Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Ғинуар 2023, 16:58

“Аҡбуҙат”тың ҡанаты төбәктәрҙә елпене

Республика балалар баҫмаһы кескәй дуҫтары менән осрашты.

Бейек тауҙар ҡуйынында, йырып сыға алмаҫлыҡ ҡуйы урмандарына, ҡолас етмәҫ далаларына сорналып ултырған төбәктәргә сәфәребеҙ Әбйәлил районынан башланды: район үҙәге Асҡар ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы кескәйҙәре менән осраштыҡ.

 

Әбйәлилгә кем килгән?..

 

Баҡсаға йәмғеһе 201 бала йөрөй.  Бәләкәй булһалар ҙа, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина менән бик етди әңгәмә ҡорҙо балалар, Башҡортостан, Рәсәй, туған тел, шәжәрә, дин хаҡында һөй­ләштеләр, башҡорт батырҙарын һананылар.

Асҡарҙағы гимназия Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың исемен йөрөтә. Бында “Аҡбуҙат” журналы менән осрашыуға I класс уҡыусылары йыйылды.

Лариса Абдуллина уларҙың да башҡорт теле, тарихы, шәжәрә, дин буйынса ғилем­дәрен һынап ҡараны. Күсимовсылар һыр бирмәне: саф башҡортса башҡорт батырҙа­рын барланы, Бәхтийәр атлы малай, алға сығып, “Әл Фатиха” сүрәһен уҡып ишеттерҙе.

Лариса Хашим ҡыҙы балаларға шәжәрә төшөнсәһен аңлатты, таҡтаға яҙып, нәҫел ағасының әһәмиәтен төшөндөрҙө, башҡорт­тоң ете быуынын белеү мотлаҡ, тип билдә­ләне. Ул шулай уҡ гимназияға Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында китап тапшырҙы. Саҡ “мейестән сыҡҡан” баҫма – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының хеҙмәт емеше. Тапҡыр яуап­тары, әүҙем сығыштары менән айырылып торған беренселәр иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Советтар Союзы Геройы, күренекле башҡорт яугире, генерал-майорҙың исемен йөрөткән гимназияла Таһир Күсимовҡа арналған музей эшләй. Балалар унда Таһир Күсимов хаҡында мәғлүмәт алып ҡына ҡалмай, уҡыу, ижад менән шөғөлләнә. Ноутбуктар, уңайлы эш урындары, йәмле мөхит – барыһы ла уҡыусыларҙа ижад ҡомары уята, ә стендтар аша йәш быуын, данлыҡлы яҡташтарының тормош һәм яу юлын өйрәнеп, тарих буйынса белемдәрен камиллаштыра.

 

“Әкиәт” илендә

 

Сибай ҡалаһында "Әкиәт" балалар баҡ­саһы бар. Унда барып инһәң, ысынлап та, үҙеңде әкиәттәге һымаҡ хис итәһең: тирә-яҡ йәйғор төҫтәренә мансылған, мөйөштәге аквариумда балыҡтар йөҙә... Уйын бүлмә­һендә беҙҙе тәүҙә күңелле таҡмаҡтар менән тәрбиәселәр, уларҙан ҡала кескәй дуҫта­рыбыҙ ҡаршы алды. Ике Мәҙинә, Элина, Мираҫ, Әмирә, Эмир “Аҡбуҙат” журналын тәбрикләп, шиғыр һөйләне. Лариса Абдуллина уларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәт­тәхова Өфө ҡунаҡтарына баҡсала кескәйҙәр өсөн һәр йәһәттән ҡулай мөхит булдырылыуы хаҡында һөйләне. 280 бала йөрөгән баҡса, ысынлап та, тыштан да, эстән дә балҡып тора. Бында рус төркөмдәре лә, башҡорт төркөмдәре лә бар.

Артабан ошонда уҡ йәнле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, һөйләшеүҙә “Әкиәт”тең тәрбиәселәре ихлас ҡатнашты. Әйткәндәй, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙө кем иғтибар менән күҙәтеп бара, тап ошо тәр­биәселәр башҡарыуында Лариса Абдулли­наның “Балаңа” шиғырын үҙенсәлекле сәхнәләштереп ҡуйыуҙарын күргәнһегеҙҙер. Тәрбиәселәр төркөмө был шиғырҙы бишек, ҡурсаҡ менән яңынан яңғыратты.

Йәнле әңгәмә башҡорт балаларында туған телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятыу хаҡында һөйләшеүҙән башланды. Хәйер, үҙеңдең туған телеңә генә түгел, башҡа халыҡтарҙыҡына ла ихтирам менән ҡарау мөһим.

“Әкиәт”тә был йәһәттән милләт-ара хөрмәт һәм татыулыҡ тантана итә. “Ҡатнаш ғаиләләрҙән балалар күп йөрөй, улар араһынан рус төркөмдәренә ҡарағандар ҙа башҡортса белергә теләй. Бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ: беҙ рус телендә һөйләш­кәндәргә “Здравствуйте” тиһәк, улар беҙгә “Һаумыһығыҙ!” тип яуаплай.

Кемдер һөйләшә белмәһә лә, башҡортса аңлай”, – тине тәрбиәселәр.

– Башҡорт телен белһәң, утыҙҙан ашыу төрки телде аңлайһың. Улым хоккей күнек­мәләренә беренсегә барғанда, русса һөй­ләшә лә белмәй ине. Артабан улар, командалары менән Чехияға барып, Төркиә аша ҡайттылар. “Мин барыһы өсөн дә тәржемәсе булдым!” – тип шатланып ҡайтып инде улым. Уға, башҡортса һөйләшкәне өсөн, баҙарҙағы төрөктәр хатта  әйбер хаҡтарын төшөрөп биргән, бик йылы мөғәмәлә иткән, – тине Лариса Хашим ҡыҙы фекер алышыуҙа.

Ул шулай уҡ Донецк һәм Луганск балалары өсөн махсус сығарылған журнал һандары хаҡында ла һөйләне.

– Донецк һәм Луганск республикаларында бер генә балалар баҫмаһы ла юҡмы ни? – тип ҡыҙыҡһынды сибайҙар.

– Юҡ шул, шуға күрә улар өсөн “Аҡбуҙат” журналын махсус сығарырға ҡарар иттек. Донецк, Луганск балалары Өфөгә килгәндә мин уларҙың беҙҙекеләрҙән айырылып торғанына төшөндөм: һуғыш кисергән кескәйҙәрҙең күҙ ҡарашы, йөҙҙәре икенсе төрлө. Улар һинән өлкән кеүек... Тормоштарына йәм өҫтәлһен тип нәшерләнек журналды, – тине Лариса Абдуллина.

Һөйлә­шеүҙә тәрбиәселәр “Аҡбуҙат”тың яңы һан­дарында балалар баҡсаларында эшләгән тәрбиәселәр өсөн махсус рубрика булды­рырға тәҡдим итте. Был фекерҙе журналдың баш мөхәррире күтәреп алды.

Көнүҙәк темаларға ла – Тыуған ил ха­ҡында, уның берҙән-бер булыуы, уға хыянат­тың иң ҙур енәйәт икәнлеге тураһында ла һөйләштек. Лариса Хашим ҡыҙы тәрбиә­селәргә балалар менән даими рәүештә “Беҙ кем? Беҙ – башҡорттар!” тигән йүнәлештә аңлатыу эштәре алып барырға тәҡдим итте.

Фекер алышыуҙан тыш, шиғри күстәнәс­тәребеҙ менән дә уртаҡлаштыҡ. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә – башҡорт төркөмдәре етәксеһе Әлфиә Вилданова, тәрбиәсе Гүзәлиә Дәүләтбирҙина үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын яңғыратты.

                           

Йәштәр менән ижад, рух хаҡында

 

Артабанғы туҡталыш – Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенттары менән осрашыу. Улар – педагогика факультетынан, буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр, башланғыс класс уҡытыусылары,  тәрбиә­селәр. Араларында шиғриәт, әҙәбиәт, ғө­мүмән, ижад, матбуғат менән ҡыҙыҡһын­ғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Әлиә Әбделғазина йәш авторҙар өсөн күптән түгел Өфөлә үткән “Ҡаһарман” арт-коучингта ҡатнашҡан, киләсәктә үҙен журналистикала күрә.

