Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Апрель 2019, 13:37

Студенттар ҙа ғүмер бүләк итә

Сибайҙың киң тармаҡлы һөнәри колледжынан иллегә яҡын студент үҙҙәренең төркөм етәкселәре менән берлектә ҡаланың Индустриаль шоссе урамына ҡаршы майҙанда 260 ағас ултыртты.

"Сибайский рабочий" гәзитенән.
Сибайҙың киң тармаҡлы һөнәри колледжынан иллегә яҡын студент үҙҙәренең төркөм етәкселәре менән берлектә ҡаланың Индустриаль шоссе урамына ҡаршы майҙанда 260 ағас ултыртты.
Староста Владимир Трофименко әйтеүенсә, улар яратҡан ҡалаһын йәшелләндереүгә, уның экологик хәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә алыуы менән бик ҡәнәғәт.
“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” республикаһы акцияһына Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары ла дәррәү ҡушылды.