Йәй еткән һайын балаларҙың ялы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Лагерға юлламаны нисек һайларға? Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә? Балалар ялы кешбэгы нимә ул? Ғөмүмән, йәйге ялға әҙерлек нисек бара? Ошо һәм башҡа һорауҙар барлыҡ ата-әсәне (законлы вәкилдәрҙе) борсой.
Файҙалы, хәүефһеҙ һәм отошло булһын
Күптән түгел Башҡортостан юлдаш телеканалында барған тура эфирҙа – брифингта тап ошо мәсьәләләр ҡаралды. Сараны “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып барҙы, һорауҙарға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак яуап бирҙе.
Һис шикһеҙ, балалар ялының хәүефһеҙ, файҙалы, хәтерҙә ҡалырлыҡ булыуы мөһим – быларҙың барыһы ла өлкәндәр тарафынан тәьмин ителергә тейеш, шуға күрә ата-әсәләр мәсьәләгә етди ҡарарға бурыслы.
Әйткәндәй, быйыл балаларҙың йәйге ялы һәм һауыҡтырыу өсөн республика бюджетынан 1,8 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтәсәктәр. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, яҡынса 280 миллион һумға күберәк.
Балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса реестрҙа 1547 ойошма теркәлгән, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 84-кә күберәк. Һайлау өсөн ҡала янында 95 лагерь, 815 көндөҙгө лагерь, 580 хеҙмәт һәм ял лагеры, 53 махсуслаштырылған (профилле) балалар лагеры һәм өс палатка лагеры бар.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың белдереүенсә, быйыл лагерҙарҙа 25 кеше – 13,6 мең педагог, мәғариф өлкәһенә ҡараған 2,9 мең етәксе һәм белгес, 1,7 мең медицина хеҙмәткәре һәм башҡалар эшләйәсәк. Уларҙың ошоға ярашлы квалификацияһы һәм белеме бар.
Тағы шул иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан 2021 йылда ғәмәлдә булған лагерҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында ине. Быйыл ялдың бөтә төрҙәренә 400 мең бала йәлеп ителеүе көтөлә. Был – мәктәп йәшендәгеләрҙең 78,6 проценты.
Был хаҡта белеү ҡамасауламаҫ
Cтационар лагерҙарға юллама хаҡын компенсациялауҙың ике төрө булдырылған. Беренсеһе – республика компенсацияһы, юлламаның 70 проценты. Икенсеһе – балалар турист кешбэгы программаһы буйынса юллама алғандарға 30 процент ташлама. Шуныһы мөһим: Башҡортостанда бер юлы федераль һәм төбәк льготаларынан файҙаланырға мөмкин.
70 процент ташламанан файҙаланыу өсөн ата-әсәгә (законлы вәкилгә) rest.edu-rb.ru сайтында теркәлергә, артабан унда лагерҙы, үҙегеҙгә отошло сменаны һайларға, ғариза яҙып ҡалдырырға кәрәк. Ошоларҙы атҡарғас, бала белем алған урынындағы мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итеп, ғаризаны раҫлау йәки уны яҙыу, ата-әсә иғәнәһен (70 процент льготаны иҫәпкә алып) түләү, юлламаны барып алыу талап ителә.
Башҡортостанда ҡала янындағы лагерға путевка түбәндәге осраҡтарҙа бирелә:
l лагерь Башҡортостан Республикаһының һауыҡтырыу ойошмалары рәсми реестрында теркәлгән булырға тейеш;
l лагерға 15 йәшкә тиклемге бала барһа;
l лагерҙа Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаһы уҡыусыһы ял итеү мөмкинлегенә эйә;
l бала ял итәсәк сменаның оҙайлылығы 21 көндән артмай.
Ата-әсәләрҙең кешбэк программалары тураһында хәбәрҙар булыуы мөһим, сөнки улар ғаилә бюджетын экономияларға мөмкинлек бирә.
Әйткәндәй, тотош Рәсәйҙә балалар турист кешбэгы программаһын тормошҡа ашырыуын дауам итә. Ул – “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сараларының береһе. Был программала Башҡортостан Республикаһы ла әүҙем ҡатнаша. Брифингта эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов республика халҡының ошо программаларҙан файҙалана алыуы хаҡында һөйләне.
– Быйыл балаларҙың лагерҙағы ялы өсөн кешбэкты түләүгә Рәсәй Хөкүмәте 7,5 миллиард һум аҡса бүлде. Был күп балаға ял итеү мөмкинлеген бирә. Иң мөһиме – ата-әсәләр юллама хаҡының бер өлөшөн ҡайтара ала. Федераль программа буйынса уның 50 процентын кире ҡайтарырға мөмкин, әммә 20 мең һумдан ашмаған күләмдә алып була, – тине ул.
Был программала ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге һәм тәҡдимдәр менән мирпутешествий.рф сайтында танышырға мөмкин. Иң мөһиме – һеҙ һайлаған лагерҙың үрҙә әйтеп үтелгән программала ҡатнашыу-ҡатнашмауын тикшерергә онотмағыҙ. Бындай юлламаларҙы 31 авгусҡа тиклем һатып алырға мөмкин.
Бөтәһе лә контролдә тотола
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак йәйге лагерҙарҙың даими тикшерелеүе, балаларҙың туҡланыуы һәм уларҙың ныҡлы контролдә тотолғанын белдерҙе. Ул: “Балағыҙ барасаҡ лагерҙы рәсми реестрҙа мотлаҡ тикшерегеҙ”, – тине.
Сара барышында Өфө районындағы “Огонек”тан, шулай уҡ башҡа лагерҙарҙан да сюжеттар күрһәтелде. Бынан тыш, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялы тураһында ла һөйләшеү булды. Шулай уҡ һыуҙағы хәүефһеҙлек, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Күмертау вице-мэры Татьяна Лихачева 2014 йылда уларҙа аҙ сығым талап иткән ял төрө хаҡында һөйләне, мәҫәлән, айырым ижади майҙансыҡтар булдырылған. Ҡала янындағы лагерҙарға бара алмағандарға тап ошонда ял итергә мөмкин.
“Әйткәндәй, бындай парк филиалдары Мәскәү һәм Ростов өлкәләрендә, Севастополь, Кронштадт, Тула ҡалаларында бар. Башҡортостанда ошондай проекттың барлыҡҡа килеүе хаҡында 2019 йылда Радий Хәбировтың Шишмә районына сәфәрендә һөйләшеү булғайны.
Айһылыу НИЗАМОВА.