Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Апрель 2019, 22:59

Шаулап үҫер Йылайыр урмандары

Йылайырҙар республикабыҙҙа иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһын тәүгеләрҙән булып күтәреп алды.

Фото: Флүрә Сарбаева.
Фото: Флүрә Сарбаева.
Йылайырҙар республикабыҙҙа иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһын тәүгеләрҙән булып күтәреп алды.
Төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашҡан ағас ултыртыу өмәһендә 20 меңдән ашыу ылыҫлы үҫенте ултыртылды. Эш Йылайыр урман хужалығының 26 кварталында башҡарылды.
Әйткәндәй, майҙанының күпселек өлөшөн урман тәшкил иткән Йылайыр районы ағас ултыртыу сараларында һәр саҡ алдынғылар рәтендә.
Әлеге акцияла Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, урман хужалығында ҡырҡ йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Григорий Кашин да ҡатнашты.
“Йәшел Башҡортостан” Йылайырҙа артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас: