“Бөгөн күптәр сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, эшкәртеү кәрәклеге тураһында белдерә. Әммә быны ниҙән башларға икәнен белмәйҙәр. Ҡағыҙҙы башҡа ҡалдыҡтарҙан айырыу – иң ябай, аңлайышлы мәсьәләләрҙең береһе. Макулатура йыйыу беҙҙең илдә бик яҡшы алып барыла ине, уны тергеҙергә кәрәк, – тип белдерҙе Дөйөм халыҡ фронтының Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Игорь Кастюкевич. – Барыһын да үҙебеҙҙән, ғаиләбеҙҙән, дуҫтарыбыҙҙан, коллективтан башлайыҡ. #СохранимЛес акцияһы аша экологияны яҡшырта алабыҙ. Аҙыраҡ һөйләргә һәм күберәк эшләргә – бына шул мөһим.