Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Июнь 2022, 19:30

Интеллектуаль ҡеүәтте һаҡлау маҡсатында

Игорь Комаров Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге хаҡында яҙҙы.

Интеллектуаль ҡеүәтте һаҡлау маҡсатында
Интеллектуаль ҡеүәтте һаҡлау маҡсатында

Удмурт Республикаһына эш сәфәрендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Волга буйы федераль округы кураторы Дмитрий Чернышенко Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм төбәк башлығы Александр Бречалов менән Удмурт дәүләт университетында булды.

Вице-премьер 20 июндә илдең бөтә юғары уҡыу йорттарында башланған ҡабул итеү кампанияһы барышын тикшерҙе, шулай уҡ студент стартаптары менән танышты.

Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, Удмурт дәүләт университеты “Өҫтөнлөк 2030” программаһында ҡатнаша, алдынғы инженерлыҡ мәктәбен төҙөү буйынса конкурста һайлап алыуға ғариза тапшырған. Был федераль проект ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин башланғысы менән ғәмәлгә индерелгәйне. Әле конкурсҡа йомғаҡ яһала, тиҙҙән 30 еңеүсе юғары уҡыу йорто иғлан ителәсәк.

Вице-премьер университеттың ҡабул итеү комиссияһы, шул иҫәптән “Юғары уҡыу йортона онлайн инеү” суперсервисы эшен баһаланы. “Әле илдең бөтә юғары уҡыу йорттарына 67 меңдән ашыу ғариза бирелгән, шуларҙың туғыҙ меңгә яҡыны – Волга буйы федераль округы юғары уҡыу йорттарына”, тип билдәләне ул.

“Волга буйы федераль округында 200-ҙән ашыу юғары белем биреү ойошмаһы белгестәре әҙерләй. Инженерлыҡ эше, ИТ-технологиялар, техник, математика, педагогия, тәбиғәт, медицина фәндәре кеүек йүнәлештәргә ихтыяж ҙур. Волга буйы федераль округында интеллектуаль ҡеүәтте һаҡлау һәм үҫтереү өсөн, “Фән” милли проектының “Фәнни һәм фәнни-етештереү кооперацияһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы, университеттар, ғилми ойошмалар интеграцияһы һәм уларҙың иҡтисадтың реаль секторында эшләгән ойошмалар менән бәйләнеше нигеҙендә донъя кимәлендәге дүрт ғилми-белем биреү үҙәге төҙөлдө: Пермь крайында – “Ер аҫтын рациональ файҙаланыу”, Түбәнге Новгород өлкәһендә “Техноплатформа-2035”, Башҡортостан Республикаһында – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, Һамар, Пенза, Ульяновск өлкәләрендә һәм Мордва Республикаһында – “Киләсәк инженерияһы” төбәк-ара үҙәге”, – тине Игорь Комаров.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең заманса юғары уҡыу йорто-ара кампусын ойоштороу проекты былтыр августа Рәсәй Хөкүмәтенең бюджет гранттары рәүешендәге ярҙамын алғайны. Башҡортостандың баш ҡалаһы ошондай күләмле объектты төҙөү өсөн илдә һигеҙ майҙансыҡтың береһе итеп һайланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ла Дмитрий Чернышенконы ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашасаҡ кампус проекты менән таныштырҙы. Вице-премьер проекттың архитектур концепцияһын юғары баһаланы һәм, кампус төбәк үҫешенә көслө этәргес бирергә тейеш, тип билдәләне.

Фото: malmyzh43.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: