Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2022, 09:39

Ата-әсәләр имтихан тапшырҙы

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күптән түгел беҙ, ата-әсәләр, математика (база) буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙыҡ. Был көндә, ғәзиздәребеҙ шикелле, имтихан тапшырыуҙың бар мәшәҡәттәрен һәм михнәттәрен үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Теркәлеп, бланк тултырып, мәсьәләләрҙе сисеүгә хәтлем барыһын да эшләнек.

Һынау нимә бирҙе? Белемде тикшереүме, әллә өлкәндәрҙе һынап ҡараумы?

– Ошо акцияның маҡсаты – балаларҙың күңел торошон аңлау һәм уларға ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыуҙа мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, – тип һөйләй Салауат районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Рәмил ҡыҙы. – Әлбиттә, беҙ, ата-әсәләр, яҡындарыбыҙға мотлаҡ ярҙам итәбеҙ, имтиханға әҙерләнгәндә уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Йәшерен-батырын түгел, һәр кем ҡыҙ йәки улының юғары балл йыйыуын теләй. Ошо имтихандар осоронда ата-әсә балаларға ҡарағанда ла нығыраҡ борсола, тип әйтәләр бит. Ысынлап та шулай ул.

Әйткәндәй, Берҙәм дәүләт имтиханын ата-әсәләр Малаяҙ башҡорт гимназия-интернатында тапшырҙы. Уның өсөн кабинеттар яҡшы итеп йыһазландырылғайны. Өлкәндәрҙе мәктәп тупһаһында уҡ ҡаршы алды имтиханды ойоштороусылар.

Тән температураһын тикшерҙеләр, битлек тараттылар, бирсәткә лә бирҙеләр. Кеҫә телефоны, калькулятор, планшет кеүек заман техникаһын үҙең менән бергә алыу тыйылғайны. Ә бары паспорт, ручка, шоколад һәм һыу ғына индереүҙе рөхсәт иттеләр, тағы ла линейканы. Хәйер, бер ата-әсә лә хәйләгә барманы.

Моғайын да, иң тулҡынландырғаны  бланктағы яуаптарҙы яҙыу булғандыр. Унда бөтәһен дә өлгөгә ҡарап тултырҙыҡ, махсус шаҡмаҡтан сығырға яраманы. Имтихан теүәл бер сәғәт барҙы. Берҙәм дәүләт имтиханының тест һорауҙарына яуап биреп, ата-әсәләр киләсәктә балаларын нимә көтә икәнен яҡшы аңланы. Өлкәндәргә, әлбиттә, бөтәһе лә ҡыҙыҡ ине.

Ошо акциянан һуң беҙ бер нисә ата-әсәнең фекерен белештек. “Бөтә тулҡынла­ныу­ҙарымды еңдем, яңынан үҙемде уҡыусы ролендә хис иттем”, “тәүҙә ҡаушаным, аҙаҡтан барыһы ла урынына ултырҙы”, “бындай сара файҙаға ғына” тигән фекерҙәр ишеттек.

– Балаң Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшыға бирһен өсөн, ул бәләкәйҙән яҡшы уҡырға тейеш, – ти ата-әсәләр. – Шул саҡта ғына юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Ә былай ярты йәки бер йыл һуҙымында репетитор яллап, бер эш тә ҡыйратып булмай. Хәҙер бит төплө белемгә эйә булыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, сығанаҡтар ҙа бихисап. Ҡыҙыңдың һәм улыңдың уҡырға теләге генә булһын!

Зарима САДИҠОВА.

Салауат районы.

Читайте нас: