Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Декабрь 2022, 21:00

Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды

БДПУ-ның юбилейына арналған байрам концерты нисек уҙҙы?

Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды

"Торатау" конгресс-холында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 55 йыллығына арналған байрам концерты уҙҙы. Тантаналы сараға университет уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре, студенттары, уны тамамлаусылар һәм ветерандар, шулай уҡ ошо көндәрҙә юғары уҡыу йортонда үткән Бөтә Рәсәй ғәмәли форумы ҡунаҡтары йыйылды.

Фойела студент берләшмәләре күргәҙмәһе ойошторолғайны, унда "Шул фильмдағы кеүек" төркөмөнөң сығыштары барҙы.

Байрам абруйлы ҡунаҡтар менән таныштырыуҙан һәм Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитовтың сығышынан башланды. Салауат Тәлғәт улы юғары уҡыу йортоноң тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны, төрлө ваҡытта уның үҫешенә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте, төп ҡаҙаныштар, уңыштар, юбилей йылында үткән саралар хаҡында һөйләне.

"Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Аҡмулла яҙыуынса, "бәхет һәм изгелек сығанағын табырға теләйһең икән, белем генә дөрөҫ юл аса". Объектив ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, профессор-уҡытыусылар корпусының юғары әҙерлек кимәле, традициялар менән новаторлыҡтың берләшеүе, быуындар күсәгилешлеге, заманса инфраструктура киләсәктә лә Аҡмулла университетының эҙмә-эҙлекле үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирер, тип ышанам", - тине Салауат Тәлғәт улы.

Университет коллективына уны тамамлаған, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеоҡотлау ебәрҙе.

2005 - 2018 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры булған профессор, хәҙер Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин юғары уҡыу йортоноң юбилейы уңайынан ихлас тәбрикләне, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы.

Йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм социаль идара итеү кафедраһы доценты Ия Шутелева һәм Ватан тарихы кафедраһы доценты Николай Щербаков Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Раил Мирвай улы мәғлүмәт сәйәсәте идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Абрамоваға һәм психология факультеты деканы Лилиә Халиҡоваға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталарын тапшырҙы. Аҡмулла университеты коллективына мәғариф өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы бирелде.

"Бөгөн республика мәктәптәрендә 32 мең коллегабыҙ – мәктәп уҡытыусыһы, ә күпме кеше мәғариф өлкәһендә эшләй! Уларҙың барыһы ла тиерлек – беҙҙең сығарылыш студенттары. Башҡарған эштәрегеҙ, Аҡмулла университеты аудиторияларында киләсәкте булдырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!" - тип мөрәжәғәт итте йыйылған халыҡҡа Раил Мирвай улы.

Мәғариф һәм фән министрлығынан ҡотлау менән министр урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин сығыш яһаны.

Бөтә Рәсәй ғәмәли форумында ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттары етәкселәре Салауат Сәғитов менән бергә "Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы" студенттар конкурсы еңеүселәрен бүләкләне.

Тантанала шулай уҡ БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Василий Мартыненко, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамаҙанов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Аҡмулла университеты студенттарының һәм уны тамамлағандарҙың сығышы кисәнең ысын биҙәге булды. Ижади номерҙарҙы "Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Держава” барабансылар һәм мажореткалар төркөмө, “Стардл” спорт-аэробика шоуы халыҡ коллективы, Сәсәндәр мәктәбе, “Вариация” халыҡ вокал ансамбле, “Грация” халыҡ эстрада бейеүҙәре ансамбле, “Кантанте” халыҡ хоры, Алена Завьялова һәм Полина Кобец тәҡдим итте.

Фото: disk.yandex.ru/d/Ea65mzoQrJvOWA

Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Аҡмулла университетына ике "бишле" ҡуйылды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас в