Бөтә яңылыҡтар

Ер мөнәсәбәттәре тәртипкә килтерелде

Был коррупцияға ҡаршы тороуҙың төп ҡоралы буласаҡ.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә дәүләт милке билдәләнмәгән ер участкаларын бүлеү өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тикшерҙеләр.
2 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы законға ҡул ҡуйғайны. Билдәләнмәгән ер участкаларын быға тиклем муниципалитеттарҙың ҡала һәм ауыл берекмәләренең урындағы үҙидара органдары бүлә ине. Хәҙер документҡа ярашлы, был хоҡуҡ Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына күсә. Закон нормалары үҙ көсөнә 2021 йылдың 1 ғинуарынан инә.
– Күсмә осорҙоң һуңғы айҙарында буталсыҡ килеп сыҡмаһын өсөн бындай ер участкаларын шулай уҡ урындағы үҙидара органдары бүлеп торасаҡ, – тине министр Наталья Полянская. – Шул уҡ ваҡытта халыҡтың урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыу буйынса конституцион хоҡуҡтары закон тарафынан сикләнмәй. Улар артабан да урындағы референдумдар үткәрә, муниципаль һайлауҙа ҡатнаша ала.
Дөйөм алғанда яңылыҡ ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе бер төрлө итеүгә булышлыҡ итәсәк. Был ер алыу процедураһын электрон төргә күсереп, бизнес-йәмәғәтселек өсөн генә түгел, халыҡ өсөн дә еңелләштереү мөмкинлеге бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа законға үҙгәрештәрҙе әҙерләгәне өсөн рәхмәт әйтте.
– Шулай уҡ закон проектын раҫлаған депутаттарға һәм мине ишетеп, яңылыҡтың мәғәнәһен аңлаған муниципалитет башлыҡтарына ла рәхмәтлемен, – тине Радий Хәбиров. – Күптәр ҡабул ителгән ҡарарҙың мәғәнәһен боҙорға тырышты. Ысынбарлыҡта иһә беҙ ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтерҙек һәм унда коррупцияны кәметәсәкбеҙ. Беҙҙең был тармаҡҡа дәғүәләребеҙ күп. Ҡуҙғатылған енәйәт эштәрен алып ҡараһаң, уларҙың күпселеге тап ошондай ер участкалары менән манипуляцияларға тура килә. Хәҙер беҙҙең уртаҡ контроль буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы ҡарарҙы муниципалитет башлығы ҡабул итәсәк. Һатыу йәки ҡуртымға биреүҙән алынған бөтә килем урындағы бюджетҡа китәсәк.
Төбәк етәксеһе яңы закондың файҙаһын республикала Ҡала төҙөлөшө советы төҙөү менән сағыштырҙы. Был совет төҙөлөш өсөн участкалар бүлеү мәсьәләһен тәртипкә һалырға тейеш.
– Өфөләге Шота Руставели урамындағы кеүек хәлдәр булмаһын өсөн кәрәк был, – тине Радий Хәбиров. – Был бөтә яңылыҡтар үтә күренмәле, ә хеҙмәттәр – электрон буласаҡ. Ғариза биреүселәр, эшҡыуарҙар чиновниктар менән аралашырға тейеш түгел. Һанлаштырыу – был беҙҙең коррупцияға ҡаршы иң төп инструментыбыҙ.
Башҡортостан Башлығы профилле министрлыҡтарға декабрь башынан да һуңламай ер участкаһын бүлеүгә рөхсәт алыу өсөн электрон алгоритм әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас: