“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” акцияһына район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, район Советы рәйесе Ишморат Әминев, депутаттар, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары һ.б. ҡушылды. Улар Асҡар ауылы янындағы Фәйез тауында яңы скверға нигеҙ һалып, ағас үҫентеләре ултыртты.