Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ирҙәр ҡоро етәксеһе Зариф Байғусҡаровтың йәмғиәтебеҙҙә атайҙар абруйын күтәреүгә, атайҙар менән улдар араһында бәйләнеште нығытыуға арналған сираттағы сараһы әсәйҙәргә ихтирам, хөрмәт күрһәтеү маҡсатын ҡуйҙы.
Шәмбе көн тип тормай, Азамат Юлдашбаев етәкселегендәге “Мосафир” оҫтаханаһына билдәләнгән ваҡытҡа атайҙар улдары менән килеп тә етте. Был юлы уларҙың маҡсаты әсәйҙәренә бүләк итеп, банк картаһы һалыу өсөн күндән янсыҡ әҙерләү ине. Был эште башҡарыуҙа атайҙары һәм ошо һөнәр оҫталары ярҙам итте.
“Мосафир” оҫталарының эше ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, килгән береһе иң элек оҫтахананың эшмәкәрлеге менән танышты.
– Атайҙар һәм улдар менән оҫталыҡ дәресе бында беренсегә уҙғарылмай. Бөгөн әсәйҙәргә байрам бүләге әҙерләргә йыйылһаҡ та, төп ҡиммәт бүләктең үҙендә түгел, атай менән улдың, бер нисә сәғәткә телефондарынан айырылып, уртаҡ эш менән булыуҙарында, аралашыуҙарында, – тине Азамат Рәмил улы.
Атайҙар араһында ҙур, яуаплы вазифала эшләгәндәр ҙә бар ине. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзаловты оҫтаханала улы Арыҫлан менән осраттыҡ.
– Саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттем. Ғөмүмән, ғаилә ептәрен нығыта торған сара был. Балаларҙың яңы һөнәргә өйрәнеүе йәһәтенән дә әһәмиәтле, – тине министр.
Атай һәм улдар райондарҙан да яңы һөнәргә өйрәнергә килде. Илгиз Вәлидов улы Артур менән Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан ине.
– Көҙөн Атайҙар көнө уңайынан Архангел районында мәмерйәлә булып, улым менән шул тиклем бай күңел кисерештәре алып ҡайтҡайныҡ. Был юлы ла дәртләнеп, ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ, – тине ул.
Уға улы ла ҡушылды: “Атайым менән бергә буш ваҡытты уҙғарыу миңә оҡшай. Әсәйемә байрамға бүләкте лә матур килеп сыҡһын өсөн тырышып эшләнем, уға бик оҡшар тип ышанам”.
Ирҙәр ҡоро ойошторған сараға беренсе тапҡыр килгәндәр араһында Әмир Харрасов менән улы Морат та бар ине.
– Әсәйемә бүләк әҙерләйем, тип улым иртүк дәртләнеп уянды. Буш ваҡытымды улым менән бергә уҙғарырға тырышам. Бөгөнгө сара ла – бының өсөн уңайлы мөмкинлек. Барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, уларға һаулыҡ һәм бала ҡайғыһы күрмәүҙәрен теләйем. Ғаиләләр парлы, балалар атай-әсәйле булһын, – тигән матур теләктәрен дә еткерҙе ул.
Күптәр күндән әйберҙе беренсегә эшләһә лә, бик сәмләнеп тотондо. Эргәләрендә ҡеүәтләп, дәртләндереп, кәрәк саҡта ярҙам итеп ебәргән атайҙары булғанда, эштең уңышлы килеп сыҡмауы мөмкин дә түгел ине. Күн оҫталары ла, дөрөҫ йүнәлеш биреп, эштең нескәлектәрен аңлатты. Күңел һалып, бергәләп башҡарғанғамы, бүләктәр бик йәмле, һәр береһе үҙенсәлекле ине.
Элек-электән ирҙәр ил таянысы булған. Тормоштағы етди мәсьәләләрҙе лә ир-ат, аҡһаҡалдар хәл иткән. Ундай йәмғиәттең нигеҙе лә ныҡлы, төплө, иртәгәһе ышаныслы була. Егеттәр ҙә бала саҡтан ғаиләһен, илен һаҡлау яуаплылығын тойоп үҫә. Республикабыҙҙың Ирҙәр ҡоро ойошторған сараларҙың маҡсаты ла етди – улдарҙан ғаиләһенең һәм иленең ышаныслы ҡалҡаны булған ысын ир-егеттәр тәрбиәләү. Был эш уңышлы башланғыс алды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, уларҙың һәр ҡайһыһында үҙе ҡатнашып, башҡа атайҙарға матур өлгө күрһәтә.
– Ошондай саралар уҙғарыуға атайҙар менән улдарҙың үҙ-ара аралашыуының кәмеүе этәргес бирҙе. Атайҙарҙың эштә булыуы, улдарҙың компьютер артында, телефон тотоп ултырыуы ғәҙәти күренешкә әүерелде. Улдарға атай тәрбиәһен алыу бик мөһим – уларҙың бер-береһе менән аралашыуын көсәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, эш бының менән туҡталмаясаҡ. Май айында уҡ атыу ярышы уҙғарырға ниәтләнәбеҙ. Атай менән улдың бер командала ярышыуы уларҙың араһын тағы ла нығытыр, – тине ул.
Республика кимәлендәге изге башланғыстың ҡала һәм райондарҙа ла тамыр йәйеп, ирҙәр ҡороноң киләсәктә тағы ла көсәйеүен теләйбеҙ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА