Хәҙер гимназия тип аталған был уҡыу йортоноң 1970 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, әле шул уҡ мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, бихисап китап авторы Әлнисә Алдырханованың туған мәктәбе тарихын сағылдырған “Рәхмәт һиңә, интернатым!” исемле китабы донъя күрҙе.
1960 йылдың декабрендә Сибай мәктәп-интернаты төҙөлөп бөтөп эш башлай. Икенсе йылына 1 мартта уны асыу тантанаһы үткәрелә. Республикалағы балалар йорттары ябылып, ундағы тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернаттарға ебәрелә. Сибай интернат-мәктәбе тәүге ойошторолған осорҙа яртылаш балалар йорто була. Юлдыбай, Бәләбәй, Аҡъяр балалар йорттарынан күсерелгән үкһеҙ етемдәр, яңғыҙ әсәләрҙең, күп балалы ғаиләләрҙең сабыйҙары ҡабул ителә унда.
Мин, күп балалы ғаиләлә үҫкән бала булараҡ, Үтәгән башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, фронтовик Ҡауый Бәкиров ағайҙың тәҡдиме менән V класҡа Сибай интернат-мәктәбенә уҡырға киттем. Ауыр яҙмышлы, ярҙамсыһыҙ ҡалған балалар өсөн Урал аръяғында асылған тәүге интернатҡа ҡала мәктәптәрендә эшләгән иң тәжрибәле уҡытыусылар, тәрбиәселәр эшкә күсерелде.
Шефтар тарафынан балта оҫтаһы һәм тегенселәр оҫтаханалары булдырылды. Беҙҙе энә тоторға, тегеү серҙәренә өйрәткән Мәғзүмә Шәмситдин ҡыҙына рәхмәтлебеҙ.Төрлө ярыштар, демонстрациялар өсөн кейемдәрҙе үҙебеҙ тегеп кейҙек. Интернат тәүге көндән үк бик оҡшаны. Бүлмәләр ҙур, яҡты. Бындағы тормошо ялҡаулыҡты еңергә, ваҡытты әрәм итмәҫкә, режим менән йәшәргә тиҙ өйрәтте. Башҡорт класында 41 бала уҡыуҙы башланыҡ. Дүрт йыл буйы тәүлектең 24 сәғәтен бергә йәшәп, уңыштарҙы-уңышһыҙлыҡтарҙы бергә күтәрҙек. Класс етәксебеҙ Зәйнәп Сәхи ҡыҙы Кәримова, тәрбиәсебеҙ Алһыу Шәрип ҡыҙы Әҙеһәмова булды.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәп-интернат 1963 йылда үҙенең тәүге ҡарлуғастарын осорҙо, 69 уҡыусының икәүһе гел “5”легә тамамланы. Аҙаҡ һәр береһен уҡыу йорттарына йә иһә эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирелде.
Һәр баланы белемгә ылыҡтырыуға, һәләтен үҫтереүгә күп көс һалына. Ярыштар, смотрҙар, бәйгеләр уҙғарыу балаларға бик оҡшай, тырышып әҙерләнәләр, бик әүҙем ҡатнашалар. 1968 йылдың 9 майында уҡыусылар менән берлектә математика уҡытыусыһы Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай” тигән девиз менән һуғыш осоро хәтирәләре музейы, тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы асты.Уҡыусылар ҙа, етәксе лә эҙләнеү эштәре алып барҙы. Герой-ҡалалар менән бәйләнеш булдырып, хаттар алышып, бай мәғлүмәт тупланды. Беҙҙе ул ваҡытта тарихтан Шәриф Вафа улы Шәрипов уҡытты. Дәрес темаһына йырҙарҙан, шиғырҙарҙан, китаптарҙан өҙөктәр ҡушып ебәрә ине. Көслө, моңло тауышы менән һуғыш йырҙарын йырланы. Ҡалалағы байрамдарҙы, демонстрацияларҙы Левитандыҡы кеүек тауышы менән алып барҙы. Тарих дәресен теләп, яратып уҡыныҡ. Ул мәлдә тәүге директор Ә. Мотаевтан һуң тәғәйенләнгән Миҙхәт Дашкин эшләне. Тәрбиәләнеүселәренә ҡарата бик талапсан, тура һүҙле, ғәҙел етәксе булып хәтерҙә ҡалған. Мәктәптәге, ятаҡтағы тулы тәртип – уның тәрбиәһе һөҙөмтәһе. Тәрбиәселәребеҙҙең береһе Фәйзулла Ғәли улын онотмайбыҙ.Йәйге каникулда ун көн мәктәп янындағы баҡсала эшләнек. Шул ваҡытта ул гел беҙҙең менән булды. Интернатҡа ҡаршы яланға уйнарға, Төйәләҫкә һыу төшөргә алып йөрөнө. Бер иштән кейенгән балалар себештәр кеүек уның артынан эйәрә инек. Бер төрлө кейенгәнгәме, әллә интернатта тәрбиәләнгәнгәме, беҙҙе ҡалалағы мунсаға, магазинға, киноға сыҡҡан саҡта “инкубаторҙар килә” тип үсекләнеләр.
Каникулға сығыр алдынан ғына әсәйем хат эсенә ике открытка уртаһына юллыҡ аҡса һалып ебәрә ине. Ҡайтыр көн етһә, йоҡо оса, тамаҡҡа ла ашағы килмәй. Иртәнге биштә киткән Сибай–Магнит поезына өлгөрөр өсөн, Әбйәлил балалары, бер өйөр булып, төн уртаһында Таусылар урамы буйлап вокзалға төшәбеҙ. Магнитҡа тиклем берәм-һәрәм төшөп ҡала барабыҙ.
Ҡалаға еткәндәр артабан автобус менән Асҡарға юллана. Унан Ҡырҡты тауҙары аша 15 – 20 саҡрымда ятҡан ауылдарыбыҙға йәйәүләп ҡайтып китәбеҙ. Ә каникул мәлендә интернатты һағынып, ҡабат китергә ашығабыҙ.
Интернатҡа яҙыусы Зәйнәб Биишеваның килгәне иҫтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Өмөтбаева: “Иртәгә беҙгә Зәйнәб Биишева килә. Уҡыусылар, кемдәрҙең шиғырҙары бар – әҙерләнегеҙ”, –тине. Иртәгәһенә бик матур осрашыу булды. Мин үҙемдең дүрт юллыҡ ҡына шиғырымды һөйләп, Зәйнәб апайҙан ыңғай баһа алдым. Интернатта бейеү,ҡурай-ҡумыҙ, әҙәби түңәрәктәр эшләне. Ата-әсәләргә лә мәктәп бик оҡшай ине, шуға күрә интернатҡа балаларын бирергә теләүселәр артҡандан -артты. 1972 йылда Рамаҙан Үтәғолов директор булып эшләгән саҡта, һигеҙ йыллыҡ мәктәп – урта белем биреү мәктәбенә, Кинйәғол Ғайсин директор саҡта, заман талабы менән гимназия-интернатҡа әүерелде.
Әле лә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең оло хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Бында хеҙмәт юлын башлап, сынығыу алған уҡытыусыларҙың күбеһе хәҙер республикала мәғариф, сәнғәт өлкәһендә, ғилми хеҙмәттәре менән танылыу яулаған билдәле шәхестәр.
Көслө уҡытыусыларҙың илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт иткән маҡтап телгә алырлыҡ уҡыусылары ла байтаҡ. Таңсулпан Ғарипова, Миңзәлә Хәлилова, Бибисара Азаматова, Гөлсөм Бикбулатова, Илһам Йәндәүләтов, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлсинә Йосопова, Рәзилә Рыҫҡужина, Лилиә Хәлитова һәм башҡа талант эйәләре. Интернат-мәктәптә өлкән быуын уҡытыусылары, тәрбиәселәре, ата-әсәләр һалған емешле хеҙмәт юлын артабан сәмле, дәртле, талантлы йәш коллектив дауам итә.
Уҡытыусыһы ниндәй, мәктәбе лә шундай. Туған мәктәбен тамамлағас, юғары уҡыу йорттарында ғилем алып, эшкә ҡайтып, мәктәп данын күтәреүселәр бихисап. Шуларҙың береһе – Әлнисә Алдырханова. Тәжрибәле уҡытыусы тәрбиәләнеүселәренә төплө белем биреп кенә ҡалмай, үҙе лә үҫеш юлында. Бер кешегә күпме талант бирелгән: Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбенә нигеҙ һалған, “Башҡорт теле уҡытыусыһы – 2002” республика конкурсы лауреаты, “Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары”, “Иң яҡшы Рәсәй уҡытыусылары” грантына лайыҡ булған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре һәм тағы әллә күпме ҡаҙаныштары бар. Ә китаптары барыһы ла халыҡ ынйылары булырлыҡ.
Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханова тураһында 2002 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Гөлшат Ваһапова-Әйүпованың китапҡа ингән яҙмаһы: “...Беҙҙең мәлдә фәһемле сараларҙы директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы бик оҫта ойошторҙо. Беҙ унан етеҙлек, тормош юлдарында аптырап ҡалмау, юғары үрҙәр яулау, һәр саҡ алға ынтылыу, үҙең өсөн генә түгел, башҡаларға ла ярҙам итеү, маҡсатлы, рухлы булыу кеүек күркәм сифаттарға, шулай уҡ оло сәнғәт серҙәренә өйрәндек... Әлнисә Рәхимйән ҡыҙын осратыуыма яҙмышыма рәхмәтлемен, сөнки Сибай институтына ла уның ярҙамы менән уҡырға индем... Ҡәҙерле изге йорт – интернатымды, хөрмәтле уҡытыусы-тәрбиәселәремде, һабаҡташтарымды һағынам”.
Интернатта 1984 –1998 йылдарҙа директор булып эшләгән Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсин: “Башҡорт элитаһын тәрбиәләйем”, –тигән. Ысынлап та, интернатта ҡанат нығытып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан тәрбиәләнеүселәр бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Төрлө вазифа биләгәндәре лә, ябай хеҙмәткәр булғандары ла, ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә – барыһы ла уңған, тәүәккәл, абруйлы кешеләр.
Миңә бер танышым: “Тырыш, өлгөр, ҡыйыу кешеләрҙән ҡайҙа уҡығанын һораһаң, барыһы ла интернат-мәктәптә тәрбиәләнгән була”, – тине. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. “Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр”, “Эш һөйгәнде ил һөйгән”, “Уңғандарға уңыш йылмая” – ошо мәҡәл-әйтемдәр мәктәп-интернат балаларына тап киләлер.
Беҙҙең кластан ғына күпме уҡытыусы, табип, хәрби хеҙмәткәрҙәр сыҡты. Иң ғорурланғаныбыҙ – полковник дәрәжәһенә еткән Әбйәлил ҡыҙы Ғәзинур Ҡаһарманова.
Мәктәп-интернат беҙгә белем, тәрбиә генә түгел, йөрәктәребеҙгә ғүмерлек туғанлыҡ хистәре лә һалды. Беҙ, алыҫ райондарҙан килгәндәр, каникул мәлендә генә өйгә ҡайта ала инек. Яҡыныраҡ йәшәгәндәр беҙгә күстәнәс алып килде. Ҡайта алмаһаҡ та, ваҡытты бик күңелле үткәрҙек. Шиғырҙар яҙып бер-беребеҙгә уҡыныҡ, пьесалар сәхнәләштерҙек.
1960 йылдан алып үҙе бер бәләкәй генә дәүләт булып, бик ҙур изге эш башҡарған гимназия-интернат ҡосағынан күпме егеттәр һәм ҡыҙҙар киң донъяға юл алған. Бала сағыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, бәхетле минуттарыбыҙға ҡайтарған, әйтәһе һүҙҙәребеҙҙе китап аша еткергәне өсөн Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырхановаға ифрат рәхмәтлебеҙ.
Айһылыу Хәсәнова
Әбйәлил районы.