Лариса Абдуллина студенттарға шиғриәт, шиғыр яҙыу ҡанундары хаҡында һөйләне:

– Шиғриәт – ул күңел торошо, энергетика. Бәләкәй сағымда Венер Йәнбәков шиғыр­ҙарымды тикшерә лә, ритм, рифма яғынан иҫкәрмәләр яһай, шиғыр – ул тауар, образ­дарың матур, әммә уларҙы матур итеп “кейен­дерә” белмәйһең, тиер ине. Төрлөсә була, әммә барыбер кеше камил тауар ярата, шиғыр ҙа тулы, төҙөк булырға тейеш.

Мине залда йыйылғандар араһынан кемдең шиғыр яҙыуы, яҙмышын журналис­тика һөнәренә бәйләргә теләүе ҡыҙыҡһын­дырҙы.

– Шағир кеше бөгөн билдәле булырға тейеш. Заманаһы шундай: хәҙер мәғлүмәтте кеше барыбер күберәк аудио һәм видеоформатта ҡабул итеүҙе өҫтөн күрә, бигерәк тә йәш быуын. Шуға шиғырҙарҙы китапҡа баҫтырыуҙан, уҡыуҙан тыш, уларҙы аудио­йыйынтыҡ итеп тә, видеоклиптар форматында ла уҡыусыға тәҡдим итәм, – тинем үҙ сығышымда.

Һөйләшеүҙә илһөйәрлек темаһы ла күтәрелде, йәштәргә Тыуған илдең берҙән-бер булғаны хаҡында әйтелде. Башҡорт рухы тураһында ла һүҙ барҙы.

Был осрашыуҙы ойошторған институттың матбуғат бүлеге етәксеһе Рәүилә Хәсәноваға ҙур рәхмәт!

                                   

Баймаҡ тигән ил бар икән!

 

"Аҡбуҙат" журналынан килгән Лариса апайҙарының “Беҙ ниндәй илдә йәшәйбеҙ?” тигән һорауына “Баймаҡ илендә!” тип яуапланы Баймаҡ ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең III “А” класы уҡыусыларының ҡайһы берҙәре. Юҡ, эш  балалар белмәгәндән түгел, был уларҙың кескәй йөрәктәренә һыйған тыуған төйәктәренә ҡарата оло мөхәббәте хаҡында һөйләй.

Ғәҙәттә, уҡыусыларҙан “Ниндәй батыр­ҙарҙы беләһегеҙ?” тип һораһаң, иң йыш яуап ошолай була: Урал батыр, Салауат Юлаев һәм Миңлеғәле Шайморатов. Нияз Байегетов атлы малай, Алдар батырҙың исемен атап, бер ҡыуандырһа, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, икеләтә шатландырҙы. Нияз, әүҙем уҡыусы булараҡ, күп сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша икән. “Нимә ул шәжәрә?” тигән һорауға балаларҙан төрлө яҡтан төрлө фекерҙәр яңғыраны: “туғандар”, “олатай”, “өләсәй”, “атай”, “әсәй”, “ғаилә”. Ай­зилә Һыртланова – ете, Ләйсән Сәйғә­фәрова алты быуынын белә. Башҡалар ҙа, нәҫел­дәрен барлап, олатайҙарының исемдәрен ихлас теҙеп сыҡты.

Дин тураһында һөйләшкәндә, балалар белгән доғаларын һөйләп күрһәтте. Камила Әбдрәшитова “Әл Фатиха” сүрәһен яттан уҡыны.

Ишектән үк саф башҡортса “Һаумыһығыҙ!” тип сәләмләгән уҡыусылар тәү күреүҙән илгәҙәк, ҡыҙыҡһыныусан ғына түгел, белемле, рухлы, туған телен, милләтен, тарихын белеп үҫеп килеүе менән һөйөндөрҙө. Бында уларҙың класс етәксеһе Динә Мырҙағәлинаның өлөшө ҙур.

Яңы, йылы, яҡты, заманса йыһазланды­рылған 5-се мәктәп. Тәү башлап ул 2019 йылда ишектәрен аса, бөгөн бында 383 уҡыусы белем ала.    

         

Бындағы балалар – Бабич рухы һаҡсылары

 

Йылайырҙағы башҡорт гимназияһына туҡтар алдынан мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың һуңғы төйәгенә барып, рухын сәләмләнек. Гимназия иһә уның рухын һаҡлауы менән дә үҙенсәлекле, ул шәхестең исемен йөрөтә. “Бабич рухын һаҡлаусы­ларҙан сәләм!” тип тәбрикләне белем усағындағы осрашыуҙа балалар.

Бында ла уҡыусылар башҡорт батырҙа­рын яҡшы белә. Бигерәк тә Азат Абдулов исемле малай – афарин, ул Лариса Хашим ҡыҙының “Ниндәй башҡорт батырҙары бар?” тигән һорауына “Ҡараһаҡал, Алдар батыр” тип яуапланы. Уға бүләккә “Урал батыр” комиксын тапшырғанда Лариса Абдуллина түбәндәгеләрҙе әйтте: “Һәр малай – ул Урал батыр, һәр ҡыҙ – ул Һомай”. Урал батыр, тигәндән, III класс уҡыусыһы Нәфисә Мусина был эпостан иң мөһим һүҙҙәрҙе яттан һөйләп ишеттерҙе:

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тарт­мағыҙ!”

Осрашыуҙан-осрашыуға йөрөгәндә башланғыс класс уҡыусыларының, ғөмүмән, балаларҙың Ҡөрьән сүрәләрен яттан белеүе шатландыра. Кәрим Ишемйәров бер юлы ике сүрәне: “Әл Фатиха” менән “Ихлас”ты яттан һөйләп күрһәтте.

Мин үҙ сиратымда китаптарҙың кинолар­ҙан, йәнһүрәттәрҙән дә ҡыҙығыраҡ булыуы хаҡында һүҙ йөрөттөм. Ысынлап та, күп фильмдар китаптарҙан төшөрөлә, барыһы ла кино таҫмаларына һыйып та бөтмәй, ә был тарихты китап биттәренән уҡыуы мауыҡтырғыс.

Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡунаҡ­тарға музыкаль күстәнәс тә әҙерләгән: Йылайыр сәнғәт мәктәбенә йөрөгән уҡыусылар парлы башҡорт бейеүен өҙә баҫты, Лариса Абдуллинаның шиғырын сәхнәнән уҡыны.

 

“Супермендар уйлап сығарылған, ә башҡорт батырҙары ысын булған!”

 

“Аҡбуҙат” журналының балалар менән  киләһе осрашыуы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһында үтте.

Иҫтәлекле сараға башланғыс һәм V класс уҡыусылары йыйылды. Ейәнсуралағы кескәй дуҫтарыбыҙ бигерәк ҡыҙыҡһыныусан, алсаҡ, әүҙем икән, һәр береһе үҙ һүҙен әйтергә атлығып тора.

Балаларҙы журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина тәбрикләне. Йолаға ярашлы, уларға туған тел, тыуған яҡ тарихы, шәжәрә, дин тураһында һөйләне. “Ошо дүрт ҡиммәтте яҡшы белгән бала аяғында ныҡлы баҫып тора”, – тине ул.

Данияр Аҙнабаев атлы малай шәжәрә­һенең ете быуынын һанап бөтөүе булды, залдан "Данияр, йырла әле!" тигән тауыштар яңғыраны. Тауышы моңло уның, киләсәктә ҙур сәхнәләрҙә балҡырға яҙһын һәләтле балаға.

Башҡорт батырҙарын һанауҙа Рифат Хәйбуллин менән Дарислам Аҙнабаевҡа етеүселәр булманы. Рифат, әйткәндәй, Советтар Союзы Геройы Ҡотләхмәт Хәйбул­линдың ейәне икән.

Данияр ҙа, Дарислам менән Рифат та, башҡортса аҙна көндәрен әйткән Алина Ғарифуллина ла "Аҡбуҙат"тан бүләктәр алды.

Илшат Сабиров ике сүрәне яттан һөйләп ишеттерҙе.

Мин уҡыусылар менән MARVEL  сит ил киностудияһы хаҡында һүҙ башланым да һорай ҡуйҙым: “Ә беҙҙә супергеройҙар булғанмы?”

– Беҙҙә батырҙар булған, – тип яуапланы уға алдараҡ сүрәләр ятлап күрһәткән Илшат, – супергеройҙарҙы фильмдар өсөн уйлап сығарғандар, ә беҙҙең батырҙар ысын йәшәгән!

– “Урал батыр” эпосы ла үҙе бер кино һымаҡ. Урал батыр яҡшылыҡ өсөн көрәшә, донъяны ҡотҡара. Уны бәләкәй саҡта бер мажара итеп уҡыһағыҙ, үҫә килә был эпоста үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар табырһығыҙ әле, – тинем балаларға һәм сығышымды балалар өсөн яҙған “Атай, әйҙә, ат бул әле!” тигән шиғырым менән тамамланым.

Осрашыу инде бөттө тигәндә, беренсе рәттән бәләкәс ҡыҙ ҡул күтәрҙе:

– Шиғыр һөйләйем! I класс уҡыусыһы Яҙгөл Исмәғилева икән. Ул Ғабдулла Туҡайҙың “Эй, туған тел!” шиғырын яттан һөйләне.

Иҫәнғолдағы “Ләйсән” балалар баҡсаһы – “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫы, улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.  Был балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсилә Күҙәшева ла саҡырылды осрашыуға. Ейәнсурала ла ғәмле, сәмле, дәртле, һәләтле балалар йәшәй икән! Иң мөһиме, йөрәктәрендә дөрләгән ошо осҡон ялҡынға олғашһын, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫһендәр, тип теләйек.

               

Хәйбуллалағы дуҫтарыбыҙ менән дә осраштыҡ

 

Хәйбулла районындағы Аҡъяр ауылының 2-се урта мәктәбе тәү сиратта ҙурлығы менән иғтибар итә. Бында йәмғеһе 1148 бала уҡый, уларҙың 400-ө башланғыс класта белем ала. Ошо бәләкәй класс уҡыусылары менән осрашыуға осоп килеп етте лә инде “Аҡбуҙат”. Ә беҙҙең менән осрашыуға тип, Аҡъярҙың 1-се мәктәп уҡыусылары ла ашҡынған.

Хәйбулла балалары бигерәк ҡыҙыҡһы­ныусан, һорауҙар бирергә яраталар: “Аҡбуҙат” журналына нисә йәш?”, “Һеҙгә "Аҡбуҙат”та эшләү оҡшаймы?”, “Журналда тағы комикстар сығырмы?”, “Башҡорт балалары Башҡортостанда ғына йәшәйме?”

Әлиә Бикбова шәжәрәһенән үҙенең биш быуынын белә, Гөлмирә Бикбоваға атаһы Муса Гәрәевтең кем икәнлеге хаҡында һөйләгән. Әйткәндәй, Гөлмирә “Аҡбуҙат” журналы ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.1-се мәктәптән Мәрйәм Ишемғолова бер нисә сүрәне тасуири итеп, еренә еткереп ятлап күрһәтте. “Һау булығыҙ! Икенсе йыл тағы килегеҙ!” – тип оҙатты уҡыусылар беҙҙе.

                                     

“Бәпембә” бәпәйҙәре

 

“Бәпембә” балалар баҡсаһы Аҡъярҙа тәүгеләрҙән һанала, ишектәре асылғанға инде тиҫтәләрсә йыл үткән, ә ул кескәйҙәрҙе тәрбиәләүен дауам итә.

“Аҡбуҙат” журналы менән осрашыу хөрмәтенә балалар парлы бейеү, йыр, шиғырҙар әҙерләгән. Тырышып һөнәрҙәре менән уртаҡлашты улар.

Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, балалар башҡорт батырҙарын да, башҡортса аҙна исемдәрен дә, башҡортса һандарҙы ла яҡшы белә. Һандар, тигәс, уларҙы саф башҡортса рус ҡыҙы Даша һанап күрһәтте, ә рус малайы Максим “Тышта ҡар яуа” тип шиғыр һөйләне.

Дамир Илбәков менән Әмир Иҫәнгилдин башҡорт батырҙарын атаны, Динара Туҡтаева Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы” шиғырын яңғыратты.

 Башҡортостандың Урал аръяғындағы райондарын иңләгәндә шул күңелгә май булып яғыла: бындағы балалар туған телдәрендә иркен, таҙа аралаша, уларҙа рух, милли үҙаң тойғоһо юғары, тимәк, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге яҡты. Был байраҡ итеп һөйләргә күнеккән буш һүҙҙәр түгел, ә һәр кескәй дуҫыбыҙҙың ҡарашынан сәселгән осҡон арҡылы яһаған һығымта.


Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Читайте нас: