Ниһайәт, уҡыу йылы тамамланды, һәм мәктәп уҡыусылары түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулдар башланды. Нәҡ ошо миҙгелдә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡояшта ҡыҙынып, сынығып, һаулығын нығыта. Күптәр ял итер өсөн лагерҙарға юллана.
Был йәһәттән Илеш районы уҡыусылары бәхетле. Уларҙың иҫ китмәле матур һәм заманса лагерҙары бар. “Орленок” лагерын беҙ ҙә барып күрҙек. Ҙур юлдан ситтәрәк, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ул. Беҙҙе “Орленок” балалар ял һәм сәләмәтләндереү лагеры директоры Азамат Минһажев ҡаршы алды.
– Ошоға тиклем бында бар уңайлыҡтары тышта булған дача йорттары булһа, 2021 йылда заманса ике ҡатлы яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды. “Башнефть” йәмғиәте тарафынан төҙөлгән яңы бина лагерь тормошо ритмын тамырҙан үҙгәртте. Ул шул тиклем уңайлы. Балалар менән бергә үҙебеҙ ныҡ ҡыуанабыҙ, – ти Азамат Минһажев.
Яңы бина бер йыл эсендә төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. “Башнефть” бина төҙөү менән генә сикләнмәй, бар кәрәк-яраҡ менән дә тәьмин иткән. Хәҙер бында өр-яңы корпус мебеле, оргтехника, сантехника һәм башҡа бөтә кәрәк-яраҡ бар. Шулай уҡ лагерь биләмәһенә яңы асфальт һуҡмаҡтар түшәлгән.
Яңы бина бер йыл эсендә төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. “Башнефть” бина төҙөү менән генә сикләнмәй, бар кәрәк-яраҡ менән дә тәьмин иткән. Хәҙер бында өр-яңы корпус мебеле, оргтехника, сантехника һәм башҡа бөтә кәрәк-яраҡ бар. Шулай уҡ лагерь биләмәһенә яңы асфальт һуҡмаҡтар түшәлгән.
Яңы бинаға килеп инеү менән уның уңайлылығы, зауыҡ менән эшләнеүе күренеп тора. Бүлмәләрҙә дүртәр бала йәшәй. Шул уҡ корпустарҙа вожатыйҙар бүлмәләре лә урынлашҡан. Бер нисә бүлмәгә бер душ, бәҙрәф ҡуйылған. Балаларға кер йыуыу өсөн уңайлыҡтар бар – автомат машинкалар эшләп тора. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә шарттар уйланылған. Уларға кәрәк урында пандустар һәм уңайлаштырылған бәҙрәфтәр ҡуйылған. Коридорҙар, бүлмәләр зауыҡ менән биҙәлгән, матур һүрәттәр эленгән. Бында балаларға белем алыу, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреү һәм белемдәрен арттырыу өсөн дә шарттар булдырылған.
Йәйге ялдың ҙур өлөшө саф һауала үтергә тейешлеге һәр кемгә аңлашыла. “Орленок”та ла саф һауала ваҡыт үткәреүгә бик ҙур иғтибар бирелгән. Бында футбол, волейбол, баскетбол өсөн махсус майҙансыҡтар, спорт тренажерҙары менән воркауттар урынлаштырылған. Лагерҙың ғорурлығы – ҙур бассейн. Малай-ҡыҙҙар һауа торошона ҡарап тормай рәхәтләнеп һыу инә ала.
Һәр смена бер темаға арнала. Әле тәүге смена эшен тамамларға әҙерләнә. Бында балалар туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә үҫешкән. Малай һәм ҡыҙҙар тыуған яҡ менән танышҡан, тәбиғәттә йүнәлеш табырға өйрәнгән, төрлө танып белеү квестарында һәм төрлө сараларҙа ҡатнашҡан.
Икенсе смена 25 июндән башлана һәм 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Уның йүнәлеше “Полиглот” тип атала, бында балалар республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен өйрәнәсәк, уйын формаһында дәрестәр үтәсәк. Өсөнсө смена – 30 июлдән, “Балаларҙың медиаижады” тип атала. Уның да маҡсаты изге – йәйге каникулдар ваҡытында балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ижади ял өсөн уңайлы шарттар булдырыу, шәхестең ижади һәм интеллектуаль потенциалын асыу.
Әйткәндәй, лагерға юлламаның хаҡы тәү ҡарашҡа ҡиммәт кеүек – 35900 һум. Тик улар федераль һәм республиканың балалар кешбэгы программаһында ҡатнаша, һәм бик ҙур сумма кире ҡайтарыласаҡ. Шулай булғас, балаларығыҙҙың йәйге ялы күңелле лә, файҙалы ла үтһен тиһәгеҙ, ашығығыҙ, юллама алып өлгөрөгөҙ.
Ә. ИЛДУСОВА