Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Декабрь 2022, 16:00

Дәрес биреп кенә ҡалмайҙар, милләтте тәрбиәләйҙәр

Рухи ҡиммәттәр – заман талабы.

my.mail.ru
Фото:my.mail.ru

Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия – Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғына түгел, республика кимәлендә уңышлы эшләп килгән белем усағы. Ҡала шарттарында төплө белем биреү менән берлектә, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре өлгөһөндә илһөйәрлек тойғоларын, милли үҙаң тәрбиәләү, туған халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү, үҫеп килгән быуын күңеленә телебеҙҙең нескәлектәрен һалыу – гимназиябыҙҙа педагогик коллектив алдына ҡуйылған мөһим бурыстарҙың береһе.

 

Яратып уҡыйҙар

 

Уҡытыусы булыу – бик яуаплы эш. Көн һайын нисә күҙ һинән яңы, фәһемле, ма­уыҡ­тырғыс дәрес көтә. Бөгөнгө туҡтауһыҙ үҙгәрештәр һәм үҫеш кисергән көндәрҙә беҙгә артта ҡалырға ярамай. Уҡытыусы за­ман менән бергә атларға тейеш. Ә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыу – икеләтә яуаплы бурыс, сөнки ул – тел һәм тарих һаҡсыһы, халҡыбыҙҙың бөгөн­гөһө менән киләсәкте бәйләп тороусы, туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һаҡсыл ҡарашлы, сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхес тәрбиәләүсе.

Гимназия директоры Айгөл Шаһи­солтанова телде һәм тарихты өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирә: “Башҡорт теле уҡытыу­сылары дәрес биреп кенә ҡалмай, милләт­те лә тәрбиәләй”. Ул үҙ ҡулы аҫтында эшләгән һәр тәрбиәсенән һәм уҡытыусы­нан да шуны талап итә. Уҡырға килгән һәр ата-әсә менән уртаҡ тел таба белгән, хәҙерге заман талаптарын бик яҡшы күҙаллаған оҫта етәксе ул.

Гимназияла өс башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы эшләй: мәғариф ал­дынғыһы, юғары категориялы башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Х. Сәфә­рова, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Ғ. Әлимғу­жина һәм, йәш белгес булыуына ҡара­маҫ­тан, эш алымдарын оҫта ҡулланып, балалар һөйөүен яулаған  Л.Ғ. Юлгилдина. Заман һәм федераль яңы быуын белем биреү шарттарына яраҡлашып йыһаз­лан­дырылған өс кабинет ойошторолған. Гимназияла уҡырға теләк белдергән барлыҡ балалар ҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып уҡый. Һәр балаға, мөмкинлегенә ҡарап, шәхсән ҡараш булдырылған.

 

Бер ваҡытта ла һуң түгел...

 

Бөгөн ҡалала туған телде һаҡлау, баш­ҡортса аралашыу үҙенсәлекле шарт­тарҙа бара. Гимназиябыҙға туған телен төрлө кимәлдә белгән балалар уҡырға килә. Башланғыс класс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, һәр уҡыусы­ға ҡарата шәхсән күҙлектән сығып, дәрес материалын һайлай. Балаға мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Шуға ла, программаға ярашлы, ике төркөм­гә бүлеп уҡытыу ҡаралған: телде яҡшы үҙләштергәндәр менән дәрестә артабан телмәр үҫтереү, башҡорт телен фән булараҡ өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Әгәр бала өсөн ғаиләлә туған телен өйрәнеү мөмкинлеге булмаған икән, тел һәм халҡыбыҙ тарихы менән танышыуҙы башлау бер ваҡытта ла һуң түгел – гимназияла еңелләштереп уҡытыу программаһы буйынса ҡаралған төркөмдәр бар.

Туған телгә арналған сараларҙа уҡыусылар әүҙем ҡатнаша һәм уңыштарға өлгәшә, еңеүҙәр яулай. Даими уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың  муниципаль этабында быйылғы уҡыу йылында ла шатланырлыҡ һөҙөмтәләр байтаҡ. Ижади конкурстарҙа ла гимназия уҡыусылары теләп ҡатнаша, төрлө конференцияларҙа һөҙөмтәле сығыш яһай.

Гимназияла ойошторолған барлыҡ тәрбиәүи саралар уҡыусыларҙа милли рух тәрбиәләү маҡсатын ҡуя. Арҙаҡлы шәхестәрҙең юбилейҙары айҡанлы саралар, китап туйҙары, хәтер кисәләре, мәртәбәле шәхестәр менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәл янында фекер алышыуҙар – барыһы ла бала күңеленә яҡты эҙ һала, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй.

 

Үҙ телеңдә шиғыр өйрәтеү – оло бәхет

 

Гимназияла башҡорт телен өйрәнеү күсәгилешлелек принцибына таянып атҡарыла. Гимназия базаһында урынлашҡан “Алтынай” балалар баҡсаһынан башлап, туған телгә ихтирам һәм хөрмәт, һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә.

Балалар баҡсаһында ойошторолған эштәр тураһында тәрбиәсе Земфира Шәрипова шундай фекерҙә:

– Мәктәпкәсә йәштәге осор шәхес үҫтереүгә нигеҙ булып тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы базаһында “Алтынай” балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асыуға ла алты йыл үтеп киткән. Белем биреү учреждениеһы ҡарамағында балалар баҡсаһын ойоштороу – яңы күренеш, ата-әсәләр, педагогтар ҙа бындай күсәгилешлекте ыңғай баһалай, – ти Земфира Миңлеғәли ҡыҙы.

Балалар баҡсаһында төркөм бүлмәләре лә заман талаптарына тап килерлек итеп йыһазландырылған. Унда кәрәкле күргәҙмә, методик әсбаптар һәм ҡулланмалар, техник саралар, һүҙлектәр тупланған. Тәрбиәселәр балаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ эш төрҙәрен һайлай.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҙ халҡының мәҙәни традицияларында тәр­биә­ләү һәм саф башҡортса һөйләшергә өйрәтеү – балалар баҡсаһының өҫтөн­лөклө эш йүнәлештәренең береһе. Ошо йылдар арауығында ата-әсәләр менән берлектә эш алып барылды. Мәҫәлән, ҡа­лабыҙҙың Ағинәйҙәр ойошмаһы ағза­лары менән “Өләсәйҙәр һәм ейән-ейән­сәр­ҙәр” конкурсы, “Балан байрамы”н үт­кәреү, әкиәт-легендаларҙы сәхнәләш­тереү, “Милли кейем көнө” байрамын үткәреү – барыһы ла башҡорт телендә ойошторолоп, балаларҙа илһөйәрлек хисе тәрбиәләй.

– Кескәйҙәргә башҡорт телендә йырларға, шиғырҙар ятлатырға, әкиәттәр  һөйләргә өйрәтеү – оло бәхеттер ул, ә уларҙың һөҙөмтәләрен күреү – икеләтә бәхет, – ти тәрбиәсе Рәзинә Әғзәм ҡыҙы, башҡарған эштәргә һығымта яһап. Ғөмүмән, тәрбиәселәр үҙҙәре лә, балалар ҙа бик күп конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн-бәйгеләрҙә даими ҡатнаша.

2021 йылда I төбәк-ара “Тәрбиә һәм белем биреү башҡортса алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” конкурсында ҡатнашып, “Алтынай”ҙар еңеү яуланы.

 

Күңел ҡуҙы башланғыс кластарға күсә

 

Балаларыбыҙ ата-әсәһенең пар ҡанаты аҫтында һау-сәләмәт, йомшаҡ, тәмле телле булып үҫһен. Туған телде өйрәнеү, уны ихтирам итеү, матурлығы өсөн көрәшеү, киләсәк быуындарға тапшырыу – мәҙәниәтле, зыялы һәр кешенең изге бурысы. Мәктәпкәсә йәшкә тиклем һалынған күңел ҡуҙын үҫтереүҙе артабан үҙ эшен ихлас һөйөү менән башҡарыусы һәр башланғыс класс уҡытыусыһы дауам итә. Башланғыс  класс  уҡытыусылары – башҡорт телен белгән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле педагогтар. Төплө белем базаһын улар һәр балаға һөйөү менән сорнап бүләк итә. Төрлө саралар  ойоштороп, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә башҡара улар был юҫыҡтағы эштәрҙе.

Ҡалабыҙҙа 90-сы йылдарҙа йәмғиәт талаптарына ярашлы асылған бөйөк шәхесебеҙ профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев  исемен йөрөткән белем усағының балҡыштары алда булһын!

 


Рүзәлиә ӘЛИМҒУЖИНА

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: