Замандаштарыбыҙ араһында төрлө кешеләр бар. Берәүҙәр уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡһа ла, күңеленә ятмай, башҡа юлды һайларға мәжбүр. Икенселәр иһә ял көндәрендә лә мәктәбен, уҡыусыларын һағынып өлгөрә.
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы-интернатында башланғыс кластарҙа уҡытыусы Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы Рәхимованың (Әсәнова) был һөнәргә ҡыҙыҡһыныуы бәләкәй сағында уҡ барлыҡҡа килә.
Күрер, өлгө алыр кешеһе лә була. Атаһы Дәриғәт Муллағәле улының дөйөм педагогия стажы 42 йылға еткән, шуның 33 йылында директор булған, 16 йыл Мәндем мәктәбендә эшләгән, 1996 йылда Красноусол башҡорт гимназияһы асылғас, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.
Дилбәр Дәриғәт ҡыҙының да үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан булыуы, ныҡышмаллығы, һәр эшкә яуаплы ҡарауы, еренә еткереп үтәүе – был һыҙаттарҙың барыһы ла атаһынан күскән.
Булыр бала биләүҙән, тигәндәй, уҡытыусылыҡ һәләте лә бәләкәйҙән күренә. Алты йәше тулғас, уҡырға барам тип ныҡышып, мәктәпкә төшә.
Бәләкәйҙән уҡытыусы ғаиләһендә үҫкәнгәме, һөнәр һайлағанда бер һүҙһеҙ уҡытыусы буласағымды белә инем. Йәшем етмәһә лә, ата-әсәйемдең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, илап, беренсе класҡа уҡырға барғанымды хәтерләйем. Мәктәптән аҡбур һорап алып, үҙемдән бәләкәй һеңлеләремде ултыртып, уҡытыусы булып уйнай торғайным. Улар тыңламаһа, түмәрҙәрҙе уҡыусылар итеп һөйәп ҡуйып, әрләй-әрләй “уҡыта” инем. Аҡбур менән яҙылмаған бер кәртә, таҡта ҡалмай торғайны. Бәләкәйҙән уҡытыусы “ене” ҡағылғандыр, күрәһең, – тип хәтирәләрен уртаҡлашты.
Туғыҙынсы класты тамамлау менән Салауат педагогия колледжына уҡырға инә. Был ваҡытта уның бер туған Дамир ағаһы ошо уҡыу йортонда өсөнсө курста уҡып йөрөгән була. Ә бер аҙҙан Гөлдәр һеңлеләре лә улар эргәһенә килә. Ә бына Гөлсибәрҙәре тура юғары уҡыу йортона – Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына юллана.
Колледжды тамамлаған бер туғандар, артабан юғары белем алып, бөгөн һәр ҡайһыһы төрлө учреждениеларҙа хеҙмәт итә. Гөлдәрҙәре әле В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ лицей-интернатында тәрбиәсе, Гөлсибәрҙәре шул уҡ ҡалала химия-технология колледжында башҡорт һәм инглиз телдәренән уҡыта. Мәҡәләм геройы Дилбәр хеҙмәт юлын район үҙәгенең 1-се мәктәбендә башлаған, хәҙер 15 йыллап Красноусол гимназияһында белем бирә.
– Гимназияға эшкә килгәндә, башланғыс класс уҡытыусылары араһында мин иң йәше инем. Алдынғы ҡарашлы коллегаларым, мине үҙ ҡанаты аҫтына алып, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Үҙ-ара татыу булған, эшһөйәр коллегаларымдан бик тә уңдым, ҙур рәхмәтлемен уларға. Ике тиҫтә йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләү дәүерендә, беренсе дәресем, ата-әсәләр йыйылышы иң тулҡынландырғыс мәл булып иҫтә ҡалған. Тәүге ата-әсәләр йыйылышында, үҙемдән оло ағай-апайҙар класҡа килеп тулғас, ҡурҡышымдан һөйләргә әҙерләгән сығышымды онотоп, коридорға сығып тынысланып ингәнем хәтерҙә. Ә ата-әсәләр сабыр ғына көттө, улар хәлемде аңлағандыр, күрәһең, – был һүҙҙәрҙә эшләгән коллективына ла, ата-әсәләргә ҡарата ла йылылыҡ хисе тойолдо.
Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған остаздың бер генә тапҡыр ҙа үкенгәне булмаған.
– Башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләү ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки һәр ата-әсә үҙенең ғәзиз балаһының киләсәген һинең ҡулдарыңа ышанып тапшыра. Уларҙың ышанысын һин бер һүҙһеҙ аҡларға тейешһең. Тәүге осорҙа уҡытыусыға бер аҙ һағайып, ятһынып ҡына ҡараған кескәй балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар яндырыусы, күңелдәрен үҫтереүсе, белемдең тәүге орлоҡтарын һалыусы, тәрбиә нигеҙҙәрен биреүсе ул – башланғыс класс уҡытыусыһы. Һәр кескәй уҡыусым – минең өсөн асылмаған китап. Уның йөкмәткеһен уңышлы яҙыу күп көс талап итә, шуға ла һәр дәресемә ныҡлы әҙерләнәм, яңы алымдар ҡулланып, заманса дәрестәр үткәрергә тырышам. Ата-әсәйҙәр менән дә һәр ваҡыт бәйләнештә торам, улар – минең төп ярҙамсым.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө быуын балаларының үҫеш кимәле сағыштырмаса юғарыраҡ булыуын да билдәләне. “Балалар мәктәпкә күпте белеп, өйрәнеп килә. Әлбиттә, бында балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең дә, ата-әсәйҙәрҙең дә өлөшө бик ҙур. Хәҙерге заманда балаларҙың мәктәпкәсә үҫеш кимәлен арттырыу мөмкинлектәре күп, сөнки беҙ яңы технологиялар заманында йәшәйбеҙ”, – тине ул.
Тәжрибәле педагогтың йәш ата-әсәйҙәргә кәңәштәре лә урынлы.
– Тәрбиә нигеҙе балаға ғаиләлә һалына. “Ни сәсһәң, шуны урырһың” ти башҡорт әйтеме. Бәләкәйҙән балаға “юҡ” һүҙен әйтергә өйрәнегеҙ, ололарға ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләгеҙ, үҙаллы, йыйнаҡ итеп үҫтерегеҙ. Мәктәпкә, белем алыуға, уҡытыусыларға ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләгеҙ. Баланың аң кимәлен, хәтерен, телмәрен ике-өс йәштән үҫтерә башлайбыҙ. Ҡайһы осраҡта 1-се класҡа килгән балаларҙың телмәре бик ярлы, аң-белем даирәһе тейешле кимәлдә үҫешмәгән була. Ябай ғына әкиәт уҡып, баланан һөйләтеп ҡарау, шиғырҙар ятлау, телмәр һәм хәтер үҫешенә булышлыҡ итә. Бергәләшеп энциклопедия уҡыуҙы, тәбиғәт тураһында булған каналдарҙы ҡарауҙы ғәҙәт итеп алығыҙ. Тәбиғәттә ял иткәндә лә һәр ағас, үлән, йылға-тауҙарҙы күрһәтеп, аңлатып һөйләгеҙ. Баланың ҡыҙыҡһыныуын да, хәтерен, аң-белем даирәһен дә шулай арттырырға мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа мәктәпкә килгән күп балаларҙа иғтибарһыҙлыҡ күҙәтелә. Быны булдырмау өсөн балаға көн тәртибен төҙөү һәм уны үтәү, иғтибарлылыҡҡа төрлө күнекмәләр эшләү талап ителә. Баланың матур яҙыуға әҙерлеге булһын өсөн, ҡул суҡтары моторикаһын үҫтереү бик мөһим. Быға пластилиндан әүәләү, төрлө ваҡ предметтар менән эшләү, һүрәт төшөрөү булышлыҡ итә.
Бына шундай тәжрибәле генә түгел, бәләкәстәрҙә уҡыуға ынтылыш уята алырлыҡ ҡыҙыҡлы әңгәмәсе менән осрашырға насип булды. Уның уҡыусылары араһында белемле, тәрбиәле шәхестәр үҫеп сығыуын шик юҡ.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА