Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Май 2022, 13:00

"Әбей бигерәк йәл бит..."

...Был хәлдең иртәгәһенә һыуытҡыстың аҫҡы йәшнигендә ике бәйләм йәшел тәмләткес ятҡанын күреп телһеҙ ҡалдым...

"Әбей бигерәк йәл бит..."
"Әбей бигерәк йәл бит..."

Ауылда йорт мәшәҡәттәренән арынып, ҡайҙалыр сығып китеп булмай. Береһен бөтөүгә, башҡалары көтөп тора. Ҡалала юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгән ҡыҙым ялға ҡайтҡас, кейем-маҙар, башҡа кәрәк-яраҡ алайыҡ тип, район үҙәгенә юлландыҡ. Уҡып та, эшләп тә йөрөгән ҡыҙымдың буш ваҡыты юҡ тиерлек. Шуға уның менән күрешеүҙе һағынып көтөп алам.

Эй, баҙар гөрләп тора! Йәнең теләгән бөтә нәмә лә бар! Иҫең китер! Аҡсаң ғына булһын. Шулай ҡарай торғас, байтаҡ ҡына йөрөп ташланды. Ниәтләгән әйберҙәр ҙә ыңғай ғына тура килде. Ҡайтҡас ашарға тәмлекәстәр алырға тип, аҙыҡ-түлек һатылған сауҙа үҙәгенә юлланһаҡ, иғтибарыбыҙҙы таяҡҡа таянған ҡарт ҡына әбей йәлеп итте. Ҡулына укроп, башҡа йәшел тәмләләткестәр бәйләмдәре тотҡан да эргәһенән үтеүселәргә “Алығыҙ инде” тип үтенә. Шул саҡ ҡыҙым: “Әсәй, ҡуласаҡсаң бармы ул? Минеке картала ғына” - тип һораны. “Юҡ шул, бөткәйне. Укроп алырға йыйынмайһыңдыр бит? Баҡса тулып үҫеп ултыралар!” - тип йылмайҙым да юлдымды дауам иттем. “Әбей бигерәк йәл бит...” – ҡыҙымдың һүҙҙәренә әллә ни иғтибар бирмәнем.

Сумка ауырайғас, эстә эскәмйәгә ултырып торҙом. Көнө буйы йөрөгәс, аяҡтар ҙа арыған. Ҡыҙым сауҙа үҙәге буйлап йөрөп, аҙыҡ-түлек алып килде. Көндөң уңышлы үтеүенә ҡәнәғәт булып, тиҙҙән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Иртәгәһенә иртәрәк торҙом. Ҡыҙым уянғансы тиҙерәк ул яратҡан итле бәлеште бешереп ҡуйғым килде. Һыуытҡысты асып аҫҡы йәшниген тартһам - унда ике бәйләм йәшел тәмләткес ятҡанын күреп телһеҙ ҡалдым. Шунда уҡ укроптарын тотҡан ялбарыулы ҡарашлы әбей күҙ алдына килде...

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: