Мәктәпте тамамлаусылар артабан уҡып һөнәр алыу өсөн йыш ҡына ауылдан – ҡалаға, бәләкәй ҡалала йәшәгәндәре ҙурыраҡ ергә күсергә мәжбүр була. Был осраҡта уларҙың күбеһе дөйөм ятаҡта йәшәй башлай. Студент өсөн ятаҡтың уңайлы яҡтары бихисап: торлаҡ өсөн түләү арзанға төшә, зачет-имтихандарға бергә әҙерләнеү еңелерәк, кәрәкле китапты һәр саҡ күршеләрҙә табырға мөмкин, ә аш-һыуҙы уртаҡ әҙерләү тураһында әйтеп тә торорға кәрәкмәй.
Әммә таяҡтың ике осо булған кеүек, ятаҡта йәшәүҙең дә үҙенә күрә уңайһыҙлыҡтары бар. Иң төп проблемаларҙың береһе – бүлмәләрҙең торошо. Баш ҡалабыҙҙың күпселек уҡыу йорттарындағы ятаҡтарҙа косметик ремонтты студенттар үҙҙәре хәстәрләй, йәғни обой йәбештереү, иҙән буяу, түшәмде ағартыу кеүек эштәрҙе үҙ көсөң менән башҡарырға, бүлмәне хәлеңдән килгәнсә рәтләп алырға тура килә. Ҡайһы саҡ бындай мәшәҡәттәр сантехника ҡорамалдарына ла ҡағыла. Әгәр бүлмәлә айырым бәҙрәф, ванна йәки душ бар икән, уларҙы төҙөк тотоу, боҙолһа йүнәтеү, берәй детален алмаштырыу мәсьәләһе тыуа. Бында күп урындарҙа һыу торбаларының, сантехниканың иҫкереүе лә сәбәпсе булып тора, шулай уҡ студент халҡының һаҡһыҙлығын да әйтеп үтергә кәрәк.
Шул уҡ һыу мәсьәләһенә килгәндә, Өфөләге ҡайһы бер ятаҡтарҙа студенттар эсәр һыуҙы һатып алырға мәжбүр. Ғөмүмән, туҡланыу мәсьәләһе, айырыуса аш-һыу әҙерләү – ярайһы уҡ мәшәҡәттәр тыуҙырған шөғөл. Ғәҙәттә, бер ҡатта бер дөйөм кухня була. Унда өс-дүрт плитә, һауыт-һаба йыуыр өсөн бер-ике раковина, микротулҡынлы мейес урынлаштырыла. Ә бына электр сәйнүге, плитә, мультибешергес, һыу ҡайнатҡыстарҙы үҙ бүлмәңдә ҡулланырға ярамай (һыуытҡыстар ғына рөхсәт ителә). Был ҡағиҙә янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителгән.
Ятаҡ тормошоноң ыңғай яҡтарын да барлап үтәйек: күп урындарҙа аҙна һайын, ҡайһы берҙәрендә ике аҙнаға бер тапҡыр түшәк кәрәк-ярағын алмаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Кер йыуыу машиналары, кер киптереү ҡоролмалары, үтектәр менән йыһазландырылған майҙансыҡтар, дәрес әҙерләү һәм китап уҡыу бүлмәләре, телевизор һәм дивандар ҡуйылған ял биләмәләре лә бар. Колледж, техникум ятаҡтарында тәрбиәсе вазифаһы булдырылған, сөнки бында 18 йәше тулмаған студенттар ҙа йәшәй (уларға киске сәғәт 10-дан һуң урамға сығыу тыйыла, көн һайын бүлмәләр буйлап тикшереү ойошторола).
Кис ятаҡта айырым бер йәнлелек күҙәтелә, төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Бергәләп гитараға ҡушылып йырлау, кинофильмдар ҡарау, дискотекалар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу – студент саҡтың иң иҫтә ҡалыр мәлдәре. Сит ил граждандары йәшәгән ятаҡтарҙа уларҙы беҙҙең милли байрамдар менән таныштырыу традицияһы ла йәшәп килә. Улар ҙа беҙгә үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен, милли аштарын тәҡдим итә.
Ятаҡта үткән студент йылдарын күптәр иң күңелле, иң сағыу миҙгел булараҡ иҫкә ала. Был осор тағы ла сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн йәштәргә түбәндәге күңәштәрҙе бирер инем:
Күршеләр менән татыу булығыҙ, бер-берегеҙгә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмағыҙ.
Һауыт-һаба йыуыу, сүп кәрзинен бушатыу кеүек эштәр ваҡытында башҡарылырға тейеш, сөнки бүлмәлә төрлө бөжәктәр барлыҡҡа килеүе бар.
Дөрөҫ туҡланыу тураһында онотмағыҙ, йәштән үк ваҡытында йылы аш хәстәрләү ғәҙәтенә өйрәнегеҙ.
Дәресте уҡыу бүлмәләрендә әҙерләү уңайлыраҡ, сөнки унда тауыш та, ҡамасаулаған кеше лә булмай.
Студент йылдарын күңелле итеп иҫкә алыр өсөн, төрлө сараларҙа йышыраҡ ҡатнашығыҙ.
Әлфиә ҒАЙСИНА