Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Май 2022, 12:00

Башҡортостандан ситкә китмәй башланылар

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҙур шатлығы менән уртаҡлашты.

Башҡортостандан ситкә китмәй башланылар
Башҡортостандан ситкә китмәй башланылар

“Рәсәй Хөкүмәте менән эҙмә-эҙлекле эшләү үҙ емештәрен бирә – беҙҙең юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта. Әгәр ҙә 2018/2019 уҡыу йылында Башҡортостан вуздарында 9992 бюджет урыны булһа, 2023/2024 йылға 13749 урын бүленде (1,5 тапҡырға күберәк). Иң популяр йүнәлештәр – педагогик фәндәр, клиник медицина, ҡулланма геология, тау эше, нефть-газ эше һәм геодезия, машиналар эшләү, информатика һәм иҫәпләү техникаһы.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә фәнни лабораториялар һәм фәнни тикшеренеүҙәр үҫеше буйынса эште көсәйттек. Бер юлы өс вуз, Өфө фән һәм техника университеты (берләштерелгән БДУ һәм ӨДАТУ), Өфө нефть һәм медицина университеттары, “Өҫтөнлөк 2030” федераль программаһына инде.

Был республикала юғары белем биреүҙең һәм фәндең йәштәр өсөн, башҡа төбәктәр вәкилдәре өсөн дә ылыҡтырғыс була барыуын күрһәтә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, – 2000 йылдан алып тәүге тапҡыр! – белем биреү йүнәлешендәге миграцияла ыңғай күрһәткескә өлгәштек. Республикаға уҡырға килгәндәр ситкә киткәндәрҙән 3024 кешегә күберәк. Мәҫәлән, 2018 йылда киткән граждандар һаны 2686-ға артығыраҡ ине”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.

Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” һәм  “Фән” милли проекттарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_803508

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: