Быйыл “Башҡортостан” гәзитенең “Йыл мәктәбе” номинацияһында Республика инженер лицей-интернатын билдәләргә ҡарар иттек. Ни өсөнмө? Бының өсөн сәбәптәр ҙә, төплө нигеҙ ҙә етерлек.
Беренсенән, ошо көндәрҙә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы әҙерләгән Топ-10 рейтингында ул инновациялы алымда эшләгән иң яҡшы белем усаҡтарының береһе булараҡ билдәләнде. Бында Төп дәүләт имтиханы буйынса уртаса балл, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәткесе, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала яулаған һөҙөмтәләре иҫәпкә алынды. Улай ғына ла түгел, ошо күрһәткестәр буйынса лицей-интернат беренсе урынға сыҡты. Икенсенән, Республика инженер лицей-интернаты белем сифаты буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәғариф ойошмаһы исемлегенә инә, ә инде химия-биология һәм физика-химия йүнәлештәре буйынса алып ҡарағанда, илдең иң яҡшы 100 мәктәбенең береһе һанала.
Белеүебеҙсә, был лицей-интернат Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийы булараҡ һөҙөмтәле эшләй. Ике ойошманың уртаҡ проектына ярашлы, өлкән класс уҡыусыларына техник һәм тәбиғи-ғилми йүнәлештә уҡытыу ойошторола. Улар аҙнаһына бер тапҡыр Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Проекттың төп маҡсаттары – юғары сифатлы белем биреү, һәләтле балаларҙы табыу һәм үҫтереү, “мәктәп – вуз – предприятие” сылбырын булдырып, өҙөклөкһөҙ уҡытыу, өлкән класс уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү, балаларҙы вуз мөхитенә алдан өйрәтеү.
Әйткәндәй, Республика инженер лицей-интернатында ҡыҙҙар менән егеттәр айырым уҡый. Балалар V класҡа ҡабул ителә. Улар өсөн интернатта уңайлы шарттар булдырылған, бүлмәләр иркен, яҡты, йылы. Ашханала алты тапҡыр ашатыу ойошторола. Тағы ла бер үҙенсәлек: бында уҡыу триместр системаһына ярашлы башҡарыла, биш аҙна уҡығандан һуң бер аҙна ял ҡаралған.
Лицейҙа булдырылған остазлыҡ мәктәбе тураһында айырып әйтергә кәрәк. Ул Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның эш тәжрибәһенә таянып эшләнгән һәм яҡшы һөҙөмтәләр бирә.
Бөгөн Республика инженер лицей-интернатының алты алдынғы уҡыусыһы Башҡортостан Башлығы стипендиаты һанала. 2018 йылдан алып ошоғаса 150 бала “Сириус” белем биреү үҙәгендә фән йүнәлеше буйынса белем алған. Ғөмүмән, уҡыу йортонда һәр баланың һәләтен үҫтереүгә, уларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса олимпиада хәрәкәте әүҙем үҫешкән. Мәҫәлән, өс лицейсы – халыҡ-ара олимпиадала, унауһы уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсе булып танылған. Һуңғы бәйгенең төбәк этабында еңеү яулағандар һаны – 200-гә яҡын. Бөгөн РИЛИ һигеҙ төрлө олимпиаданы үткәреү майҙансығы булып тора.
Уҡыусыларға төплө белем биреү өсөн уҡытыусыларҙың да үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуы, заман менән бергә атлауы, даими рәүештә белемен камиллаштырыуы шарт. Һуңғы дүрт йыл эсендә тиҫтәгә яҡын мөғәллим “Сириус” белем биреү үҙәгендә һөнәри курстарҙа ҡатнашҡан, шулай уҡ Мәскәү физика-техник институтында (МФТИ), “Юғары иҡтисад мәктәбе” ғилми-тикшеренеү учреждениеһында (ВШЭ), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында (РАНХиГС) белемен камиллаштырған педагогтар ҙа бихисап.
Эйе, Республика инженер лицей-интернаты күптән инде Башҡортостан мәктәптәре араһында лидерҙар тәрбиәләгән, һәләтле уҡыусыларға киләсәккә төплө юллама биргән белем усағы булып танылды. Был – берҙәм, ныҡышмал хеҙмәт емеше. “Маҡсатлы, әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан булыу һәм белем алыуҙа ныҡлы тырышлыҡ күрһәтеү яңы ҡаҙаныштар яуларға булышлыҡ итә. Уҡыусыларыбыҙ ҙа, коллектив та ошоно яҡшы аңлай”, – ти лицей-интернат директоры Азамат Шамил улы Ямғурсин.