Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Апрель 2022, 21:00

Бергәләп тоталь диктант яҙҙыҡ

Өфөнөң 30 майҙансығында 1100 кеше рус теленән диктант яҙҙы. 

Бергәләп тоталь диктант яҙҙыҡ
Бергәләп тоталь диктант яҙҙыҡ

Бөгөн, 9 апрелдә, Өфөлә Тоталь диктант яҙыу сараһы уҙҙы. Быйыл уны 1100 самаһы кеше яҙҙы, шуларҙың 160-ы тест тапшырҙы: был – рус телен өйрәнгән сит ил вәкилдәре өсөн диктанттың махсус версияһы.

Акция 30 майҙансыҡта – юғары уҡыу йорттары һәм китапханаларҙа, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, Республика перинаталь үҙәгендә, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында һәм башҡа урындарҙа ойошторолдо.

Тоталь диктант-2022 тексының авторы – Рәсәй яҙыусыһы, тәржемәсе һәм сценарист Марина Степнова. Майҙансыҡтарҙа уның тексын популяр алып барыусылар – Элла Курильская, Рөстәм Ғәббәсов, Лилиә Курамшина, Юлиә Иҫәнбирҙина, Кирилл Кукош, Марина Высоцкая, шулай уҡ М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Юлия Ныркова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре уҡыны.

Өфөләге Тоталь диктанттың альма-матерында – Башҡорт дәүләт университетында – тексты ғәҙәттәгесә филология факультеты деканы Альмира Ямалетдинова уҡыны. Республиканың баш ҡалаһында тәүге акция 2012 йылда БДУ-ла үткәйне. Бөгөн бында диктант яҙыуҙан тыш, тест үтеү, шулай уҡ филологтар тарафынан эштәрҙе тикшереү ҙә ойошторолдо.

Акцияға медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Республика перинаталь үҙәгендәге майҙансыҡҡа диктант яҙырға тотош Башҡортостандан 50-гә яҡын медицина хеҙмәткәре йыйылды. Улар араһында Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Алиса Мамаева, Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы Светлана Кәримова, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева бар ине.

“Медицина университеты бына ун йыл инде Тоталь диктантта ҡатнаша. Ректорат, уҡытыусылар, студенттар һәм беҙҙең майҙансыҡты һайлаған һәр кем ихлас теләк менән диктант яҙа. Беҙ рус теленең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ. Уҙған йылда халыҡ-ара факультетта рус теле кафедраһы асылды, бөгөн беҙгә сит ил студенттары ла килде”, - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов.

БДУ һәм БДМУ-лағы ике майҙансыҡта Үзбәкстан, Гана, Перу, Гаити, Мысыр, Колумбия, Чад, Афғанстан, Фәләстан, Мысыр, Малайзия, Кот- д'Ивуар, Эквадор, Сенегал, Сомали, Йемен, Марокко, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек илдәрҙең вәкилдәре диктант яҙҙы.  

Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә барған Тоталь диктантта Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Бөтә тарихи-мәҙәни үҙәктәр белгестәре һәм милли-мәҙәни берекмәләр вәкилдәре үҙҙәренең белемен һынап ҡараны.

“Хәҙерге заман кешеһенең һәр көнө меңләгән мәшәҡәт менән тулы. Бөгөн ручка тотоуға ҡарағанда, клавиатураға йышыраҡ баҫабыҙ. Бындай акциялар ярҙамында беҙ иң ҡатмарлы фекер йөрөтөү процестарының береһенә – ҡул менән яҙыуға ваҡыт бүләбеҙ! Сөнки беҙ яҙғанда, мейебеҙ бер үк ваҡытта дөрөҫ яҙыу, орфография, пунктуация ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрөргә һәм үтәргә тейеш”, - тип билдәләне Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Диктанттың баһаһы 20 апрелдән һуң билдәле була. Уларҙы һәр кем сайттың Өфөләге төркөмөндә ҡарай ала: https://totaldict.ru/.

Эштәр 22 һәм 23 апрелдә Үҙәк ҡала китапханаһында (Комсомол урамы, 138) тапшырыла. “Бишле”гә яҙғандарҙы бүләкләү тантанаһы 24 майға билдәләнгән.

Тоталь диктант – ул йыл һайын үткәрелгән мәҙәни-ағартыу акцияһы. Ул рус телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә һәм белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән. Тәүге тапҡыр Тоталь диктант Новосибирскиҙа 2004 йылда уҙҙы һәм әкренләп донъя кимәлендә билдәлелек алды. 2021 йылда акция 123 илдә уҙҙы һәм 675 меңдән ашыу кешене берләштерҙе.

Фото: Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: