Макулатура тапшырыу эше бер ҡайҙа ла юғалмаған, әле лә уны ҡабул итеү урындары бар. Тик ҡайһы бер кешеләр быға яуаплы ҡарамай: ҡағыҙҙы сүп-сар итеп ташлау яғын күрә.
Элек ошо изге эште белем учреждениелары ойошторҙо. Бөтә уҡыусылар ҙа өйҙә булған барлыҡ ҡағыҙҙы тапшырып, кластар үҙ-ара ярыша ине.
Бөгөн дә ошо изге йоланы дауам иттергән белем усаҡтары булыуы ҡыуандыра. Улар иҫәбенә Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияны индерергә була. Яңыраҡ бында ҡағыҙ йыйыу буйынса сираттағы акция ойошторолдо. Унда балалар һәм атай-әсәйҙәр бер тоннаға яҡын икенсел сеймал тапшырҙы.
– Макулатура йыйыу эшендә гимназия коллективы һәм ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Беҙ һәр уҡыу йылында дүрт тапҡыр ошондай сара ойошторабыҙ. Ҡағыҙҙың ҡәҙерен беләбеҙ, шуға әрәм-шәрәм итмәйбеҙ. Икенсе яҡтан, тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға өлөш индерәбеҙ, – ти уҡытыусы Менәүәрә Мәҡсүтова.