы 8,5 миллиард һум тәшкил итә. Был программаға йәлеп ителгән средстволар күләме буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында тора.

– Беҙ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырыуға тотондоҡ. 2021 йылда вуз-ара студенттар кампусы проектын Рәсәй Хөкүмәте хупланы. Ул 2022-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙалланған пилот проекттары исемлегенә индерелде, – тине Хөкүмәт Премьер-министры. – Тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге 207 “Үҫеш нөктәһе” асылды, 205 мәктәптә һанлы белем биреү мөхите индерелде. Федераль һәм республика средстволары иҫәбенә 187 яңы мәктәп автобусы һатып алынды.

2021 йылда башланғыс класс уҡыусылары бушлай йылы аш менән 100%-ҡа тәьмин ителгән.

Өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары менән тулыһынса тәьмин ителеш - 3-7 йәшлек балалар араһында (Рәсәй Федерацияһында - 96,13%, Волга буйы федераль округында - 94,79%), балалар баҡсалары менән тулыһынса тәьмин ителеү - 3-7 йәшлектәр араһында (Рәсәй Федерацияһында - 99,58%, Волга буйы федераль округында - 99,96%).

Мәғариф системаһының кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡалыу өсөн ауыл ерендә 100 йәш уҡытыусы гранттар алды: 690 меңәр һум аҡса. Ә “Ауыл уҡытыусыһы” федераль программаһы сиктәрендә 48 уҡытыусы берәр миллион һум алды.

Республикала ”Йәш профессионалдар” милли чемпионатын уҙғарыу 2021 йылдың мөһим ваҡиғаһы булды. Унда Башҡортостан дөйөм берҙәм иҫәптә икенсе урын яуланы, йәмғеһе – 62 миҙал: 8 алтын, 12 көмөш, 19 бронза һәм профессионализм өсөн 23 медальон. Ләкин чемпионат финалының иң мөһим һөҙөмтәһе колледждарҙың 100-ҙән ашыу оҫтаханаһын яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу булды.

Урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡытыу процесының яңы юғары стандартын формалаштырыу бөтә һөнәри-техник белем биреү системаһын модернизациялауҙы талап итте. Учреждениеларҙа капиталь ремонт 20 йылдан ашыу үткәрелмәгән, инвентарь әле асылғандан алып яңыртылмаған.  Студенттарҙың социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм профессиональ белем биреү ойошмаларын техник йыһазландырыу кәрәклеге “Профессиональ белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын модернизациялау” йылы сиктәрендә Хөкүмәт эшмәкәрлеге өҫтөнлөктәренең береһенә әйләнде.

– 2021 йылда республика колледждарының барлыҡ ятаҡтарын йомшаҡ инвентарь менән тәьмин итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленде, – тине Андрей Назаров.  

Был мәсьәләне хәл итеүҙә төп предприятиеларыбыҙ ҙа ҡатнаша. Шулай итеп, былтыр Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе базаһында РОСТЕХ дәүләт корпорацияһының производство-уҡыу үҙәге асылды. 2022 йылда өҫтәмә рәүештә бер миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән, ә киләһе йылдарҙа – профессиональ белем биреү ойошмаларын яңыртыуға 500 миллион һум. Был саралар эш биреүселәр заказы буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең һәм кадрҙарға инвестиция проекттары ихтыяжын тәьмин итеүҙең нигеҙе буласаҡ.

БР Хөкүмәте Премьер-министры быйылғы йылға билдәләнгән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе лә айырып әйтеп үтте:

- Һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен индереү иҫәбенә 240 мәктәпте заманса һанлы белем биреүгә күсереү.

- Тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле 216 “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәген булдырыу.

- Балаларға һанлы белем биреү буйынса ете “IT-куб” үҙәген, “Кванториум” балалар технопаркын, ике полилингваль мәктәп асыу планлаштырыла.

- Белем биреү ойошмаларында WorldSkills стандарты буйынса йыһазландырылған 12 оҫтахана булдырыу күҙаллана.  

Фото: gtrk.tv

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: