Бер кемгә лә сер түгел: ҙур ҡала шарттарында үҫкән балаларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләү, уларға туған тел нескәлектәрен өйрәтеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына күпкә ауырға тура килә. Был осраҡта ғаилә, йәғни ата-әсә яғынан аңлау, яҡлауҙың булыуы ла бик мөһим. Әммә телебеҙ һағында торған уҡытыусылар, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ эшен ихлас бирелеп башҡара, уңыштарға өлгәшә, дәртләнеп эшләй. Өфө ҡалаһындағы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Яруллина ла – шундай рухлы, алдынғы ҡарашлы мөғәллимәләрҙең береһе.
Салауат районының Икенсе Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән Рима Ким ҡыҙы бала сағын матур хәтирәләр аша иҫкә ала. Ғаиләлә бишенсе бала булараҡ, ҡәҙерле, иркә генә ҡыҙ булып буй еткерә ул. Мәктәптә уҡыған осоронда совхозда бухгалтер булып эшләгән атаһына ярҙам итешә: төрлө ҡағыҙҙарын тултырыша, шуға күрә киләсәктә иҡтисадсы һөнәренә эйә булыу тураһында уйлай. IX класты тамамлағас, күрше Арҡауыл урта мәктәбенә йөрөп уҡырға йыйынған ҡыҙҙың теләгенә ата-әсәһе ҡаршы төшә һәм Мәсәғүт педагогия училищеһына барырға кәңәш итә.
“Студент тормошона тиҙ генә өйрәнеп киттем, шул тиклем күңелле, матур үтте ул йылдар. Атай-әсәйем биргән кәңәште тотоуыма бер ҡасан да үкенмәнем. Училищела уҡығанда айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре оҡшай ине, быға уҡытыусыларым Венера Рәшит ҡыҙы менән Рәйсә Йәғләмүн ҡыҙы ла сәбәпсе булғандыр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы йүнәлеше менән бер рәттән башҡорт теле буйынса факультативты ла уңышлы тамамланым”, – тип күңелле студент осоро хәтирәләрен яңыртты Рима Ким ҡыҙы.
1997 йылда ҡулына диплом алған йәш белгескә Иглин районының бер ауылына эшкә йүнәлтмә бирәләр. Әммә ҡатнаш халыҡ йәшәгән сит-ят төбәк һис кенә лә күңеленә ятмай ҡыҙҙың, һәм ул, Өфөлә эшләп йөрөгән өлкән туғандары менән кәңәшләшеп, баш ҡалаға юл тота. “Шулай итеп, Өфөләге балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башланым. Әммә күңел мәктәпкә тартыла. Быны мөдир ҙә һиҙгәндер инде, бер көндө “136-сы башҡорт лицейына уҡытыусылар кәрәк, тиҙәр, барып ҡара әле”, тип кәңәш бирҙе. Бына шулай, 1997 йылдың октябренән бөгөнгәсә ошо белем усағына тоғро булып, эшемде яратып хеҙмәт итәм. Быйыл 25 йыл була инде”, – ти хәҙер инде ҙур тәжрибәгә эйә юғары категориялы уҡытыусы Рима Ким ҡыҙы. Башта балалар хәрәкәтен ойоштороусы була. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм 2005 йылдан лицей уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте нескәлектәрен өйрәтә.
“Беҙгә башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән балалар килә. Ғаиләһендә туған телендә һөйләшкән уҡыусылар менән эшләү, әлбиттә, еңел һәм рәхәт. Шулай ҙа, уҡытыусы булараҡ, уларҙың һәр береһендә башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт әҙиптәренең ижады менән таныштырыу – төп бурысыбыҙ. Мин үҙ эшемдә телмәр үҫтереүгә, аралашыу ҡеүәһен арттырыуға етди иғтибар бирәм, ҡала шарттарында үҫкән бала тәү сиратта башҡорт телендә аралаша белергә, телдең иң ябай ҡағиҙәләрен үҙләштерергә тейеш, тип иҫәпләйем”, – ти уҡытыусы.
Һәр кем менән ихлас мөғәмәләлә булған Рима Ким ҡыҙы коллективта ла, уҡыусылар, ата-әсәләр мөхитендә лә ихтирам-хөрмәт яулаған. Алсаҡ йөҙлө, ипле холоҡло мөғәллимәгә: “Һеҙ һәр ваҡыт йылмайып ҡына йөрөйһөгөҙ, был тормоштоң бер мәшәҡәтен дә белмәгән кеше кеүекһегеҙ”, – тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә бит тормош тигәнең ярайһы уҡ ныҡ ҡына һынаған уны. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы эске ныҡлығы менән еңеп сыҡҡан ул. Бала саҡтан ата-әсәһе һеңдергән тәрбиә алымдары, туғандарының терәк-таяныс булыуы ла көс биргәндер, алға атларға этәргес булғандыр.
“Көтмәгәндә тормош иптәшем Юлай мәрхүм булып ҡалды. Ҡулымда ике кескәй бала, бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә йәшәйем. Иртә менән улдарымдың икеһен ҡаланың ике яғындағы балалар баҡсаһына алып барырға, унан Сипайлово биҫтәһендәге эшемә өлгөрөргә кәрәк. Бик ауыр булды ул мәлдәр. Машинабыҙ бар ине, бурысҡа аҡса алып, тәүәккәлләп автомобиль йөрөтөргә уҡып алдым. Унан инде фатир һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Әгәр кеше үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып йәшәһә, күп нәмәгә өлгәшә ала”, – ти Рима Ким ҡыҙы.
Бөгөн инде ул ауыр саҡтар артта ҡалған. Һынауҙар уны һындырмаған, киреһенсә, көслөрәк иткән, тормош ҡәҙерен белергә өйрәткән. “Ауыр ваҡыттарҙа һәр ваҡыт атайым мәрхүмдең һүҙҙәрен иҫкә төшөрә инем: “Ни тиклем ҡыйын булһа ла, башыңды күтәр ҙә алға атла”. Шулай уҡ яҡташым Рәми ағай Ғариповтың “Хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын!” тигән һүҙҙәре лә йәшәү девизыма әйләнгән”, – ти көслө рухлы уҡытыусы.
Артабан инде күңеленә яҡын кешене осратып, яңынан парлы булырға, Әмир исемле тағы бер улға әсәй булыу бәхетенә өлгәшергә насип була Римаға. Бөгөн инде ул һил бәхетенә риза булып, һәр яңы көнгә ҡыуанып баға, үҙен яратҡан эшенә лә, ғаиләһенә лә тигеҙ бүлергә тырыша. 15 йәшлек Арыҫлан менән 12 йәшлек Салауат – М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары, ғаиләнең йәме булған дүрт йәшлек кескәй Әмир балалар баҡсаһына йөрөй. Батырыбыҙ Салауатты биргән бәрәкәтле төбәктә тыуып үҫкән Рима Ким ҡыҙы улдарын да рухлы итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Балалары менән бергәләп шәжәрә конкурсында уңышлы ҡатнашҡандар. Өлкән улы Арыҫлан – башҡорт КВН-ының әүҙем уйынсыһы.
Хеҙмәтен ихлас күңелдән яратып башҡарған Рима Яруллина үҙен һөнәри йәһәттән үҫтереүгә лә яуаплы ҡарай. Былтырғы йыл уның өсөн айырыуса уңышлы булған: Рима Ким ҡыҙы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының район, ҡала этаптарында еңеүсе булып, төбәк-ара кимәлдәге бәйгенең финалына үтеп, лауреат булып танылған. “Был конкурс ҡатмарлы ғына булды, шулай ҙа күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Миңә һәр яҡлап ярҙам иткән ғаиләмә, тормош иптәшем Аликка, коллективыма ҙур рәхмәтлемен. Лицейҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен коллегам Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллина менән бергә алып барабыҙ. Бәйгегә әҙерләнгәндә ул һәр йәһәттән терәк-таяныс булды”, – тип күңел түренән сыҡҡан рәхмәт хистәре менән уртаҡлашты уҡытыусы ханым.
“Бәхетлемен. Иртәнсәк ашҡынып килер яратҡан эшем бар, коллективыбыҙ берҙәм, егәрле, мәктәбебеҙ йылы, яҡты. Эштән һуң һағынып ҡайтыр ғаиләм, өйөм бар. Инәйем иҫән-һау. Уның янына ҡайтып, ҡәҙерле кешемдең эргәһендә булыуҙан һәм тыуып үҫкән еремдән көс, дәрт алып киләм. Туғандарым менән берҙәм, татыубыҙ. Һаулыҡ, ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын!” – тигән изге теләктәр менән тамамланы Рима Ким ҡыҙы әңгәмәне. Беҙ ҙә уның матур теләктәренә ҡушылабыҙ һәм ошо бәхетегеҙҙән яҙҙырмаһын, һәр ваҡыт шулай тормошҡа йылмайып бағып, уны йәмләп йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА