Шулай булмайса, улар, Сибайҙың экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүселәре, “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына тәүгеләрҙән булып ҡушылды.
“Тәбиғәт һағында тороусылар булараҡ, беҙ бындай сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайбыҙ, һәр саҡ ихлас ҡатнашабыҙ. Ултыртҡан ағастарҙы артабан да тәрбиәләп торасаҡбыҙ, ҡәҙерләп, ҡарап үҫтерәсәкбеҙ”, – ти йәш экологтар.