Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм уның филиалдары, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты, шулай уҡ был университеттың Сибай һәм Стәрлетамаҡ филиалдары “Студент стартабы” Бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте.
Финалға сыҡҡан ғаризалар һаны буйынса ӨДНТУ алдынғылыҡта килә. Юғары уҡыу йорто бөтә университеттар араһында Рәсәйҙә өсөнсө урын алды. Студенттарҙы 62 проекттың 27-һе буйынса әҙерләгәндәр.
ӨДНТУ-ның трансфер технологиялары идаралығы начальнигы Сергей Гладких һүҙҙәренә ҡарағанда, студенттар менән алып барылған эш бик тә кәрәкле һәм мөһим, айырыуса илдең иҡтисады импортҡа алмаш булдырыуға йүнәлтелгәндә.
“Был бигерәк тә әлеге халыҡ-ара хәлдә һәм Владимир Путин Рәсәйҙә фән ун йыллығын иғлан иткәндә көнүҙәк булып тора. Студент-эшҡыуарҙар ил алдында торған саҡырыуҙарға яуап бирер тип ышанабыҙ ”, – ти С. Гладких.
Рәсәйҙә 2022 - 2031 йылдарҙы Владимир Путин фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан итте. Маҡсат – һәләтле йәштәрҙе тикшеренеү өлкәһенә ылыҡтырыу, йәмәғәт, ил үҫешенең бурыстарын үтәү.
Дәүләт йәштәргә таяна, уларға ярҙам программаларын индерә, үҫеш мөмкинлектәрен аса. Һуңғы йылдарҙа илдә фән мәнфәғәтендә күп нәмә эшләнде: инженер мәктәптәре, кванториумдар, “Сириус” филиалдары асыла, яңы кампустар барлыҡҡа килә, студенттарға бюджет урындары арта һ.б.
Рәсәй көслө ғалимдары, заманса асыштар менән танылған. Был традиция дауам итергә тейеш. Ә ҡеүәтле фәнни-техник үҫеш иҡтисади именлек өсөн мөһим шарт булып тора.
Фото: "Башинформ".