Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Ғинуар 2023, 21:25

Өфө йәш телһөйәрҙәрҙе йыйҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада еңеүселәре билдәләнде.

Автор фотолары.  Олимпиада еңеүселәре Әҙилә Ишемғужина, Йәнгүзәл Зәйнуллина һәм Алһыу Рәхимова.
Олимпиада еңеүселәре Әҙилә Ишемғужина, Йәнгүзәл Зәйнуллина һәм Алһыу Рәхимова. Фото:Автор фотолары.

Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада быйыл 37-се тапҡыр үткәрелде. Уның муниципаль этаптарында VII–XI кластарҙан 1864 уҡыусы ҡатнашҡан. Бәйгеселәр өс турҙа һынау тотто. Беренсе тур 2022 йылдың декабрендә ойошторолдо. Ошо көндәрҙә Өфөлә уҙған төбәк-ара этапта яҙма эштәрҙе үтәү – викторина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тест, текст буйынса эшләү бурысы ҡуйылды. Быйылғы бәйгелә Башҡортостан Республикаһынан, күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Татарстандан 357 IX–XI класс уҡыусыһы ҡатнашты.

Төбәк-ара олимпиада йылдағыса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үтте һәм һуңғы көндә белем усағының тантаналар залында уға йомғаҡ яһалды. Баш­ҡорт телен башлап, дауам итеп, туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында айырым еңеүселәр, призлы урын яулаусылар билдәләнде. Шулай уҡ телһөйәр балаларға Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, милли матбуғат саралары үҙҙәренең махсус бүләктәрен тапшырҙы.

Еңеүселәр араһында Баймаҡ ҡала­һындағы 4-се лицейҙың XI класс уҡыу­сыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина, Өфө ҡала­һындағы 158-се Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназия­һының X класс уҡыусыһы Әҙилә Ишемғужина, Әбйәлил районындағы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының Х класс уҡыусыһы Алһыу Рәхимова ла бар ине. 

– Телем башҡортса асылыуға, үҙ телем­дә уйлауыма, уның ярҙамында бай тарихлы халҡымдың үткәне менән таныша алыуыма, төрлө яҡлап үҫешеүемә шатмын һәм ошондай мөмкинлектән мәхрүм итмәгән атай-әсәйемә, төплө белем биргән уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт! Олимпиада шул тиклем матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ошо конкурста ҡатнашҡан йәштәштәрем киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, телһөйәр, илһөйәр булып ҡалыр, тип ышанам, – тине Йәнгүзәл Зәйнуллина. 

Өфө ҡалаһындағы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты уҡыусылары Сыңғыҙ Иҫәндәүләтов һәм Инсаф Алсынов олимпиаданың призерҙары булып танылды. “Беҙҙең белем усағында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, ҡалаларынан килгән балалар, ниндәй милләт вәкилдәре булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла башҡорт телен өйрәнә”, – ти уларҙың уҡытыусыһы Зөбәйҙә Мазһар ҡыҙы Йәнешева.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылын­дағы 2-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Регина Брызгалова беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләгенә һәм Дипломына лайыҡ булды.

Олимпиаданың төп маҡсаты – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төплө белемгә эйә һәләтле балаларҙы асыҡлау, йәш быуында туған телебеҙгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү. Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған олимпиадалар исемлегенә инде­релгән һәм шуға ярашлы еңеүселәр респуб­ликаның юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә 10-ға тиклем өҫтәмә балға эйә була. Бындай мөмкинлек уҡыусыларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тырышып белем алырға дәртләндерә, шуға күрә һуңғы йылдарҙа унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны ла арта бара.

Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы ойоштороусылар булып республиканың Мәғариф һәм фән министр­лығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү инс­титуты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) сығыш яһай.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Буласаҡ летчиктар Сыңғыҙ Иҫәндәүләтов менән Инсаф Алсынов башҡорт телен яратып өйрәнә.
Буласаҡ летчиктар Сыңғыҙ Иҫәндәүләтов менән Инсаф Алсынов башҡорт телен яратып өйрәнә.
Читайте нас: