Илеш районының сағыу йылъяҙмаһын яҙған, фиҙакәр хеҙмәте менән төбәк үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән булдыҡлы ғаиләләр, яҡты эҙ ҡалдырған хеҙмәт династиялары, тыуған яғының тарихын һәм шәхестәрен өйрәнеп, уны халыҡҡа еткергән илһөйәрҙәр хаҡында өҙлөкһөҙ һөйләргә, ихлас һоҡланырға була. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән уҡыусыларыбыҙҙы быға тиклем дә таныштырып килдек.
Уңыштарҙы күрә белә
Хеҙмәт династиялары менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белгәс, был юлы беҙгә Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия директоры урынбаҫары, башҡорт, рус телдәре һәм әҙәбиәттәре уҡытыусыһы Лилиә Валерий ҡыҙы Коровкина (Фазлыева) менән осрашырға тәҡдим иттеләр. Нәҫел тамырҙарында төрлө милләт кешеләре тупланған ҙур хеҙмәт династияһының бер вәкиле булған уҡытыусының башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу тәжрибәһе тураһында йыйынтыҡ әҙерләп сығарыуын, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыуын, 2018 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында 200 мең һумлыҡ грант яулауын, уҡыусыларының бәйгеләрҙә призлы урындар яулауын белгәндән һуң, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ артты ғына.
Лилиә Валерий ҡыҙының бер туған ағаһы Юрий Валериевич Коровкин да Тәлғәт Шаһманов исемендәге 2-се мәктәптә уҡыта. Әсәләре Рима Сәхипйән ҡыҙы банкта эшләгән, олатайҙары Сәхипйән Ғилемйән улы иһә ғүмер буйына тарих фәненән белем биргән, мәктәп директоры булған. Әсәләренең бер туған һеңлеһе Рита ханым оҙаҡ йылдар Бишҡурайҙа башланғыс класс балаларына белем биргәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның тормош иптәше Нәүбәт Гәрәевте үҙ эшен яҡшы белгән, көслө уҡытыусы булараҡ әле лә хәтерләп иҫкә алалар. Уларҙың ҡыҙҙары Эльза менән Эльмира ла ата-әсәһенең һөнәрен һайлаған. Гәрәевтәрҙең ейәнсәре Лиана ла, уларҙан өлгө алып, Башҡорт дәүләт педагогия университетының химия-биология факультетына уҡырға ингән.
Лилиә Валерий ҡыҙы гимназияла 16 йыл эшләү дәүерендә үҙенең ойоштороу һәләте, предметтарҙы тәрән белеүе, уҡыусыларҙың психологияһын яҡшы аңлап эш итеүе менән коллективтың абруйын яулаған. Инновациялы белем технологияларын, балаларҙың фекерләү ҡеүәһен әүҙемләштергән алымдарҙы ҡулланып, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойоштора. Эҙләнеүсән, һөнәрен мауығып башҡарған педагог һәр уҡыусыһының ынтылышын, уңыштарын күрә белә, мөмкинлектәренә ҡарап һәләттәрен үҫтерергә ынтыла, ти хеҙмәттәштәре уның тураһында. Ҡыҙы Арина ла, тап ошо сифаттары өсөн әсәһен өлгө итеп ҡуйып, уның кеүек белемле, йәмғиәт өсөн файҙалы һөнәр эйәһе булырға уйлай. Мәктәпте уңышлы тамамларға йыйынған ҡыҙҙың киләсәккә пландары ҙур. Ни өсөн заман йәштәре үҙҙәренең хеҙмәт династиялары менән ғорурлана икән – беләйек.
Ғорурланыу өсөн сәбәп бар
– Уҡытыусыларым менән һәр саҡ ғорурланып йәшәйем. Уларҙың һөнәри байрамдары етһә, ысын күңелдән хөрмәт иткән кешеләремә ҡотлау һүҙҙәрен еткереү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе таба алмай ыҙалайым. Уларҙың һәр береһе – минең өсөн белем хазинаһы, матурлыҡ һәм изгелек өлгөһө.
Һәр ғаиләлә ғорурланыу өсөн сәбәп етерлектер, ә мин үҙемдең ҡартәсәйем, ҡырҡ йыл ғүмерен башланғыс класс балаларына белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Раиса Григорьевна Кузьмина хаҡында әйтеп үткем килә. Хәҙер инде уның өлкән йәшкә еткән уҡыусылары, ағай һәм инәйҙәр, әле булһа тәүге уҡытыусыларын йылылыҡ менән иҫкә ала.
“Тормош – ул донъя мәҙрәсәһе”, – тип яҙған бөйөк мәғрифәтсебеҙ Ризаитдин Фәхретдин. Бының менән килешмәй булмай. Мәҙрәсәлә ниндәй фәһем, ғилем алаһың – шуның менән әҙәм балаһы ғүмеренең аҙағына тиклем атларға һәм туплаған белем багажын балаларына тапшырырға тейештер, тип уйлайым. Беҙҙең ғаиләлә тормош ҡиммәттәренең пьедесталында уҡыу, белем алыу тора. Был ҡанун – минең ҡартәсәйем менән ҡартатайымдан ҡалған мираҫ.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Бөрө педагогия училищеһын тамамлап, Илеш районында икәүләп эш башлай улар, тик немец баҫҡынсыларының һөжүме йәш ғаиләне бер-береһенән биш йылға айырып тора. Ҡартатайым Сәхипйән Сәлимов һуғышҡа киткәндән һуң Раиса Григорий ҡыҙы бер йәшлек улы менән тылда ҡала. Уҡыусыларға белем бирә, колхоз эшендә ярҙамлаша, коллективтары менән, бәләкәй сана тартып, пристандән тоҙ ташыйҙар. Һуғыштан олатайым 11 миҙал, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары менән ҡайтып төшә. Ә өләсәйем СССР Юғары Советы президиумының “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләнә.
Ғүмерҙәрен уҡыусыларға белем биреүгә, ғилем ҡанаттарын үҫтереүгә арнаған был ғаилә. Үҙҙәренең дүрт балаһынан, 11 ейәненән дә белемле булыуҙы талап иткәндәр. Уларҙың күбеһе – юғары белемле, үҙ эштәренең һөнәр эйәләре. Араларында уҡытыусылар ҙа байтаҡ. Олатайым күптән гүр эйәһе инде, өләсәйемдең башымды йомшаҡ ҡулдары менән һыйпап аҡыл биреүе, хәреф танырға, уҡырға өйрәтеүе бөгөнгөләй күҙ алдымда. Уларҙың рухы, өгөт-нәсихәттәре һәр беребеҙҙең күңелендә маяҡтай балҡып, барыбыҙға юл күрһәтеп торғандай. Күпме йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, ошо сылбыр өҙөлмәй, уҡытыусылар династияһы һаман да дауам итә, – ти Арина ҙур ғорурлыҡ менән.
“Уҡыусыңдың күҙе менән тормошҡа баға бел”
Был оло хеҙмәт династияһының бер тармағын Лилиә Валерий ҡыҙы дауам итә. Күп яҡлы, ҡаҙандай ҡайнаған гимназия тормошон ошо тынғыһыҙ, ижади ҡарашлы, туҡтауһыҙ эҙләнеүсән педагогтан тыш күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ул, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, рус, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, бөтә көсөн, белемен уҡыусыларға бирергә, һәр береһенә тормошта дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итә. Уның уҡыусылары төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа, викториналарҙа, ғилми-тикшеренеү эштәре конкурстарында призлы урындарҙы даими яулай. “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары”, “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” бәйгеһе гранттарына бер-бер артлы лайыҡ булыуы, ”Һәләтле балалар үҫтереү буйынса эште яҡшы ойоштороусы” республика конкурсында еңеү яулауы – педагогтың эшенә лайыҡлы баһа.
Аринаның ата-бабаларының тарихи тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы юҡҡа түгел. “Минең иң ҙур теләгем – ҡартатайым менән ҡартәсәйем, олатайым менән өләсәйем, атайым менән әсәйем үҫтергән ҡанаттарым һынмаһын, бары нығынһын ғына ине. Минеңсә, уҡытыусы белем биреү менән генә сикләнмәй, тормошҡа үҙе уҡытҡан балалар күҙҙәре менән бағырға, уларҙың күңелен аңлай белергә лә тейеш, – тип иҫәпләй ул. – Минең ҡартәсәйем тап шундай аҡыл эйәһе ине. Һәр кем уҡытыусы була алмайҙыр ҙа, сөнки был яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәт кенә түгел, минең аңлауымса, ул – ижади сәнғәт, кеше күңелдәрен дауалаусы, белеме һәм һөйөүе менән шәхес тәрбиәләүсе һөнәр”.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Илеш районы.