Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Июнь 2022, 16:25

Уларҙа теләп уҡыйҙар

– Был республикабыҙҙың күп милләтле элитаһын формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Уларҙа теләп уҡыйҙар
Уларҙа теләп уҡыйҙар

Башҡортостанда әүҙем рәүештә полилингваль белем биреүҙе үҫтереү дауам итә. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә лә һөйләшеү булды.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл Аҡъяр ауылында һәм Учалы ҡалаһында полилингваль мәктәптәр асыу күҙаллана. Бынан тыш, Мишкә ауылында полилингваль гимназия ойоштороу буйынса ла эш алып барыла. Федераль Мәғариф министрлығы был мәсьәлә өҫтөндә эшләй башлаған да инде. 2022 йылда белем биреү учреждениеһы бинаһын капиталь ремонтлауға 84 миллион һум бүленәсәк, ә киләһе йылда, проект тамамланғас, 250 урынлыҡ төкәтмә төҙөү планлаштырыла. Шулай итеп, республикала мари теле һәм этномәҙәни компоненты менән полилингваль мәктәп барлыҡҡа киләсәк.

Бишбүләк районындағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә капиталь ремонт үткәргәндән һуң, бында сыуаш этномәҙәни компоненты менән полилингваль мәктәпкә төкәтмә һәм йоҡо корпусы төҙөү планлаштырыла. Был маҡсатҡа федераль аҡса бүленәсәк. Асҡын ауылында балалар баҡсаһы һәм интернаты менән 240 урынлыҡ полилингваль мәктәпте проектлау башлана. Төҙөлөш 2024 йылға билдәләнгән. 

Дөйөм алғанда, Башҡортостан полилингваль мәктәптәренең тәүге сығарылыш уҡыусылары уҡыуҙа яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Мәҫәлән, быйыл 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһының (элекке Өфөнөң 44-се мәктәбе) 48 ун беренсе класс уҡыусыһының 29-ы БДИ-ны 90 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырҙы, ә ике уҡыусы рус теленән һәм физиканан 100-әр балл йыйған. 14 сығарылыш уҡыусыһы “Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

– Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларының дүрт полилингваль мәктәбендә 4 800-ҙән ашыу кеше белем ала. Күп профилле мәктәптәрҙә уҡырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Быға белем биреү процесының сифаты һәм сит телдәрҙә уҡытыуҙы индереү булышлыҡ итә, – тип билдәләне Айбулат Хажин.– Быйыл Башҡортостанда полилингваль полимәҙәни белем биреү моделе Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының вуз-ара билингваль һәм полимәҙәни белем биреү үҙәге кимәлендә танылыу яуланы.

Республиканың мәғариф һәм фән министры һүҙҙәренсә, полилингваль мәктәптәрҙә “Шайморатов кластарын” булдырыу буйынса проектты уңышлы тормошҡа ашыралар. Уларҙа патриотик тәрбиә биреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

Башҡортостанда полилингваль мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары селтәре лә үҫешә. 2020 йылда Өфөлә 202-се “Аманат” полилингваль балалар баҡсаһы асылған. Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларының 11 балалар баҡсаһында, шулай уҡ Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Дүртөйлө һәм Салауат райондарында рус, башҡорт, инглиз телдәрен өйрәнеү буйынса полилингваль төркөмдәр эшләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала полилингваль мәктәптәрҙең үҙенсәлеген билдәләне. Уларҙың профиле төбәктең күп милләтле характерын сағылдыра. Быға инглиз телен өйрәнеү һәм мөмкин булғанса икенсе сит телде өйрәнеү өҫтәлә, быларҙың барыһы ла шәхесте күп яҡлы формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Республика Хөкүмәте ағзалары ошо мәктәптәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән булырға, үҙҙәренең тормошҡа ҡарашы, төбәк етәкселеге хәл иткән бурыстар тураһында һөйләргә тейеш, тине Радий Хәбиров. Ул, бөтә ҡыҙыҡлы спорт, мәҙәни программалар тәү сиратта тап полилингваль мәктәптәр аша үтергә тейеш, тине.

– Был республикабыҙҙың күп милләтле элитаһын формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш, – тине  Радий Хәбиров.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: