Бик күп күңелле, шау-шыулы байрамдар, иҫтәлекле көндәр араһында кешелекте уйланырға мәжбүр иткәндәре лә бар. Шундай байрамдарҙың береһе — Бөтә донъя һыу ресурстары көнө. Эсәр һыуҙың мөһимлеге тураһында күп һүҙ һөйләүҙең дә кәрәге юҡтыр, унһыҙ донъяның йәме лә, кешелектең киләсәге лә булмаҫ ине.
Экологик байрамдың барлыҡҡа килеүе юҡҡа түгел, үткән быуаттың 80-се йылдарында эсәр һыу проблемаһы ҡырҡыуланғас, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы был мөһим мәсьәләне яңы кимәлгә күтәрергә хәл итә. Шулай итеп, Бөтә донъя һыу ресурстары байрамы барлыҡҡа килә.
Беҙ зәңгәр күлдәре, эреле-ваҡлы йылғалары, саф һыулы шишмәләре булған бай тәбиғәт ҡосағында йәшәйбеҙ. Хатта донъяла миллиардтан ашыу кешенең эсәр һыуға ҡытлыҡ кисереү мөмкинлеге башыбыҙға ла килмәй. Йылдан-йыл ауыл хужалығында һыуҙы файҙаланыу арта бара, климаттың үҙгәреүе лә Ер йөҙөндә яңынан-яңы һорауҙар тыуҙыра. Һыу көнө — тап ошо көнүҙәк проблемаларға донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йүнәлтеү өсөн яҡшы һылтау ҙа, сәбәп тә.
Республикабыҙҙың ҡайһы ҡала һәм райондарында эсәр һыу сифаты гигиена талаптарына яуап бирмәй? Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, 12 муниципалитетта санитар-химик, ә һигеҙендә микробиологик күрһәткестәр буйынса проблема бар. Төҫө, ҡатылығы, болғансыҡлығы, нитраттар, тимер, марганец миҡдары буйынса эсәр һыу Ауырғазы, Краснокама, Стәрлебаш, Дәүләкән, Асҡын, Мишкә, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Нуриман, Саҡмағош, Иглин райондарында һәм Дәүләкән ҡалаһында талаптарға яуап бирмәй. Сифатты насарайтыусы сәбәптәр араһында һыуҙың ҡатылығына йоғонто яһаусы кальций һәм магний тоҙҙарының күплеген, тимер, марганец, сульфаттар, хлоридтар, фторидтар, азотлы берләшмәләр булыуын атарға мөмкин. Һыу үткәргес селтәрҙәренең иҫкереүе, хужалыҡ эшмәкәрлегенең сығанаҡтарҙы бысратыуы һөҙөмтәһендә эсәр һыу сифаты түбәнәйә.
Былтыр Волга буйы федераль округында федераль бюджеттан средстволар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан алдынғылар рәтендә булды. “Рәсәй һыу хужалығы комплексын үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға субсидиялар, һыу мөнәсәбәттәре өлкәһендәге айырым эштәргә субвенциялар файҙаланыу буйынса ла лидерлыҡты ҡулда тотто.
Республикала ҡалдыҡ һыуҙарҙы йылғаларға ағыҙыусы предприятиелар байтаҡ. Йүнләп таҙартылмаған бысратылған һыу күләме 60 процент тәшкил итә, ә нормаға ярашлыһы, таҙартылғаны — 40 процент. Кемдәр һуң улар, беҙҙең һыу объекттарын ҡалдыҡ һыуҙар менән ағыулаусылар? Иң ҙур өлөштө (51,1%) торлаҡ-коммуналь хужалыҡ биләй. Унан ҡала яғыулыҡ (20%), химия һәм нефть химияһы (15%) тармаҡтары килә. Яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөү, сәнәғәт предприятиеларының үҙ средстволары һәм инвестициялар иҫәбенә һыу һаҡлау сараларын башҡарыу һөҙөмтәһендә 2024 йылға бысраҡ һәм таҙа һыу нисбәтен иллегә-илле кимәленә еткереү бурысы ҡуйыла.
Һыу объекттарының бысраныуын кәметеү сараларына предприятиелар сығымы былтыр 500 миллион һум тәшкил иткән. Ғөмүмән, һыу ресурстарын һаҡлау, сифатын яҡшыртыу ифрат ҙур финанс ярҙамына мохтаж. “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем республикаға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәге билдәле. Был средстволар ҡайһы бер биләмәләрҙәге санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән һыу сифатын яҡшыртыуға тотоноласаҡ. Бөгөн Башҡортостан халҡының 86,7 проценты таҙа, сифатлы һыу эсә. Ә 2024 йылға тәмле, гигиена талаптарына яуап биргән эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡтың өлөшөн бөгөнгө 86,7 проценттан 92 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.