Ейәнсура районының Бикбау ауыл биләмәһе янында, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, йөҙҙән ашыу кеше 3,7 гектар майҙанда ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртты.
Уларҙың барыһы ла Ейәнсура урман хужалығы тарафынан кәрәкле инвентарҙар менән тәьмин ителде. Ике сәғәт эсендә барлығы 12 мең үҫенте ултыртылды.
Эш бөткәс, һәммәһе лә Бикбау ауыл халҡы тарафынан әҙерләнгән ялан кухняһында тәмле бутҡа, йылы сәй менән һыйланды. Өмәселәргә шулай уҡ матур концерт күрһәтелде.