Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Март 2023, 10:30

Уҡытыусы. Куратор. Тәржемәсе. Ғалим

Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы ИСҠУЖИНА – филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең Хеҙмәт ветераны.

Уҡытыусы. Куратор. Тәржемәсе. Ғалим
Уҡытыусы. Куратор. Тәржемәсе. Ғалим

 Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы ИСҠУЖИНА – филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең Хеҙмәт ветераны. Үҙебеҙҙең республикалағы уҡыу йорттарынан тыш, ул Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында куратор, башҡорт теле уҡытыусыһы, тәржемәсе булып та эшләгән. Ҡырҡ йыл ғүмерен йәш быуынға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреүгә арнаған белгес үҙ быуынының хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында бөгөн ниҙәр уйлай икән?

– Фирүзә һабаҡташым, һәр кем өсөн киләсәк һөнәри яҙмыштың бала саҡ хыялдарынан башланыуы мәғлүм – һин педагог булыуҙы мәктәп йылдарынан уҡ маҡсат итеп ҡуйғанһыңдыр инде?

– Дөрөҫ, уҡытыусы булырға хыялландым. Был теләк мине, үҙем тыуып үҫкән Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында һигеҙенсе класты тамамлағас уҡ, Сибай  педагогия училищеһының башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү бүлегенә алып килде. Уны тамамлағас та, 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына индем. Әммә бында филолог дипломы алыу менән тағы үҙем уҡыған Сибай училищеһына ҡайтырға насип булды – минең йүнәлтмәм ошонда бирелгәйне.  Шуны ла әйтәһем килә: мине, әле йәш белгесте, Урал аръяғында ғына түгел, бөтә Башҡортостанға киң билдәле булған ошо уҡыу йортона мәғариф өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған талантлы педагог, абруйлы телсе-ғалим, күренекле методист, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтың юллауы менән ебәрҙеләр.

– Халҡыбыҙ өсөн күп һәләтле педагогтар уҡытып сығарған киң билдәле училише шул ул. Һинең эшкә уңғанлығың, камиллыҡҡа ынтылышың бына ҡайҙан килә икән...

– Яҙмышыма рәхмәтлемен хеҙмәтемде ошо уҡыу йортонан башлағанға. Бында мин ең һыҙғанып эшкә тотондом тип тә әйтә алам. Училищела студенттарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт телен уҡытыу методикаһы, тасуири уҡыу, каллиграфия, балалар әҙәбиәте фәндәре серҙәренә төшөндөрә инек, студенттарҙың педагогик практикаһы менән етәкселек итергә, төркөм етәксеһе булырға, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға тура килде. Бынан тыш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының предмет комиссияһын етәкләргә, методик бригада менән Урал аръяғы райондары мәктәптәре буйлап командировкаларға йөрөргә, белемде камиллаштырыу курстарында эшләргә лә өлгөрҙөк, хатта Силәбе өлкәһе Арғаяш районы мәктәптәрендә дәрестәр бирергә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ла сыҡыра  торғайнылар.

– Һин Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ла байтаҡ йылдар эшләнең бит әле.

– Эйе, 1999 йылдың сентябрендә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһына эшкә саҡырҙылар. Һуңынан ул башҡот тел ғилеме һәм этно-мәҙәни белем биреү кафедраһы тип үҙгәртелде. Бында мин башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының көндөҙгө һөм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, магистратурала, лекциялар уҡыным; махсус курстар, практик дәрестәр алып барҙым. Бынан тыш, студенттарҙың педагогик практикаһына, диплом, курс эштәренә етәкселек иттем. Шулай итеп, 2017 йылдың авгусына тиклем ошо университетта өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын башҡарырға тура килде.

– Һәм тап ошо осорҙа хеҙмәтеңдең тағы яңы осоро башланды – Мәскәү студенттарын уҡытырға юлландың...

– Мәскәүгә уҡытырға мине Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ебәрҙе. Дәүләт академия Бәләкәй театр ҡарамағындағы Михаил Семенович Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына маҡсатлы курсҡа куратор һәм башҡорт теле уҡытыусыһы итеп алдылар. Башҡорт студияһының художество етәксеһе Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Дмитрий Георгиевич Кознов булды.

Был уҡыу йортонда мин, сәхнә телмәре кафедраһы доценты булараҡ, студенттарҙы башҡорт теле серҙәренә төшөндөрөү өҫтөндә эшләнем. Сәхнә телмәре, актер оҫталығы дәрестәрендә институт профессорҙары менән берлектә сәмләнеп эшләргә лә, хатта тәржемә менән шөғөлләнергә лә тура килде. Василий Шукшиндың байтаҡ хиәйәләре, Антон Чеховтың “Юбилей”, “Тәҡдим”, Александр Островскийҙың “Бальзаминовтың өйләнеүе”, Алексей Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар”, Виктор Розовтың “Мәңге тереләр”, “Традицион йыйылыш”, Александр Володиндың “Биш кис”, Леонард Герштың “Был ирекле күбәләктәр” пьесаларын минең тәржемәмдә студенттар уңышлы сәхнәләштерҙе һәм диплом спектаклдәре лә юғары кимәлдә яҡланды.

– Баш ҡалабыҙҙа эшләү, билдәле шәхестәр менән аралашыу ҙур тәьҫораттар ҡалдырғандыр, моғайын...

– Башҡорт студияһының буласаҡ актерҙарына юғары сәнғәткә йүнәлеш, иң беренсе сиратта, бай тәжрибәле художество етәкселәре аталы-уллы Козновтарҙың тырышлығы менән бирелде. Театр корифейҙары үҙҙәренең студенттарын ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле талаптары менән мауыҡтырғыс театр донъяһына алып инде, һайлаған һөнәрҙәренә һөйөү тәрбиәләргә тырышты, һөнәри этика нигеҙҙәренә, бирелеп ижад итеү серҙәренә төшөндөрҙөләр. Ә инде уҡытыусылар коллективы һөнәри оҫталыҡҡа өйрәтеп кенә ҡалманы, тәрбиәләнеүселәренең дөйөм кешелек мәҙәниәте ҡаҙаныштарын ныҡлы үҙләштереүҙәренә булышлыҡ итте, донъяға яңыса ҡараш орлоҡтары сәсте.

Коллегаларымдың юғары мәҙәниәтле, үҙ эштәренең оҫталары булыуҙарына, ижадҡа, театрға фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәренә һоҡландым. Улар менән эшләү мине күп нимәгә өйрәтте: һөнәри яҡтан да, тормошҡа ҡараш йәһәтенән дә. Уларға ҙур рәхмәтлемен. Ғорурланам, ихтирам итәм. Бөгөнгө көндә лә аралашып торабыҙ.

Маҡтап телгә алыр уҡыусыларым бихисап минең, улар араһында фән кандидаттары, абруйлы уҡытыусылар, күренекле белгестәр бар. Улар менән сикһеҙ ғорурланам. Ошо шәкерттәрем араһында филология фәндәре кандидаты Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры артисы Әбйәлил Үтәбаев, шулай уҡ Аэлита Тихонова, Елизавета Алексеева, Сабина Кирәева, Илнур Ғәниев, Эльвира Йәрмөхәмәтова, Илүзә Итекеева һәм башҡа күптәрҙе телгә алыр инем.

Маҡсатлы йүнәлеш менән әҙерләнгән кадрҙар булараҡ, күптәре бөгөн Башҡортостаныбыҙ театрҙарында тырышып эшләп йөрөй, Мәҫәлән, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекеева, Сабина Кирәева, Таң Хөсәйенов – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Әбйәлил Үтәбаев, Илнур Ғәниев, Таһир Солтанов – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Эльвира Йәрмөхәмәтова – Салауат драма театрында. Башҡалар ҙа үҙҙәренең лайыҡлы урындарын табыр, тип уйлайым.

Ә үҙем әлеге ваҡытта Өфө күп профилле һөнәр биреү колледжында эшләйем. Мәскәүҙә алған эш тәжрибәмде әүҙем ҡулланырға тырышам.

– Киләсәк быуындарҙың яҙмышы уларҙың ниндәй тәрбиә алып үҫеүенә бәйле икәнлеге бәхәсһеҙ. Бөгөнгө тәрбиә ниндәй булырға тейеш?

– Сабый сағынан уҡ кешегә изгелекле булып тәрбиәләнгән шәхестәргә һәр ваҡытта ла хөрмәт менән ҡарайҙар. Ул борондан уҡ шулай булған һәм әле лә үҙгәрмәй. Киләсык быуындарҙы ла мин шундай итеп күрергә теләр инем. Йәштәрҙең күңеленә рух ныҡлығы, ватансылыҡ тойғоһо һалайыҡ, тел һәм ил яҙмышына битараф булмаҫҡа өйрәтәйек, яҡшылыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылып йәшәүҙәрен хәстәрләйек. Шул саҡта ғына халҡыбыҙҙың киләсәге ышаныслы һәм өмөтлө буласаҡ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: