Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Май 2022, 10:04

Һин ҡаршы ал уларҙы, ҙур тормош!

Иртәгә республикабыҙҙың белем усаҡтарында “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтә.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

25 майҙа Башҡортостан мәктәптәренең XI класс уҡыусыларын ҙур тормошҡа оҙатып, һуңғы тапҡыр ҡыңғырау сыңлаясаҡ. Быйыл республикабыҙҙа 16 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ урта белем тураһында аттестат аласаҡ. Әле уларҙың алдында ҙур һынауҙар – Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу, һөнәр һайлау, тормошта үҙ урыныңды табыу бурысы тора. 

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын быйыл 44 уҡыусы тамамлай. XI “А” һәм “Б” кластарының етәкселәре Әлиә Рәфҡәт ҡыҙы Туҡтамышева менән Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева ла сығарылыш уҡыусыларына иң изге теләктәрен еткерҙе. “Быйыл профилле математика фәнен һайлаусылар күп кенә. Уҡыусыларыбыҙ араһында үҙе­беҙҙең республика вуздарына – БДМУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ кеүек уҡыу йорттарына инергә теләүселәр күпселекте тәш­кил итә. Беҙ уларҙың барыһына ла уңыштар, аҡ юлдар теләйбеҙ!” – тине уҡытыусылар.

“Башҡортостан” гәзите редакция­һында йәшәп килгән матур традицияға ярашлы, беҙ быйыл да колле­га­ла­рыбыҙҙың мәктәп тамамлаған балаларын, ғүмерҙәрендәге иҫтәлекле мәл менән ҡотлап, фотоға төшөрҙөк. Фо­тоһүрәттәге һылыу ҡыҙ Ләйсән Үтәғо­лова менән мыҡты егет Йәдкәр Ҡунафин да Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын тамамлай. Ләйсән – редакциябыҙҙа оҙаҡ йылдар корректор булып фиҙакәр хеҙмәт иткән Әҡлимә Ғиззәтуллинаның ҡыҙы. Йәдкәр – коллегаларыбыҙ Гөлшат һәм Мөнир Ҡунафиндарҙың улы.

Ләйсән дә, Йәдкәр ҙә күптән инде ниндәй фәндәрҙән Берҙәм дәүләт имтиханы бирәсәген билдәләп, маҡсатлы рәүештә әҙерләнә, күңелдәренә яҡын һөнәрҙәр буйынса юғары уҡыу йорттары менән таныша. Мотлаҡ булып һаналған рус теле, профилле математиканан тыш, улар физика, информатика кеүек теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә. Ләйсән нефть сәнәғәтенә бәйле йүнәлештәр менән ҡыҙыҡһына, ә Йәдкәр информатика, программалауға бәйле факультеттарҙы барлай. “Әлбиттә, үҙебеҙҙәге техник университеттарҙың берәйһенә инеү тураһында хыялланам, шул уҡ ваҡытта Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа мөмкинлегемде һынап ҡарау теләге лә бар”, – ти Ләйсән. “Ситтә үҙеңде һынау, танытыу яҡшы, әммә өйҙә һәйбәтерәк”, – тип ир-егеттәрсә ныҡлы ғына әйтеп ҡуйҙы һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған Йәдкәр.

Эйе, әле улар алдында – башлан­маған ҙур тормош. Кем генә булһағыҙ ҙа, ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа, йәшәһәгеҙ ҙә, иң мөһиме ысын кеше, халҡыбыҙҙың лайыҡлы, аңлы, сәмле, рухлы улдары һәм ҡыҙҙары булығыҙ, йәштәр!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас: