Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Ноябрь , 23:40

Вуз-ара кампус резиденты проекты еңде

Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы Айгөл Шадрина икенсе йыл рәттән Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының   «ТОП-1000» университет стартаптары рейтингында беренсе урынды биләй.

Вуз-ара кампус резиденты проекты еңде
Вуз-ара кампус резиденты проекты еңде

Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы Айгөл Шадрина икенсе йыл рәттән Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының   «ТОП-1000» университет стартаптары рейтингында беренсе урынды биләй. Уның вуз-ара кампуста эшләнгән «Киләсәк образы» мәғариф проекты Рәсәй сәнәғәт предприятиеларына үҫмерҙәр менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүҙе ойошторорға мөмкинлек бирә.

 - Беҙ сәнәғәт предприятиелары эшенең иң стандарт булмаған контурҙарының береһен – мәктәптә белем биреү мөхите менән үҙ-ара эш итеүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Хәҙерге балалар сәнәғәт тураһында аҙ белә һәм нефть-газ, металлургия һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары предприятиеларының нисек эшләүен күҙ алдына ла килтерә алмай. Балаларҙа бындай мәғлүмәттең етешмәүе һөнәр һайлауға йоғонто яһай һәм ахыр сиктә заводтарҙа һәм комбинаттарҙа кадрҙар етешмәүгә килтерә. Ҡатмарлы техник мәғлүмәтте уҡыусыларға аңлайышлы телгә күсерәбеҙ. Бынан тыш, беҙ предприятиелар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт төбәктәрендә уҡыусыларға ярҙам итеү буйынса тотош концепциялар һәм оҙайлы программалар төҙөйбөҙ, - тип һөйләне Айгөл Шадрина.

  "Киләсәк образы" ҙур булмаған социаль проекттан башланған, ә хәҙер Рәсәйҙең 20 төбәгендә эшләй һәм мәктәп мөхитендә нефть-газ ғына түгел, нефть химияһы, металлургия, энергетика һәм хатта машиналар эшләү тармаҡтарын да күрһәтә. Проект командаһы йыл һайын эш һөҙөмтәләрен Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан хупланған университеттың технологик эшҡыуарлыҡ федераль платформа баһалауына һәм экспертизаһына тәҡдим итә. Платформа технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм илдә юғары технологиялы стартаптар булдырыуға булыша. Баһалау һөҙөмтәләре буйынса ТОП-1000 рейтингы баҫыла, унда “Киләсәк образы” икенсе йыл рәттән ныҡлы беренсе урынды биләй.

  - "Киләсәк образы"ның вуз-ара кампус базаһында булыуы осраҡлы түгел, сөнки кампустың бурыстары -  республикала кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү генә түгел, тармаҡ предприятиеларын кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә, шулай уҡ йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүҙә ярҙамлашыу ҙа. Проекттың индустриаль партнерҙар менән хеҙмәттәшлеге арҡаһында уҡыусылар иҡтисадтың әүҙем үҫешкән өлкәләрен өйрәнә һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған  һәм  ихтыяждарына тап килгән йүнәлеште һайлай ала, – тип билдәләне вуз-ара   студенттар кампусы директоры Сергей Гладких.

Хәҙер компания вуз-ара кампус базаһында үҙ мәктәп түңәрәген асырға ниәтләй. Ул уҡыусыларҙы Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән таныштырыуға йүнәлтеләсәк һәм 2025 йылдың башында эшләй башлаясаҡ.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25573/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: