Быйыл йәйге каникул мәлендә Башҡортостанда барлығы 400 мең тирәһе бала ойошҡан рәүештә ял итәсәк. Был һан мәктәп йәшендәге балаларҙың 78,6 процентын тәшкил итә.
– Республикала балалар ялын ойоштороу йүнәлешендә эшләгән 1547 ял-һауыҡтырыу ойошмаһы теркәлгән. Шул иҫәптән 95 ҡала яны лагеры, 815 көндөҙгө лагерь, 581 хеҙмәт һәм ял лагеры, 53 махсус йүнәлештәге лагерь һәм өс палаткалы лагерь, – тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Эйе, түҙемһеҙләнеп көтөп алған йәмле йәй айҙары ла килеп етте. Балалар өсөн был бигерәк тә ҡыуаныслы, сөнки мәктәптән буш ваҡыттарын улар туйғансы һыу инеп, саф һауала уйнап, дуҫтары менән аралашып, күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәрә. Шулай уҡ йәйге каникул мәлендә һаулыҡты нығытыу, уҡыу йылы буйына йыйған белемде онотмау һәм яңыларын алыу кәрәклеге тураһында ла иҫтә тоторға кәрәк.
Күпселек ата-әсә алдында ул-ҡыҙҙарының йәйге каникулын нисек дөрөҫ итеп ойошторорға тигән һорау тыуа. Ял файҙалы ла, хәүефһеҙ ҙә булһын, әлбиттә. Кемдер ғаилә менән сәйәхәткә сыға, бәғзе берәүҙәр ауылға туғандары янына ҡайта, башҡалар балаларын ял итеү үҙәктәренә һәм һауыҡтырыу лагерҙарына ебәрә.
Хәҙерге заманда, күпселек ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың буш ваҡыттарын телефон, компьютерға текәлеп түгел, ә ошо рәүешле тиҫтерҙәре менән аралашып, үҙаллылыҡҡа һәм яуаплылыҡҡа өйрәнеп, һәләттәрен асып, күңелле күмәк эш-шөғөлдәр менән үткәреүе яҡшыраҡ. Был осраҡта ярҙамға йәйге лагерҙар ярҙамға килә лә инде. Шундай ял итеү үҙәктәренең береһе Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында уҡыусыларҙы йыйған.
Май аҙағында Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты ҡарамағындағы “Йәйләү” программаһы буйынса эшләгән балалар ял һәм һауыҡтырыу лагеры 60 бала өсөн үҙ ишектәрен асты.
– Беҙҙең “Йәйләү” программаһы нигеҙендә эшләп килгән көндөҙгө лагерҙа I – VI кластарҙан барлығы 60 бала ял итә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар иң тәүге сиратта отрядтарға түгел, ә ырыуҙарға бүленде. Һәр ырыуҙың үҙ йыры, тамғаһы, девизы һәм класс-кабинеты бар. Төп маҡсатыбыҙ – башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына һәм туған телгә һөйөү һәм ихтирам уятыу. Шулай уҡ баланың ҡыҙыҡһыныуы нигеҙендә һәләтен үҫтереүгә йүнәлеш биреү, төркөм алдында сығыш яһарға, фекерен белдерергә һәм әңгәмә ҡорорға өйрәтеү. “Йәйләү”ҙәр башҡорт халҡының ижады, милли музыка ҡоралдары, мәҙәни тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан таныша, саф һауала халыҡ уйындарын уйнап, ваҡытты бик күңелле үткәрә. Бергәләп тәбиғәткә сығабыҙ, ҡыҙыҡлы экскурсияларға йөрөйбөҙ, үҙебеҙгә ҡунаҡҡа төрлө шәхестәрҙе саҡырабыҙ, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙа шулай уҡ хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ: улар гимназия-интернат биләмәһендә матур-матур сәскәләр үҫтерә, даими рәүештә йәшелсә баҡсаһына һыу ҡойоп, уны тәртиптә тота, – тип Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының балалар ял һәм һауыҡтырыу лагеры етәксеһе Рәмилә Солтанова лагерь эше менән таныштырҙы.
Көндөҙгө лагерҙа балалар менән тәжрибәле вожатый апай-ағайҙар шөғөлләнә. Бергәләп иртәнге зарядка яһайҙар, һүрәт төшөрәләр, йыр-бейеүҙәр өйрәнәләр. Тәрбиәселәр ойошторған ҡыҙыҡлы уйындар, мауыҡтырғыс саралар, фәһемле әңгәмәләр ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күңеленә хуш килә.
Балалар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылында урынлашҡан йорт-музейына экскурсияға барып, әҙибәнең тормош юлы менән танышҡан, шәхси әйберҙәрен күреп ҡайтҡан. Шулай уҡ “А7-Агро” хужалығына сәйәхәткә барғандар. Унда районыбыҙҙың алдынғы хужалығы, ауыл хеҙмәтсәндәре менән осрашҡандар.
Лагерҙа ял иткән ҡыҙҙар һәм малайҙар – Ейәнсура үҙәк һәм балалар китапханаларының йыш ҡунаҡтары. Уҡыусылар унда башҡорт халыҡ ижады менән таныша, билдәле яҙыусыларҙың тыуған көнө айҡанлы ойошторолған сараларҙа ҡатнаша, китапханасы апайҙар үткәргән конкурстарҙа көс һынаша.
Смена дауамында балалар төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй. Бер көн икенсеһенә оҡшамаған һәм сағыу тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралашыу һәм осрашыуҙарға бай. Лагерь һәр балаға үҙен бөтөнләй яңы яҡтан асырға ярҙам итә: кемдер яңы дуҫтар таба, кемдер үҙенең яңы ижади һәләттәрен аса, кемдер спортҡа һөйөүенең ҙур булыуын аңлай.
Ял итеү һәм һауыҡтырыу үҙәктәре балаларҙың йәйге каникулын файҙалы һәм күңелле үткәреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Йәйге лагерҙа үткән көндәр балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырып, яҡшы иҫтәлектәр менән тулыр, тип ышанғы килә.
- Алтынай СОЛТАНҒУЖИНА
Ейәнсура районы