Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2023, 15:00

“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”

Бөгөн – Рәсәй студент төҙөлөш отрядтары көнө. Ошо айҡанлы журналист Рәмзиә Кәримованың ҡыҙыҡлы хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ. 

“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”

Бөгөн – Рәсәй студент төҙөлөш отрядтары көнө. Бынан 30 йыллап самаһы элек, студент саҡта, курсташым Рәмзиә Кәримова төҙөлөш отряды хәрәкәтендә әүҙем генә ҡатнашып алғайны. Ул төҙөлөш отряды менән Германияға ла барып ҡайтты. Унан инде бер мәл Рәмзиәгә Катя исемле немец ҡыҙы ҡунаҡҡа килде. Мин ошо ҡыҙ менән танышып, Германия студенттарының тормошо тураһында “Немец ҡыҙы килде ҡунаҡҡа, беҙҙең иҫке ятаҡҡа” тигән мәҡәлә әҙерләгәйнем.

Бөгөнгө дата уңайынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Рәмзиә Кәримова менән шул ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп алдыҡ. Рәмзиә студент төҙөлөш отрядында эшләгән осорона бәйле матур хәтирәләре менән уртаҡлашты.

- Мин төҙөлөш отрядында ике йыл рәттән эшләнем. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында ике отряд бар ине. Беҙ ул йылдарҙа Дыуан районының Мәсәғүт ауылында автовокзал һәм күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә ҡатнаштыҡ. Был бер яҡтан, йәйге каникул осоронда матди хәлде яҡшыртыуға мөмкинлек бирә, икенсе яҡтан, йәштәрҙе үҙ-ара таныштырыу, дуҫлаштырыу өсөн бик матур сара ине. БДУ-ның төҙөлөш отрядтарында башҡа вуздарҙан – медицина, нефть-техник, авиация институттарынан да студенттар күп булды. Беҙҙең отрядта 100-гә яҡын кеше булды. Шул тиклем дуҫ булдыҡ. Был осор студент саҡтың иң матур хәтирәһе булып иҫтә ҡалған. Ауыр ғына физик эш башҡарһаҡ та, арыу-талыуҙы онотоп, кистәрен усаҡ яғабыҙ, йырҙар, бейеүҙәр тынмай.

Отрядта егеттәр күберәк булды, ә ҡыҙҙар башлыса ҡала ҡыҙҙары ине. Көн һайын дежурҙар ашарға бешерә. Күпмелер ваҡыттан һуң егеттәр Рәмзиә менән Гөлназ ғына ашарға бешерһен, тигән теләк белдерҙе. Шулай итеп, ауыл ҡыҙы булараҡ, таңғы 6-нан тороп, йөҙләп кешегә аш-һыу яраштырыуҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алырға тура килде.

- Ә Германияға барыу нисегерәк килеп сыҡты?

- 4-се курстан һуң Германия студенттары беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙ бер ай самаһы булып, был илдең матур урындарында, төрлө күргәҙмәләрҙә булдыҡ. Артабан беҙ уларҙы саҡырҙыҡ. Немец студенттары өсөн Ағиҙел йылғаһы буйлап ике аҙналыҡ сәйәхәт – кәмәләрҙә ағыу ойошторҙоҡ. Сәйәхәтебеҙ Бөрйәндән Мәләүезгәсә тиклем булды.

- Катя менән дуҫлыҡ ошонда башландымы?

- Эйе. Киләһе ҡышта ул беҙ йәшәгән 1-се ятаҡҡа ҡунаҡҡа килде. Уларҙың ятаҡтары шул ваҡытта уҡ заманса йыһазландырылған, бөтә уңайлыҡтары бар ине. Ул беҙҙәге дөйөм ятаҡ шарттарын күреп, бер аҙ аптырап ҡалғанын иҫләйем. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең йәштәрҙең алсаҡлығына, ихласлығына ныҡ һоҡланды. Ҡайһы бүлмәгә инһәк тә, иң тәүҙә сәй тәҡдим итәләр. Тағы уның “Һеҙҙә студенттар ныҡ матур кейенә. Башҡорт ҡыҙҙары бигерәк матур. Беҙҙә биш йыл буйы бер джинсы салбар, свитер кейеп һәм бер рюкзак тотоп, уҡып сығырға мөмкин”,  тигәне лә иҫтә. Ысынлап та, беҙҙә кейемгә иғтибар көслө. Ә Германияла ул ваҡытта уҡ студенттар, ғөмүмән, халыҡ уңайлылыҡҡа өҫтөнлөк биреүе асыҡ күренә ине.

5-се курстан һуң да төҙөлөш отряды менән тағы Дыуанға барып ҡайттым. Катя мине тағы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул Германиянан тыш, Голландияға, Францияға сәйәхәт ойошторҙо. Бер аҙна дауамында Франция, Париж менән танышыу форсаты тейҙе. Артабан ул да бер нисә тапҡыр беҙгә ҡунаҡҡа килеп ҡайтты.

- Ә бөгөн Катя менән аралашаһығыҙмы?

- Үкенескә ҡаршы, юҡ шул. Ғаилә, балалар, эш һәм донъя мәшәҡәттәре менән аралашыу өҙөлдө. Уның Берлиндан күсеп китеүен беләм. Мин уны бер нисә тапҡыр интернет селтәре ярҙамында эҙләп ҡараным. Бәлки, Катяның фамилияһы ла күптән Лаутербахер түгелдер. Әммә уны эҙләп табыу теләге бар.

- Төҙөлөш отрядында ҡатнашыу һиңә нимә бирҙе?

- Беренсенән, алда әйткәнемсә, был йылдар күңелдә йәшлек осороноң иң матур хәтирәһе булып һаҡлана. Унда ысын дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоһо тәрбиәләнә. Икенсенән, матди яҡты нығытыуға ла ныҡ булышлыҡ итә ине. Төҙөлөш отрядында ярайһы уҡ яҡшы эш хаҡы түләнде. Мин ошо аҡса менән Яңы йылғаса иркен йәшәй торғайным. Өсөнсөнән, үҙең эшәп тапҡан ҡәҙерлерәк бит инде, һин хеҙмәттең, уның өсөн түләнгән хаҡтың баһаһын белергә өйрәнәһең.

- Йөкмәткеле, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт, Рәмзиә!

Фотолар: Рәмзиә Кәримованың шәхси архивынан.

“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
“Автовокзал, йорттар төҙөнөк, Германияға ла барҙыҡ...”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: