Һәр һөнәр кәрәкле һәм файҙалы, тип төрлө хеҙмәт эйәләрен күтәрә торғайныҡ элегерәк. Хәҙер был һүҙҙәр бер аҙ тоноҡланған һымаҡ булһа ла, үҙ көсөн юғалтмаған әле. Уҡытыусымы, табипмы, ашнаҡсымы, урмансымы, механизатормы, һауынсымы – тормошта һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше. Күңел һалып эшләгәндәр, хеҙмәттән ҡурҡмағандар бер заманда ла юғалып ҡалмай. Хеҙмәт кешене тәрбиәләй, маҡсатына өлгәшергә булышлыҡ итә. Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙә һүҙ уҡытыусылар династияһынан булған Сәлих ауылында йәшәгән Әлмира Минһажетдинова тураһында.
Әлмира апайҙың нәҫел тамырҙары Учалы районынан. 1978 йылда Сәлих ауылы егете Мөхәрәм Мөхәмәҙуллинға тормошҡа сыҡҡандан алып, хәҙер 44 йыл ошо ауылда донъя көтә. Көс-дәрте ташып торған йәшлегенең иң матур осоро ла уның Сәлих мәктәбендә эшләгән йылдарына тура килә. Мәктәп директоры вазифаһын иһә ул 26 йыл тарта.
– Мин уҡытыусылар нәҫеленән. Атайым яғынан Хәләф олатайым да мөғәллим булған. Атайым үҙе лә башланғыс кластарҙа уҡытты. Һуғыштан ҡайтҡандан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға белем бирҙе. Бер туғаны филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәтсе, фольклорсы Марат Минһажетдинов та – нәҫелебеҙ ғорурлығы. Шуға уҡытыусы эше миңә бала саҡтан таныш. Әле лә хәтерҙә, атайым өйгә дәфтәр тикшерергә алып ҡайтһа, хаталарын бергәләп эҙләй торғайныҡ. Өлкән класта уҡығанда атайым ауырып китһә, директорҙың рөхсәте менән балаларҙы уҡытырға ла барғаным булды. Кәрәк саҡта төрлө кластан тыш саралар ойошторорға ла ярҙам иттем.
Балалар менән эшләүе оҡшай ине, шуға күрә мәктәпте тамамлағас, Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына юлландым. Тәүге йылда конкурстан үтә алманым, үҙемдең районымда бер йыл мәктәптә эшләп торҙом да ҡабат БДУ-ға барҙым. 1975 йылда уны тамамлап, башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы булып сыҡтым, – тине Әлмира Жәүәт ҡыҙы, уҡытыусылыҡҡа илткән юлдарын хәтерләп.
Уҡып бөтөп эшләп йөрөгән йылдарында Өфө уны буласаҡ тормош иптәше менән осраштыра. “Үҙем буйға бәләкәй булғанғамы икән, ҡыҫҡа буйлы егеттәрҙе яратмай торғайным. Ә Мөхәрәм – оҙон, мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле, төҫкә матур егет. Холҡоноң тыныс, сабыр булыуы, белеме менән дә йөрәгемде яуланы ул”, – ти Әлмира апай, уйҙары менән йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып. Өйләнешкәс тә йәш ғаилә егеттең тыуған ауылы Сәлихтә төпләнергә ҡарар итә. Эше лә ыңғай хәл ителә, йәш уҡытыусыны коллектив та үҙ итә.
– Ул саҡта мәктәп директоры Әхмәт Нурый улы Арыҫланов ине. Бер-ике йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, аҙаҡ мәктәп директоры урынбаҫары бурысын йөкмәттеләр, ә 1983 йылда үҙемде етәксе итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Шул осорҙан бер өҙлөкһөҙ 26 йыл буйы, йәғни 59 йәшемә тиклем етәкселек эшен алып барҙым. Элек уҡытыусылар коллективы ҙур, балалар күп ине. Уҡыусыларҙың һаны 200-гә яҡын булды. Уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү генә түгел, хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә лә иғтибар көслө ине. Уҡыусылар менән сөгөлдөр утап, шул аҡсаға уларҙы Өфө, Мәскәү, Курск ҡалаларына экскурсияға алып барған осор хаҡында матур хәтирәләр һаҡлана. Ғөмүмән, эшләгән дәүерҙә уҡытыусылар йәки ата-әсәләр тарафынан ризаһыҙлыҡ белдереү, тәмһеҙләшеп йөрөү күренеше булманы. Киреһенсә, минән алдағы директор ҙа, тәжрибәле, өлкән йәштәге уҡытыусылар ҙа эшемә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торҙо. Был, әлбиттә, күңелемде үҫтерҙе, эшкә дәртемде арттырҙы. Бының өсөн коллективыма ҙур рәхмәт, – тине ветеран уҡытыусы.
Етәкселек итеү бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн еңелдән түгел, сөнки эштән башҡа ғаилә, донъя мәшәҡәттәре, береһенән-береһе бәләкәй өс бала ла иғтибар талап итә. Өйҙә ныҡлы терәк, таяныс булғанда ғына, эшеңде лә уңышлы алып барыу мөмкин. Был йәһәттән Әлмира апай йәмәғәтенә һәм ҡәйнәһенә рәхмәт уҡый.
– Тормош көткәндә ирем һәр ваҡыт ныҡлы таяныс булды, шулай уҡ ҡәйнәм балаларыбыҙҙы үҫтерешергә ярҙам итте. Ул ябай ауыл ҡатыны булһа ла, ныҡ аҡыллы ине. Донъя көткәндә уға таяндым, унан күп нәмәгә өйрәндем. “Кеше менән матур йәшәйем тиһәң, телеңде тый” тип ҡабатларға ярата ине. Үҙе лә кешеләргә изгелекле булды. Балаларыма ике ай тулғас, уларҙы ҡәйнәмә ҡалдырып эшкә сығып китә инем, бәләкәй генә килеш сәңгелдәктә ятып ҡалдылар. Шулай мәктәп тип тырыштым инде. Атайым: “Ниндәйҙер эште йөкмәгәнһең икән, ауыр булһа ла, башҡарып сығырға кәрәк. Кеше һүҙ әйтерлек булмаһын”, – тип өйрәтә торғайны. Уның тәрбиәһе лә күңелгә һеңгән – был һүҙҙәрҙә әңгәмәсемдең үҙ һөнәрен яратыуы ғына түгел, уға яуаплы ҡарашы ла сағыла.
Һөнәреңде дөрөҫ һайлау – бәхетеңдең яртыһы. Ваҡытында уҡытыусылыҡҡа дөрөҫ йүнәлеш биргән атаһының кәңәше Әлмира Жәүәт ҡыҙына үҙ юлын табырға ярҙам итә.
– Барыһы ла уҡытыусы булып китә алмай. Үҙеңдең күңел ынтылышыңдан башҡа, балаларҙы яратырға, уларға тигеҙ ҡарарға кәрәк. Мин бер ҡасан да “насар уҡыйһың” тип балаларҙы бүлмәнем. “Хеҙмәт яратҡан кеше тормошта үҙ юлын таба, ләкин белем алырға тырышырға кәрәк” тип әйтә торғайным уларға. Уҡыуға әллә ни һәләттәре булмаһа ла, бына тигән итеп донъя көткән уҡыусыларым күп. Минең өсөн уларҙың иң беренсе яҡшы кеше булыуы мөһим. Күптән хаҡлы ялға сыҡһам да, уҡыусыларым онотмай. Шылтыратып хәлемде белешһәләр ҙә, урамда осрағанда килеп күрешһәләр ҙә, күңелем күтәрелә, сөнки нисә йәшкә етһәләр ҙә, улар һәр ваҡыт уҡыусыларым булып ҡала, – ти ветеран-педагог.
Ҡайнап торған мәктәп тормошо артта ҡалған, баш күтәрмәй эшләгән хеҙмәт йылдары һиҙелмәй үтеп киткән. Тырышлыҡтың матур иҫтәлеге булып бихисап почет грамоталары һаҡлана, маҡтаулы исемдәре лә бар. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, РСФСР Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамотаһы – барыһы ла күңелде йылытып торған наградалар.
Әлмира апайҙың олатаһынан башланған уҡытыусылар династияһы артабанғы быуында ла дауам итә. Балаларының икәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улдары Илгиздең математика, информатика буйынса уҡытыусылыҡ өлкәһендә байтаҡ тәжрибәһе бар.
Ҡыҙҙары Алһыу – башҡорт һәм сит телдәр уҡытыусыһы, аспирантурала уҡырға ла өлгөрә. Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, “Өмөтлө педагог” номинацияһында еңеү яулауы ла һөнәри оҫталығын күрһәтә. Килендәре Гүзәл дә ҡәйнәһенең һөнәрен үҙ иткән. Бөгөн ул –Сәлих мәктәбе директоры урынбаҫары. Тимәк, уҡытыусылыҡ һөнәренә тоғролоҡ быуындан-быуынға һаҡлана.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тәүге осорҙа Әлмира Жәүәт ҡыҙы мәктәбен ныҡ һағына. Әммә буш ваҡыты иркенәйеүе уға ғаиләһенә, балаларына иғтибарҙы арттырырға мөмкинлек бирә. Эргәһендә 44 йыл бергә ғүмер иткән тормош иптәше булыуы менән дә бәхетле ул. Хәҙер инде ҡарт өләсәй, ҡарт олатай бурысын да кинәнеп башҡаралар.
Кеше ғүмерендә һәр миҙгелдең үҙ матурлығы. Ҡаршылыҡтарға, һынауҙарға ҡарамай, йәшәү йәмен таба белергә кәрәк, шул ваҡытта ғына тормош үкенесле булмай.
- Резеда Шәңгәрәева
Ишембай районы