Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Декабрь 2022, 23:45

“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри белем биреү буйынса республика Советының икенсе ултырышын үткәрҙе.

“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”
“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”

Совет ултырышында республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, колледж директорҙары ҡатнашты. Көн тәртибенә Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары, хеҙмәт династиялары йылына йомғаҡ яһалды, шулай уҡ киләсәккә төп бурыстар билдәләнде.

Сара алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждары уҡытыусыларына дәүләт наградалары, гранттар тапшырҙы, шулай уҡ төрлө йүнәлештәр буйынса һөнәри белем биреү буйынса уҡыу йорттары ҡаҙаныштарын билдәләне.

– Һеҙҙе лайыҡлы наградалар һәм белем биреүҙәге уңыштарығыҙ менән ҡотлайым. Быйыл беҙ колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыуҙа етди уңыштарға өлгәштек. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итеүе бик ҡыуаныслы. Федераль ҡарарҙар сиктәрендә уртаҡ эште дауам итербеҙ, тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы үҙ сығышында предприятиелар яғынан квалификациялы эшселәргә хәҙерге шарттарҙа ихтыяж артыуын билдәләне.

– Беҙ был йәһәттән һөҙөмтәле аҙымдар яһарға тейешбеҙ. Мәҫәлән, "Ростех" менән стратегик партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөнөк. Ул дәүләт корпорацияһы предприятиелары өсөн белгестәр әҙерләү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Хәҙер Өфө машиналар эшләү техникумының "ОДК-УМПО" базаһында “Ростех"тың заманса производство-уҡытыу үҙәгендә белем алалар, - тип миҫал килтерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү системаһының сәнәғәт потенциалын һәм белемде арттырыуҙы талап иткән тармаҡтарҙы үҫтереүҙә, инновациялы тармаҡтарҙы эшләтеп ебәреүҙә, импортҡа алмашты киңәйтеүҙә мөһимлеген билдәләне.

— Өс йыл эсендә 60 колледж базаһында 188 заманса оҫтахана булдырҙыҡ. Химия, тау-машиналар эшләү сәнәғәте өсөн киләһе йылда өс махсуслаштырылған кластерҙы сафҡа индерәсәкбеҙ. Уларҙы булдырыуға эре предприятиеларҙы йәлеп итербеҙ, — тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә шулай уҡ алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәктәре эш башлаясаҡ. Шуларҙың береһе Учалы тау колледжы базаһында буласаҡ. Бынан тыш, медицина округтары принцибы буйынса медицина колледждары базаһында филиалдар селтәрен булдырабыҙ. Быларҙың барыһы ла студенттар республикала ҡалһын өсөн үҫеш нөктәһе булып торасаҡ, - тине Радий Хәбиров.

Һөнәри белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереү тураһында һөйләгәндә республика Башлығы, дүрт йыл эсендә республика ҡаҙнаһынан 90 колледж һәм алдынғы һөнәри уҡытыу үҙәге биналарын, ятаҡтарын модернизациялауға 700 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, тип билдәләне.

– Беҙ артабан да колледждарҙың матди-техник хәлен нығытасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ятаҡта уҡыусыларҙың йәшәү шарттарына айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Уларҙың күбеһен төҙөкләндереү, йыһаздарын алмаштырыу мөһим. Әлбиттә, беҙ белем биреү эше, уҡыусыларҙы әхлаҡи тәрбиәләү менән етдиерәк шөғөлләнергә тейешбеҙ, - тине республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ сәнәғәт әҙерлегенең иң яҡшы магистрҙарына гранттар күләмен арттырыу мөмкинлеген асыҡларға ҡушты. "Уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе - әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған, ярҙам итергә әҙер кешеләр. Мәҫәлән, туғыҙ педагог үҙ теләге менән Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп балалары өсөн уҡыу йыһаздары йыйырға ярҙам итте. Бының өсөн ҙур рәхмәт! – тип миҫал килтерҙе Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы шулай уҡ колледж студенттарының һөнәри оҫталыҡ беренселегендәге ҡаҙаныштарын билдәләне. Әйтәйек, 2022 йылда Рәсәй донъя чемпионаты миҙалдары һаны буйынса республика командаһы илдең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инде. Был йәһәттән колледждарҙың "Профессионаллек" федераль проектында ҡатнашыу бурысы көнүҙәк.

— Ғөмүмән, күп нәмә уҡыу йорттары директорҙарының эшмәкәрлегенә бәйле. Был предприятиелар менән үҙ-ара эш итеү, төрлө проекттарҙа ҡатнашыу, колледждарҙы үҫтереү өсөн аҡса йыйыу һәм башҡаһын телгә алып китергә кәрәк. Республиканың бындай башланғыстарҙы берлектә финанслау мөмкинлеген ҡарарға әҙербеҙ, — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова мәғариф буйынса парламент комитетында булдырылған эш төркөмө эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

— 2022 йылда Рәсәй Мәғариф академияһы дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү йүнәлешендә көсөн нығытыу маҡсатында һөнәри белем биреүҙе киңәйтеү буйынса ғилми совет ойошторҙо. Уның тәүге ултырышы бер аҙна элек үтте, — тине Эльвира Айытҡолова.

Депутат һөнәри белем биреүҙе үҫтереү буйынса бер нисә закон сығарыу башланғысы тураһында һөйләне. Улар араһында колледждарҙа уҡыу-производство комплекстары булдырыу тәҡдиме лә бар. Был уҡыу йорттарына өҫтәмә килем алыу мөмкинлеген бирәсәк. Һөнәри белем биреү ойошмаларының юғары курс студенттары предприятиеларҙа эшкә урынлашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

Бынан тыш, колледждарҙы төҙөкләндереүгә матди ярҙам йүнәлткән эш биреүселәр инвестиция һалымы ташламаһы алыу мөмкинлеген аласаҡ. Шулай уҡ закондар сығарыу кимәлендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙың балалары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға колледждарға уҡырға инеүҙә өҫтөнлөк биреләсәк.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу эшенең төп һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

— 30 йыл дауамында был тармаҡ финанс ярҙамһыҙ, иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Һуңғы ике-өс йылда республика етәкселеге яғынан ҙур ярҙам һәм иғтибар күрҙек, — тип билдәләне Айбулат Хажин.

Министр һүҙҙәренсә, быйыл 11 дәүләт колледжы матди-техник базаны яңыртыу өсөн 470 миллион һум самаһы аҡса алған. Октябрьский, Нефтекама, Учалы ҡалаларында, Мәсәғүттә медицина колледждарының дүрт филиалын асыуға тағы ла 57 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙа өҫтәмә 200 бюджет урыны булдырыу ҡаралған. Бынан тыш, быйыл колледждарҙа ҡорамалдарҙы яңыртыу өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 109 миллион һум аҡса бүленгән.

"Профессионаллек" федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан дүрт уҡыу-производство үҙәген булдырыу буйынса конкурс буйынса һайлап алыу үтә. Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 400 миллион һум бүленгән. Беренсе үҙәк быйыл Өфө машиналар эшләү колледжы базаһында асылған.

2024 йылда Учалы ҡалаһында тау сәнәғәте колледжы базаһында алдынғы һөнәри уҡытыу үҙәге эшләй башлаясаҡ. Ул Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә студенттарҙы йәлеп итәсәк.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы эшкә урынлаштырыу - мөһим йүнәлеш. Республиканың Мәғариф һәм фән, Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтары берлектә хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған һөнәрҙәрҙең исемлеген әҙерләй.

Яңы йылдан колледждарҙа уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү буйынса эште көсәйтергә ниәтләйҙәр, тип өҫтәне Айбулат Хажин. Радий Хәбиров "Патриоттар" паркында улар өсөн смена ойошторорға, шулай уҡ Мәҙәниәт, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлыҡтары менән берлектә алыҫ ҡалаларҙан, райондарҙан Өфөгә студенттарҙың туристик сәфәрҙәрен ойошторорға кәрәклеген белдерҙе. Студенттар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына килеп, театрҙарҙа тамашалар ҡараһын тигән теләген әйтте Радий Хәбиров. "Уҡыусыларыбыҙ өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим. Уңайлы ятаҡ, заманса ҡорамалдар, төрлө һәм файҙалы ял булһа, балалар рәхәтләнеп уҡыр", — тине ул.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова, күҙаллауҙарға ҡарағанда, республиканың хеҙмәт баҙарында мәғлүмәт технологиялары, машиналар эшләү, техник системаларға идара итеү өлкәһендә белгестәргә ихтыяж артасаҡ, тип белдерҙе. Ул шулай уҡ, республикала йәш белгестәрҙең уртаса 80 проценты уҡыуҙы тамамлағандан һуң эш таба, тине. Әммә сығарылыш уҡыусыларының биш проценттан ашыуы мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек хеҙмәте улар өсөн уҡыуҙар ойоштора. Был программа сиктәрендә эш биреүселәргә республика бюджетынан һөнәри камиллашыу үткәндәргә түләнгән эш хаҡы ҡайтарыла. Быйыл бындай хеҙмәттән 378 кеше файҙаланған да инде.

Стәрлетамаҡ химия технологиялары колледжы директоры Альберт Шәйхетдинов билдәләүенсә, уҡыу йорто 50 йылдан ашыу тармаҡта ихтыяж булған һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй. Сығарылыш уҡыусыларының төп эш биреүселәренең береһе — Башҡортостан сода компанияһы (БСК). Колледж студенттары предприятиела практик әҙерлек үтә. Ә компания үҙ сиратында уҡыу программаһын булдырыуҙа ҡатнаша.

— 2022 йылда беҙҙең колледж "Профессионаллек" федераль программаһы сиктәрендә 100 миллион һумлыҡ грант алды. Аҡса һөнәри уҡытыу үҙәген булдырыуға йүнәлтелде, уны 2023 йылдың сентябрендә асыу планлаштырыла, — тине Альберт Шәйхетдинов.

Компанияның йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Сергей Лобастов билдәләүенсә, был ойошмала Стәрлетамаҡ химия-технология колледжын тамамлаған 2,5 мең элекке студент эшләй.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы уҡыу йорттары коллективтарына һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү буйынса ҡатмарлы хеҙмәте һәм әүҙем позициялары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– 2022 йыл, исемле йыл, тамамланды тиһәк  тә була, әммә был колледждарға ярҙам итеүҙән туҡтарбыҙ тигәнде аңлатмай. Уҡытыусы һәм остаз йылы үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асыр тип ышанам, — тине Радий Хәбиров.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”
“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”
“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”
“Уҡытыусы һәм остаз йылы яңы мөмкинлектәргә юл асыр”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: