Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттар һаны буйынса Рәсәйҙең биш иң ҙур юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә учреждение ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, университет 2022 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү юлы менән ойошторолдо. Яңы юғары уҡыу йортонда 48 меңдән ашыу студент белем ала.
Ректор вазифаһын башҡарыусы үҙгәртеп ҡороу ваҡытында белем биреү процесының туҡтамауын билдәләне. Ә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәрҙәре менән, бөтә шарттарҙы һаҡлап, ғәмәлдәге хеҙмәт килешеүҙәренә өҫтәмә килешеүҙәр төҙөлгән.
Яҡын арала оптималь ойоштороу структураһын булдырыу планлаштырыла. Үҙгәрештәрҙе университеттың Ғилми советы һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге күҙәтеү советы ҡарай.
– Өфө фән һәм технологиялар университетының 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса гранттар буйынса федераль совет юғары уҡыу йортон “Өҫтөнлөк 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһының өсөнсө категорияһынан икенсеһенә күсерергә, гранттың махсус өлөшөн финанслауҙы өс тапҡыр арттырырға ҡарар итте, – тине Вадим Захаров. – Алдыбыҙға финанслауҙы ете тапҡыр арттырып, киләһе йылға грант алыусыларҙың беренсе категорияһына инеү бурысын ҡуябыҙ.
Юғары уҡыу йорто ректоры вазифаһын башҡарыусы эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне. Улар иҫәбендә – наноэлектроника, биомедицина, авиайыһан тармағы, энергетика машиналары эшләү өлкәһендә яңы продукттар булдырыу. Мәҫәлән, бер нисә проект юғары әҙерлек кимәлендә – нанотитандан денталь импланттар, авиация поршенлы двигателдең прототибы, генетик тикшеренеүҙәр өсөн тест-система һәм башҡа инновациялар.
Шулай уҡ университет торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм йәш ғалимдарҙың стажировкаларын ойоштороуға республика бюджетынан 200 миллион һум күләмендә ярҙам алған. Вадим Захаров төбәк етәксеһенә ошо башланғысы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Өфө нефть техник университетын үҫтереү программаһын “Фән сәғәте” кәңәшмәһендә ентекле тикшерергә тәҡдим итте.
– Әле юғары уҡыу йорто өсөн еңел осор түгел, һеҙгә берләштерелгән университеттар үҙҙәренең бөтөнлөгөн һәм тарихын һаҡлап ҡалһын өсөн тырышырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өфө университеты – беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ. Берләшеү тураһында ҡарарыбыҙҙы хуплағандары өсөн бөтә коллективҡа рәхмәт.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.