Февралдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев та был уҡыу йортонда эшләгән. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәге диуарында уртаҡлашты.
"Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына 30 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара булып үтте. Был минең өсөн дә шатлыҡлы көн ине, сөнки теүәл 30 йыл элек факультет асылған мәлдә мин БДПУ-ла эшләнем.
1992 йылдың сентябрь айында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында кафеда мөдире булып эшләгән Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова мине саҡыртып алды.
"Беҙ башҡорт филологияһы факультетын асырға торабыҙ. Яңы фәндәрҙе лә программаға индерәбеҙ, “Культура речи” тигән яңы предмет буласаҡ" – ти. Мин әйтәм: "Мин бит Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытам, унда курста ун ике генә бала, һәр береһе менән айырым эшләйем. Ә бында, һеҙҙә алты төркөм. Һәр төркөмдә утыҙышар студент. Ғәләмәт күп, ҡулдан килмәҫ бит", – тип икеләнеүемде белдерҙем. "Эйе, әле программа ла юҡ, методик ҡулланмалар ҙа юҡ, яңы асылып ҡына торабыҙ, шуға һинән ярҙам һорайбыҙ”, - тигәс, ризалаштым.
Уҡытҡан осорҙа ҡыҙыҡ ҡына ваҡиғалар ҙа була торғайны. Институтта күберәк ҡыҙҙар уҡыны, дәрескә килеп инһәм, студент ҡыҙҙар шырҡ-шырҡ килеп көлөшә башлай. Был көлөшөүҙең сәбәбе – улар кисен театрға барып спектакль ҡарайҙар ҙа иртәнсәк дәрестә мине шул образда уйнаған персонаж кеүек ҡабул итеп көлөшәләр. Бигерәк тә комедияларҙан һуң шул көлөшөүҙәр ҡабатлана ине. "Ҡыҙҙар, кем көлә - шуларҙан хәҙер аҡса түләтәм, был спектакль түгел", - тим. Шулай ҙа студенттарҙы мауыҡтырырлыҡ итеп дәрестәрҙе алып барырға тырыштым. Театр түңәрәктәрендә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, монологтар һөйләттем. Театр түңәрәктәрен үҙ иткән иң әүҙем студенттарымдың береһе - Вадим Толомбаев исемле егет булды, хәҙер ул доцент, үҙе шул уҡ университетта уҡыта. Икенсеһе - Әлиә Саматова, Белорет районында уҡытыусы булып эшләй. Тасури уҡытыу менән дә шөғөлләнә инем. Хәҙер студенттарым үҙҙәре профессорҙар дәрәжәһенә күтәрелгән шәхестәр, абруйлы уҡытыусылар", - тип яҙған Хөрмәтулла Үтәшев.