Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Бөгөн донъяла фән һәм технологияларҙың тормоштоң күпселек өлкәләренә йоғонтоһо артты. Беҙҙең Евразия ғилми-белем биреү үҙәге алдынғы тармаҡтарҙа инновациялар, юғары технологиялы продукция индереү өсөн платформаға әүерелде.
2021 йыл өсөн төбәктәрҙе ғилми-технологик үҫтереүҙең тәүге милли рейтингында Башҡортостан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Томск өлкәһенән ҡала дүртенсе урынды биләп, юҡҡа ғына алдынғы бишәү иҫәбенә инмәне.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәге программаһын тормошҡа ашырыу, республиканың ғилми-мәғариф өлкәһен яңыртыу буйынса эш өҫтөнлөктәр бирә.
Вуз-ара студенттар кампусы проекты эшләй башланы. Өфө фән һәм технологиялар университеты булдырылды, ә уның базаһында бер алдынғы “Киләсәк моторҙары” инженер мәктәбе эшләй башлай. Өфө дәүләт нефть техник университеты “Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы” федераль проектында университет стартап-студиялары конкурсында еңеү яуланы.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы өс университетыбыҙ миллиард һумдан ашыу финанс ярҙамы алып, “Өҫтөнлөк-2030” федераль үҫеш программаһында ҡатнаша.
Республикала фәнгә һәм юғары белем биреүгә ярҙам итеү буйынса саралар күрелде, мәктәп башланғыстарына, предуниверсарийҙарға, йәш аспиранттарға, фән кандидаттарына грант ярҙамы, фән һәм техника өлкәһендә республика премиялары булдырылды.
Радий Хәбиров ҡарары буйынса, фәнгә, юғары белемгә республика ярҙам саралары дауам итә.
Бөгөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыларҙы фәнгә ҙур өлөш индергәндәре, ғилми һәм белем биреү программаларын тормошҡа ашырғандары өсөн махсус премия менән билдәләне”, – тип яҙҙы ул.
Фото М. Забелиндың сәхифәһенән.