“Ҙур тәнәфес” конкурсында еңеү яулаған Стәрлетамаҡ ҡыҙы Карина Башмакова хаҡында матбуғат биттәрендә аҙ яҙылманы. Ошо уҡ 2-се гимназияла уҡыған Евгений Кәримов шулай уҡ абруйлы конкурста ҡатнашып, “Артек”тан бер миллион һум аҡса алып ҡайтты.
Бер үк гимназиянан призерҙар һәм олимпиада еңеүселәренең бер-бер артлы сығып тороуы осраҡлы түгелдер. Эш нимәлә? Уҡыусылар ошо һорауға үҙҙәре үк яуап биргән. Тыңлағыҙ, уҡығыҙ, фәһемле булыр. Улар һөйләгән ҡыҙыҡлы ваҡиға бөтә донъяла танылған уйлап табыусы, эшҡыуар Томас Эдисон тураһында.
“Бер көндө Томастың әсәһе уны мәктәпкә алып бармаған. “Улым, һинең уҡытыусыларың миңә хат ебәргән. Бына ул. Улар һине үтә ныҡ һәләтле, супер аҡыллы бала тип иҫәпләй, артабан һине нимәгә уҡытырға икән, тип аптырайҙар. Тимәк, һинең менән минең үҙемә шөғөлләнергә тура киләсәк”, – тигән ул.
Бынан һуң күп йылдар үткәс, бөтә донъяла танылыу яулаған Томас уҡытыусыларҙың теге хатын табып уҡый. Улар Томас Эдисондың һәләтһеҙ бала икәнен, уны артабан уҡытыуҙың файҙаһыҙ булыуын белдергән. Хатты уҡып сыҡҡандан һуң бөйөк уйлап табыусының күҙҙәренән йәш аға. Ул үҙен сикһеҙ яратҡан һәм уға бөтә күңеле менән ышанған әсәһен иҫкә төшөрә...”
Уҡыусылар үҙҙәренең ҡыҫҡа ғына хикәйәһен түбәндәгесә тамамлай: ”Шундай ысын уҡытыусыларыбыҙ булыуы менән бәхетлебеҙ. Улар, Эдисондың әсәһе кеүек, беҙгә ныҡ ышана! Ә беҙ бары уларҙың ышаныстарын аҡларға тырышабыҙ”.
“Миллионер” Евгений Кәримов олимпиадаларҙа йыл һайын ҡатнаша. Ул - Бөтә Рәсәй олимпиадалары “ветеран”дарының береһе. Йәмғиәтте өйрәнеү, иҡтисад, хоҡуҡ, тарих, философия, социология өлкәләрен төплө өйрәнә. “Артек”та үткән финал ярышында уға команда составында эшләргә тура килә.
“Беҙҙе командаларға бүлделәр, һәр береһе үҙ проектын уйлап тапты. 12 йүнәлеш билдәләнде. Мәҫәлән, фән һәм технология, сәнғәт һәм ижад, журналистика һәм яңы медиа, ирекмәнлек... Командала эшләү анһат түгел, нисек кенә булмаһын, кем дә булһа лидерлыҡҡа сыға, бурыстарҙы билдәләй һәм маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә. Лидерлыҡ конкурстың бөтә этаптарында ла юғары баһалана. Әллә күпме көтөлмәгән һынауҙарҙы үтергә тура килде. Мәҫәлән, беҙгә бирелгән һары стерженле ручкалар яҙмай башланы. Нимә эшләргә? Кемдер ҡаушап ҡалманы, шунда уҡ зәңгәр пасталы ручкаһын алып яҙа башланы. Йәки финал алдынан ғына яңы эш бирәләр, йәиһә ваҡытты сикләйҙәр. Бында иң мөһиме – ҡаушамаҫҡа!
Беҙ Өфөнән ике уҡытыусы менән онлайн-мәктәп астыҡ. “Йәмғиәтте өйрәнеү” буйынса олимпиадаларға әҙерләйбеҙ, лекциялар, семинарҙар үткәрәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – уҡыусыларҙы үҙаллы фекерләргә өйрәтеү, уйлағаныңды грамоталы итеп аңлатыу. Тәүге этапта уҡыусыларҙы философия менән таныштырабыҙ, аҙаҡ тарих менән шөғөлләнәбеҙ, сөнки тарих белеменән тыш, иҡтисади процестарҙы аңлатып булмай. Циклды иҡтисад тамамлай.
Ә бер миллион аҡсаны нимәгә тотонасаҡһың тиһегеҙме? Белемемде арттырасаҡмын һәм башҡаларҙы өйрәтәсәкмен!” - ти Евгений.
Бына шундай белеме, аҡылы, тырышлығы менән миллиондар эшләгән ҡыҙ һәм малайҙар бар Стәрлетамаҡта, тип яҙа ғорурланып “Стерлитамакский рабочий” гәзите.
Сергей Крамсков фотоһы.